Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2020, 11:00

ТОРМОШ ДАУАМ ИТӘ!

Үҙ-үҙеңде ҡурсалау режимы дауам итә. Был режим иғлан ителгәндән алып тормош режимдарыбыҙ ҙа үҙгәрҙе – яйлай төштө. Күҙебеҙгә аҡ-ҡара күренмәй сабып, донъя ҡыуып барған еребеҙҙән ҡапыл туҡтап, аптырабыраҡ тирә-яғыбыҙҙы байҡап, тормош асылы хаҡында уйлана биреп алдыҡ та, шаҡ ҡатыуыбыҙҙан айнып, һәр кем күңеле теләгән шөғөлгә тотондо.

Үҙ-үҙеңде ҡурсалау режимы дауам итә. Был режим иғлан ителгәндән алып тормош режимдарыбыҙ ҙа үҙгәрҙе – яйлай төштө. Күҙебеҙгә аҡ-ҡара күренмәй сабып, донъя ҡыуып барған еребеҙҙән ҡапыл туҡтап, аптырабыраҡ тирә-яғыбыҙҙы байҡап, тормош асылы хаҡында уйлана биреп алдыҡ та, шаҡ ҡатыуыбыҙҙан айнып, һәр кем күңеле теләгән шөғөлгә тотондо. Һәр хәлдә бер кем дә был ҡурҡыныс сирҙең килеп етеү ихтималлығы алдында дер ҡалтырап ултырмай бөгөн – нимә менәндер булыша. Тормош дауам итә, шөкөр!
Хәҙер уның ҡарауы виртуаль донъя әүҙемләште: кемдер бешергән тәмлекәсенең рецебы менән бүлешә, кемдер түшәк ҡорай, кемдер ойоҡ бәйләй, кемдер гөлдәр үҫтерә, үҫентеләр ҡарай, китап уҡый... Иң мөһиме, һәр кем был аяуһыҙ сирҙең еңелеренә ышана һәм киләсәккә яҡты өмөттәр менән йәшәй!
Әйҙәгеҙ, интернет мәғлүмәттәренә күҙ һалайыҡ.
-Берлектәрҙән ҡайнар сәләм! Коронавирус тип тик ятҡан юҡ. Телефон аша аралашып та торабыҙ. Рәйсә апай, Роза апай, Таһира еңгәй сергетыштарын бөтөп барабыҙ тип ҡыуандыра. Арабыҙҙа иң оло ағинәйебеҙ Мәрйәм апай ейәнсәре Алтынайға селтәр, сәсүрмес, Вәлимә мәрйендән муйынсаҡтар эшләй. Гәүһәр көндәр йылыныу менән кейеҙ баҫырға тип йөн тетә. Шулай итеп, берлектәр өйҙә генә ултыра. Коронавирусҡа бирешмәйбеҙ, эш менән булышабыҙ, - тип яҙа «Бәйләнештә» селтәрендәге ағинәйҙәр төркөмөнә Яңы Мөсәттән Ғилминур Уразаева.
-Февраль айында «Сергетыш» проектыбыҙ менән хайран иткән Бөрйән ағинәйҙәре үҙаллы эштәрен дауам итә. Ағинәйҙәр араһында иң оло етәкселәрҙең береһе Зәкиә апай Муллағолованың хаты эшебеҙгә бик ғәҙел баһа булды.Ул хат миңә төбәп яҙылһа ла, бөтә ғәм менән уҡырға тәҡдим итергә булдым.Сөнки ваҡытында һәм урынында әйтелгән яҡшы һүҙҙең ҡәҙере арта ғына бара:
“Әлегә әкрен-әкрен генә ҡорама менән булышам. Ә уйҙарым алыҫта.... Тормош иптәшем мәрхүм булып, был донъяла толҡа тапмай йөрөгәндә Иҫке Монасипҡа бала саҡтағы уҡытыусым, аҙаҡ коллегам булған Фәниә апайға ҡунаҡҡа барҙым. Фәниә апай беҙ килгәнгә ныҡ ҡыуанды. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта эшләгән эштәрен күрһәтеп ташланы. Нимәләр икән, тип уйлайһыңмы? Балаҫтар! “Зәкиә, бына Маратҡа рәхмәттәр әйтә-әйтә һуғам балаҫтарҙы, ниндәй шәп кәсепкә күндергән ул беҙҙе”, - тип алғышланып-алғышланды. Ә мин Марат тураһында матур һүҙҙәргә ҡыуандым һәм ҡайтҡас та станогымды һөйрәп сығарып, йылы хәтирәләргә бирелеп эшкә тотондом.
Әле уйларға ваҡыт күп, Фәниә апайҙың ниңә шул тиклем ҡыуанғанын аңларға сәбәп булды был тажлы вирус. Мин бит яңғыҙлыҡты яратмайым, тәүге көндәре паника булды, ҡулға бер эш тә барманы... Унан әкренләп дини календарҙарҙы ҡарап сыҡтым, шунан яйлап ҡорамаға тотондом. Ошо кәсеп миңә Фәниә апайҙың ниңә ул тиклем ҡыуанғанын аңларға мөмкинлек бирҙе. Эштән ҡыҫҡартыуға эләккәс, хеҙмәттәштәре эшләп йөрөгәндә, япа-яңғыҙ ҡалған сағында апатиянан сығырға булышлыҡ иткән дә һуң уға балаҫ һуғыу! Ошо кәсепте тергеҙгәнең өсөн, беҙҙе этеп-төртөп уятҡаның өсөн рәхмәт, Рәшиҙәкәй!”
Эйе, беҙ бергә! Беҙ еңәсәкбеҙ, - тип яҙған райондың ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәшиҙә апай Ғиззәтуллина.
- Эше лә, ашы ла, кем әйтмешләй, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел: ер асылып, баҡса эштәре башланды. Бабайым түтәл әҙерләгән дә, ҡар һыуына кишер сәсмәйеңме, тип йөрөй, ана.
Эскәмийкәгә тип оҙон әрһеҙ түшәк эшләгәйнем, быныһы минең оя - минең кофтамдыҡы, быныһы - минең спортивканың һүрәттекәй кеҫәһе, тимәк, минеке, тип өҫтөндә ейән-ейәнсәр маз булып квадрат бүлешә.1934 йылғы апайымдың 60-сы йылдарҙа сиккән, оҙонлоғо 270 сантиметрлыҡ селтәрле ҡомартҡы 2 таҫтамалын, бөтә-бөтә ерен ҡулдан теккән милли күлдәген тәртипкә килтерҙем. Ҡорама клубының өй эше - ҡул таҫтамалдарын биҙәү ине, уны атҡарҙым.
Ил-йортобоҙ тыныслығында һау-сәләмәт көн күрәйек, - тип бик оптимистик рухта яҙған гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрсеһе, Байназарҙа йәшәүсе йор телле Фәнүзә апай Ишбаева.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә халыҡтың рухи көнитмешенә йән өрөп, интернет киңлегендә яңынан-яңы конкурстар, ярыштар иғлан итәләр.
“Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап «Билдәһеҙ үлемде еңеү» исемле видеоконкурс иғлан итәбеҙ.
Шарты бик ябай - бары тик ғаилә менән бергәләп, йә булмаһа яңғыҙ Бөйөк Еңеүгә арнап йыр йырлап, бейеүҙәр бейеп, таҡмаҡтар әйтеп видеоға төшөргә һәм беҙгә ебәрергә кәрәк”, - тип яҙған Яңы Мөсәттең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре.
Брәтәк ауыл мәҙәниәт йорто «Еңеү!», «Был ғорур һүҙ - Еңеү!» исемле конкурстар иғлан итә.
“Еңеүҙең 75 йыллығына - иң күп «5!»-леләр! (Брәтәк ауылы уҡыусылары араһында), “Патриотик йырҙар һәм яттан шиғыр һөйләү» (видео яҙма) бәйгеләре ҡаралған.
-Ветеран атай, ҡартатай, олатайҙар, өләсәйҙәр, ҡартәсәйҙәр тураһында мәғлүмәттәр менән фотолар ҡуйып, «Үлемһеҙ полк» интернет-акцияһын эшләйек, хөрмәтле ауылдаштар, ҡәҙерле уҡыусылар, - тип тә мөрәжәғәт итә улар.
Әтектәр күптәр ыңғайына “Милли кейемдәрҙә фото” республика флешмобында ҡатнаша. Әйткәндәй, был сараға айырым кешеләр ҙә әүҙем ҡушылған. Мәҫәлән, Яңы Усманда йәшәүсе Зөлфиә Ишморатова үҙе генә кейенеп ҡалмаған, әсәһен, ҡыҙын да милли кейем кейҙереп фотоға төшөргән.
-«Өйҙә ҡалайыҡ-өйҙә яҡшыраҡ» девизы аҫтында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап «Беҙ тыныс тормош яҡлы» исемле һүрәт конкурсы ойошторола. Бәйгенең шарты: бирелгән темаға һүрәт эшләп, һүрәтегеҙ менән фотоға төшөп, мәҙәниәт йорто төркөмөнә ебәрергә кәрәк, - тип яҙғандар Кейекбай ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.
Исламбай мәҙәниәт йорто, бейеү көнөнә арнап, «Бейеүгә ғашиҡ йәндәр» исемле интернет-видео конкурс иғлан итә.
-Үҙегеҙ яраткан бейеүҙе бейеп, видеоға төшөрөп, ошо төркөмгә һалырға кәрәк буласак. Балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. Йәш сикләүе юк, - тип яҙғандар.
Бынан тыш, Исламбай ауыл мәҙәниәт йорто, «Өйҙә ултырам» девизы аҫтында, 7 йәштән 11 йәшкә тиклемге балалар өсөн «Мин һәм минең иң яҡын дуҫым» исемле интернет-конкурс иғлан иткән. Балалар уҙенең иң яратҡан йорт хайуандары менән фото-селфи эшләргә тейеш.
Бөрйән район мәҙәниәт һарайы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәнғәле Вәхитов иҫтәлегенә арналған интернет-видео бейеү бәйгеһе иғлан иткән.
Байназар мәҙәниәт йорто #Өйҙәяҡшыраҡ хештегы аҫтында «Буш ултырмайбыҙ» тигән ҡул эштәре интернет-күргәҙмәһе ойоштора.
Ҡыҫҡаһы, махсус режим ваҡытында ла тормош гөрләп тора районда. Әйткәндәй, мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр рәтен тулыландырып, ауылдарҙа махсус режимдың һаҡланышын да күҙәтә.
Эйе, ауыл кешеһенә барыбер ҙә күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Өй эсендә лә, ихата тирәһендә лә, баҡсала ла эш етәһе. Шулай гөрләп йәшәйек! Бирешмәйек, райондаштар!
Читайте нас: