Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2020, 17:00

ИЗГЕЛЕКТЕ АРТТЫРАЙЫҠ!

Аллаһы Тәғәлә насип итһә, 30 шәғбан (беҙҙеңсә кесе йома, 23 апрель)ҡояш байыу менән ислам диненең терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү һәм Ҡөрьән Кәрим инә башлаған изге рамаҙан шәриф айы башлана.

Аллаһы Тәғәлә насип итһә, 30 шәғбан (беҙҙеңсә кесе йома, 23 апрель)ҡояш байыу менән ислам диненең терәктәренең береһе булған ураҙа ғибәҙәтен үтәү һәм Ҡөрьән Кәрим инә башлаған изге рамаҙан шәриф айы башлана.
Ошо изге кистә бөтә донъя мосолмандары оло һөйөнөс һәм ҡыуаныс менән мәсеттәргә йыйылып йәстү намаҙынан һуң беренсе тәрәүих намаҙын уҡый ине. Быйыл, барыбыҙға мәғлүм, коронавирус тигән күҙгә күренмәҫ яуыз тотош донъя тормошона үҙ коррективаһын индерҙе – яман вирустан халыҡты һаҡлау, ҡурсалау маҡсатында хатта изге Ҡәғбәтулланы тауаф ҡылыуҙар, мәсеттәрҙә йомалар үткәреүҙәр, сиркәү һәм синагогаларҙа ғибәҙәт ҡылыуҙар, күмәк кеше менән төрлө дини байрамдар үткәреүҙәр ваҡытлыса туҡтатылды.
Нимә генә булһа ла – барыһы ла Аллаһтан. Тормош үҙ йырҙаһынан саҡ ҡына тайпылһа ла, йәшәү дауам итә.
Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов менән изгеләрҙән-изге рамаҙан айы хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьән Кәримдә: “Эй, иман килтергән бәндәләр, һеҙҙән алда килеп киткәндәргә фарыз ителгәне кеүек, ураҙа тотоу һеҙгә лә фарыз ҡылынды. Бәлки, һеҙ (был фарыздарҙы үтәп) ҡотолоу юлына баҫырһығыҙ?” - ти. (“Әл- Бәҡара” (“Һыйыр” сүрәһе, 183-сө аят).
Ураҙа 3 төргә бүленә: фарыз, үәджиб, нәфел. Рамаҙан айындағы ураҙа – фарыз, йәғни беҙ, мосолмандар, мотлаҡ үтәй торған ғәмәл. Әгәр ул мосолман, аҡылы камил һәм бәлиғ булһа (18 йәше тулһа түгел, ә енси яҡтан өлгөрһә, малайҙарҙа – 10-12, ҡыҙҙарҙа 9-10 йәштә лә, унан иртә йә һуң да булыуы мөмкин), ураҙа һәр кем өҫтөнә бурыс булып ята.
Фарыз ураҙа үҙ ваҡытында һәм ҡаза итеп тотола. Ҡаза тигәне, билдәле сәбәптәр арҡаһында (сәфәрҙә булһа, ныҡлап сирләп китһә, ҡатын -ҡыҙ күрем күреүе һәм бала тапҡандан һуң ҡан килеү сәбәпле тота алмаһа) рамаҙан айында тота алмаһа, һуңынан тотоп тултырып ҡуя.
Аллаһы Тәғәлә әйтә: ”Кем дә кем рамаҙан айына килеп етһә, ураҙа тотһон”, - ти. (“Әл- Бәҡара” сүрәһе, 185-се аят. Үәджиб ураҙа – нәҙер (әйтеү әйтһәң, мәҫәлән, ошо ниәтем бойомға ашһа, ураҙа тотор инем һ.б.) һәм кәффәрәт – гонаһтарҙың Аллаһ тарафынан юйылыуын өмөт итеп тотҡан ураҙа.
Фарыз ураҙаны сәбәпһеҙ ҡалдырырға, өҙөргә ярамай. Әгәр сәбәпһеҙ фарыз ураҙаны ҡалдырһа, кеше ошо көнө өсөн һәм үәджиб (60 көн өҙмәйенсә) ураҙа тоторға тейеш – барлығы 61 көн. Башҡа ураҙалар - нәфел (сөннәт), мәҫәлән мосолманса айҙың 13-15 тәрендә, шәүүәл айының 6 көнөндә, һәр айҙың дүшәмбе, кесаҙнаһында, Бәрәат, миғраж кистәрен ҡаршылап һ.б.
Ғәйет көндәрендә ураҙа тотоу – харам. Шулай уҡ ике дини байрамда – Ураҙа ғәйете көнөндә һәм ҡорбан ғәйетендә өс көн ураҙа тотоу харам.
Ураҙа айының ураҙаһы билдәле көндәрҙә генә, йылына ҡарап йә 30, йә 29 көн. Нәҙер ураҙаны һәм бөтә нәфел ураҙаларҙы төндән алып зәүүәлгә (төшкә) хәтлем ниәтләргә була. Кеше төндә тороп ниәтләһә, сәхәргә тормаһа, ашамай-эсмәй ураҙа тоторға мөмкин. Фарыз ураҙаға ла ошолай. Рамаҙан айында нисек ниәтләһә лә, ураҙаһы барыбер фарыздан китә.
Ураҙаның ваҡыты – таң атыуҙан ҡояш байығансы. Кеше таң атыуға хәтле ашап туҡтаны икән – сәхәргә өлгөрә. Сәхәр ваҡыты – иртәнге намаҙға хәтлем. Ҡөрьән Кәримдә аят бар: “Аҡ епте ҡара ептән айырғансыға ҡәҙәр ашағыҙ, эсегеҙ”, - тигән. Был таң нуры ҡараңғылыҡтан айырыла башлағанғаса тиклем ваҡыт.
- Ураҙа ваҡытында нимәләрҙән тыйылырға?
- Ашау-эсеүҙән, енси яҡынлыҡтан. Ябай ғына әйткәндә, тәнгә кергән бөтә нәмә ураҙаны боҙа. Мәҫәлән, кеше ризыҡ булмаған нәмәне (таш, үлән, тупраҡ һ.б.) йотһа, 60 көн кәффәрәт үтәмәй, көнөнә көн тотоп ҡуя. Ҡатын-ҡыҙҙар нифас, хайд ваҡытында ураҙа тотмай, аҙаҡ йыл дауамында тултыра. Ошо рәүешле ураҙаһын ҡалдырған кешенең өҫтөндә ураҙа, барыбер, бурыс булып тора. Таҙарынғас, рамаҙан айының ураҙаһын дауам итә, ҡалған көндәрен башҡа айҙарҙа тота. Ҡаза ураҙалар, тотолмаған икән, ғүмер ахырына тиклем кеше өҫтөндә бурыс булып тора. Уларҙы аҙаҡ төндә ниәтләп ҡуйыр кәрәк – ҡалған ураҙалар кистән, төндә ниәтләнә.
Иң һәйбәте - ураҙаны үҙенең ваҡытында тотоу.
- Ураҙаны нимә боҙа? Нимә боҙмай?
- Әгәр кешегә клизма ҡуйһалар, күҙенә, ҡолағына дарыу һалһа һәм ошо дарыуҙың тәме тамағына төшһә, берәй ашамай торған нәмәне йотһа, көсләп (бармағын ауыҙына тығып) ҡоҫһа, һәм яңылыш таң атҡан мәлдә сәхәр ашап ултырһа, ифтар етмәҫ борон ауыҙ асһа, ураҙаһы боҙола – ул ваҡытта аҙаҡ көнөнә көн тота. Был кәффәрәткә кермәй.
Әгәр кеше белә тороп, маҡсатлы рәүештә яҡынлыҡ ҡылһа, ашап-эсһә, аҙаҡ ошо ураҙаһы боҙолған көн өсөн бер һәм уға ҡушып 60 көн кәффәрәт ураҙаһын тотоп ҡуя.
Әгәр кеше ураҙа икәнен онотоп китеп, яңылыштан ашап-эсһә, яҡынлыҡ ҡылһа – ураҙаһы боҙолмай, көнө лә һанала.
Күҙгә һөрмә, еҫле май һөртөү ураҙаны боҙмай. Әгәр кеше үҙенән-үҙе ҡоҫһа ла, ураҙаһы боҙолмай. Мәҫәлән, кешенең ауыҙына яңылыштан себенме, башҡа берәй бөжәкме, йәки ҡар бөртөгө йә ямғыр тамсыһы килеп инеп, кеше уны аңғармай йотто икән – ураҙа боҙолмай. Тағы: йоҡлап ятып ғөсөлө юғалған кешенең дә ураҙаһы боҙолмай.
Үҙ төкөрөгөңдө йотоу ураҙаны боҙмай. Тағы: бәғзеләр, ураҙа боҙола, тип, намаҙға тәһәрәтләнгәндә ауыҙын саймай, танауына һыу алып һемгермәй. Һаҡланыу кәрәк, әммә намаҙға тәһәрәтләнгәндә ауыҙ, танауҙы ипләп кенә сайырға була, тик һыуҙы тамаҡҡа төшөрөргә ярамай. Эҫе йәйге мәлдә ауыҙҙы сайып, кире төкөрөргә була. Иң мөһиме – һыу тамаҡҡа китмәһен. Теш араһында сәхәр мәленән борсаҡ ҙурлыҡ ризыҡ ҡыҫылып ҡалып, кеше шуны йотһа, ураҙаһы боҙола. Борсаҡтан бәләкәй булһа, боҙолмай.
- Мунса, душ, һыу инергә яраймы?
- Ярай, әлбиттә. Тик әлеге лә баяғы тамаҡҡа, ҡолаҡҡа, ауыҙға һыу инмәһен. Балаға ризыҡты сәйнәп биреү, аш-һыу әҙерләгәндә уны тәмләп ҡарау ураҙаны боҙмай, тик мәкруһ (нежелательный) ғәмәл.
- Кемдәргә ураҙа тотмаһа ла ярай?
- Кем дә кем ураҙа тотһам, сирем тағы ла көсәйеп китер, тип ҡурҡа – шуларға. Улар ураҙаһын ҡалдыра икән, йылдың икенсе айҙарында тотоп ҡуя. Сәфәрҙә булған кешегә ураҙа тотоу-тотмау үҙ ихтыярында. Тик сәфәре торған еренән 90 саҡырым алыҫлыҡта булырға тейеш һәм сәфәргә таңдан алда сығырға тейеш. Таң атып та сәфәргә сыҡманы, таң атҡас сығырға булды икән – ураҙаһын тота. Сәфәр ҡылыусыға ла ураҙаһын тотоу хәйерле. Кеше рамаҙан айында сәфәр һәм ауырыу сәбәпле ураҙа тота алманы һәм үлеп китте, ти. Был саҡта уға ураҙа бурысы юҡ. Сәфәрҙән ҡайтты, шәбәйҙе, ураҙа тоторға форсаты булды, әммә тотмай үлеп китте, ти – ул сағында яҡындары фидийәһен бирә (һәр тотмаған көн өсөн 1 кешене ашатырлыҡ, йәғни 200-250 һум аҡса).
Ауырлы, бала имеҙгән ҡатындар, әгәр ҙә балалары, үҙе өсөн ҡурҡалар икән, ураҙаһын ҡалдыра, тик башҡа көндәрҙә тота. Ныҡ ҡартайған, сире төҙәлмәҫлек булған кешеләр (ураҙа тота алмаған) ураҙа тотмаған һәр көнө өсөн фидийәһен түләй (көнөнә 200-250-шәр һумдан).
- Фидийәне кемдәргә бирергә була, ә кемдәргә юҡ?
Үҙ ата-әсәңә, үҙ балаларыңа, балаларыңдың балаларына фидийә биреү ярамай.
Үҙеңдең бер туғандарыңа (апай, ағайға, һеңле, ҡустыға) кейәү, киленгә, ҡайны, ҡәйнәгә ярай.
Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың рамаҙан айында бысраҡ ҡаны туҡтаһа (көндөҙ), мосафир сәфәрҙән ҡайтып инһә, сирле һауыҡһа (аҡшамғаса), улар ҙа ураҙа тотҡан кеше кеүек көндөң ҡалған өлөшөн ашамай-эсмәй үткәрә, аҙаҡ ошо көн өсөн көнөнә көн тотоп ҡуя.
- Ураҙаның фазыйләттәре?
- Әбү Һөрәйрәнән, Аллаһ унан риза булһын, хәҙис еткерелә - Мөхәммәд саллал- лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: “Кем дә кем рамаҙан айында иман менән, әжер-сауабына ышанып, ураҙа тота, уның алдағы гонаһтары юйыла”.
Әбү Сағд әл Худри р.ғ. еткерә – Мөхәммәд саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм әйтә: “Әгәр бер ҡол Аллаһ ризалығы өсөн ураҙа тотһа, Аллаһы Тәғәлә уны 70 йыл дауамында үтерлек юл оҙонлоғона тамуҡ утынан йырағайта”. Әбү Һөрәйрәнән риүәйәт ҡылына – пәйғәмбәребеҙ с.ғ.с. әйткән: “Ожмахтың Раййан тигән ишеге бар. Унан тик ураҙа тотоусылар ғына инер, башҡа берәү инмәҫ. Уларға әйтелер, ҡайҙа ураҙа тотоусылар, тип. Ураҙа тотоусылар шул ишектән инер, һуңғы ураҙа тотоусы ингәс, ул ишек ябылыр һәм унан башҡа берәү инмәҫ”.
Ҡудси хәҙис, Аллаһы Тәғәлә: “Бәндәнең һәр бер ғәмәле үҙе өсөн. Ураҙа – минең өсөн һәм уның әжер-сауабын үҙем генә белеп бирәм”, - ти.
Бохариҙан хәҙис, Әбү Һөрәйрәнән еткерелә, Мөхәммәд с.ғ.с. әйткән: “Ураҙа – мосолман өсөн һаҡлағыс ҡалҡан. Әгәр берәү ураҙа тота икән, әрләшмәһен, әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләмәһен, уны ирештерергә маташалар икән, мин ураҙамын, тип ике тапҡыр әйтһен.
Аллаһ менән ант итәм, Аллаһ әйтә, ураҙа тотоусының ауыҙынан килгән еҫ хушбый (мускус) еҫенән тәмлерәк - ул минең хаҡҡа ризыҡтан, һыуҙан һәм теләктәренән баш тарта, ураҙаны минең өсөн тота. Һәм мин уға әжер-сауаптарын үҙем белеп бирермен», ти.
“Ураҙа тотоусы өсөн ике ҡыуаныс, береһе – ифтар мәлендә (ауыҙ асҡанда), икенсеһе – Раббыһы менән осрашҡанда (ул кеше ураҙа тотҡан өсөн әжер–сауабын алып ҡыуаныр).
Ураҙаны кеше Аллаһ ризалығы өсөн тота. Был ғәмәлдә рыя юҡ. Аллаһ белеүсе һәм Ул ғына әжер-сауаптарын биреүсе.
СӘХӘР АШАҒАНДАН ҺУҢ
УҠЫЛАСАҠ ДОҒА:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахим! Нәүәйтү ән әсумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл мәғриби халисал лил-ләһи тәғәлә.
(Аллаһы Тәғәләнең ризалығы өсөн иртә таңдан алып ҡояш байығанса рамаҙан айының ураҙаһын тоторға ихласлыҡ менән ниәт иттем. Амин!)
Ауыҙ асҡанда
уҡыла торған доға:
Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәлә ризҡикә әфтартү фәғфир ли йә ғаффәру мә ҡаддәмтү үә мә әххартү. Бирахмәтикә йә әрхәмәр-рахимин. Амин.
(Йә, Раббым! Был ураҙамды мин һинең ризалығың өсөн генә тоттом, Һиңә генә иман килтерҙем, тәүәккәл ҡылдым һәм Һинең ризығың менән ауыҙ астым. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһ! Инде минең элекке гонаһтарымды ла, һуңғыларын да ярлыҡасы.)

Рамаҙан

Апрель, май

Сәхәрҙең

ахырғы ваҡыты

Иртәнге намаҙ

Ауыҙ асыу,

аҡшам

1

24

3.54

4.24

20.35

2

25

3.51

4.21

20.37

3

26

3.49

4.19

20.39

4

27

3.47

4.17

20.41

5

28

3.45

4.15

20.43

6

29

3.43

4.13

20.45

7

30

3.41

4.11

20.47

8

1

3.38

4.08

20.49

9

2

3.36

4.06

20.51

10

3

3.34

4.04

20.53

11

4

3.32

4.02

20.54

12

5

3.30

4.00

20.56

13

6

3.28

3.58

20.58

14

7

3.26

3.56

21.00

15

8

3.24

3.54

21.02

16

9

3.22

3.52

21.04

17

10

3.20

3.50

21.05

18

11

3.18

3.48

21.07

19

12

3.17

3.47

21.09

20

13

3.15

3.45

21.11

21

14

3.13

3.43

21.13

22

15

3.11

3.41

21.14

23

16

3.10

3.40

21.16

24

17

3.08

3.38

21.18

25

18

3.06

3.36

21.19

26

19

3.05

3.35

21.21

27

20

3.03

3.33

21.23

28

21

3.02

3.32

21.24

29

22

3.00

3.30

21.26

30

23

2.59

3.29

21.27

Читайте нас: