Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2020, 12:00

ЯҘҒЫ-ЙӘЙГЕ ХӘҮЕФЛЕ ОСОР ЕТТЕ

Сүп-сарҙы, ҡауланды үртәргә ярамай!

Сүп-сарҙы, ҡауланды үртәргә ярамай!
Яҙғы-йәйге янғын хәүефе янаған осорҙа ҡыу үлән (ҡаулан) яныу осраҡтары арта.
Яҙ етеү менән кешеләр үҙҙәренең кәртә–ҡура тирәһен, биләмәһен таҙартып, тәртипкә килтерергә тотона. Әммә күптәр янғын хәүефһеҙ-леген һаҡлау ҡағиҙәләрен онотоп ебәрә: көнкүреш сүп-сарын үртәй, ҡауланды яндыра – ошо ғәмәлдәре мөлкәтенә генә түгел, хатта үҙенең һаулығына, ғүмеренә зыян килтереү ихтималлығын уйлап та бирмәй...
Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә ярашлы, биләмәләрҙе үҙ ваҡытында яныусы ҡалдыҡтарҙан, сүп-сарҙан, ҡойолған япраҡтарҙан, ҡыу үләндән таҙартыу сараһын күрергә кәрәк. Сүп-сарҙы, ҡауланды яндырыу ҡәтғи тыйыла.
Янғын хәүефһеҙлеге талаптарын боҙған өсөн граждандарға адми-нистратив яуаплылыҡ ҡаралған (1000 һумдан 4000 һумға тиклем штраф).
Янғын сығыуҙың сәбәпсеһе, бәғзе осраҡта хатта ҡорбаны балалар булыуы бигерәк аяныслы. Яҙ етеү менән балалар ваҡытының күп өлөшөн урамда уҙғара. Ата-әсәләре тарафынан тейешле иғтибар кәмеүен аңлаған балалар бәғзе саҡ усаҡ яғыу менән булыша - был инде ҙур янғын сығыуға нигеҙ булып тора.
Әлеге хәлде тамырынан үҙгәртеү шарт – һәр беребеҙ ошо битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡтың ҙур бәләгә килтереүен аңлап эш итергә тейеш. Ошо битарафлыҡ тигән насар сифатыбыҙ, тәғәйен әйткәндә, беҙҙең вайымһыҙлыҡ, мәҙәни кимәлебеҙҙең түбән булыуы бәләнең башы булып тора ла инде.
Шуны иҫтә тотоғоҙ: янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәү генә янғындарҙы булдырмаҫҡа, матди юғалтыуҙарға юлыҡмаҫҡа сәбәп!
Өйөгөҙҙә һәм ихатағыҙҙа янғын һүндереүсе беренсел ҡорамалдар (янғын һүндергес, һыулы ҙур һауыт, биҙрә) тотоғоҙ!
Теләһә ниндәй сүп-сарҙы яҡҡан өсөн дә граждандар административ яуаплы-лыҡҡа тарттырыласаҡ, йәғни штрафтарға юлыҡтырыласаҡ.
Янғын сыҡҡанын күреп ҡалһағыҙ йәки төтөндө шәйләһәгеҙ, тиҙ арала кеҫә телефондарынан “101” йәки “112” , стационар телефондан “01” номерҙарына шылтыратығыҙ!
Читайте нас: