Бынан 30 йыл элек, 1990 йылда, Аралбай менән Исламбай араһында тура автомобиль юлы сафҡа инде.
“Сельхозтехника”-ның Бөрйән район берекмәһендә управляющий булып эшләгәндән һуң, Ғ. Сәфәрғәлиндың 1986 йылдың 17 ғинуарындағы бойороғо менән мин Бөрйән район агросәнәғәт берекмәһе рәйесенең механизациялау һәм электрлаштырыу буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәйнем. Артабан, 1988 йылда, КПСС-тың район комитеты менән килешеү буйынса, Бөрйән РАПО-һы рәйесенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары итеп ҡуйылдым.
Яңы вазифала тәүге эш көнөм. Төштән һуң район ауыл хужалығы идаралығының иҫке генә ағас бинаһына эшкә китеп барам. Ингән ерҙәге күтәрмәлә минең бик яҡшы танышым һәм ышаныслы дуҫым, “Башводмелиорация”ның Учалылағы ПМК-5 предприятиеһы начальнигы Хәбиров Хәлим Хәмит улы тора. Ул кәйефһеҙ ине, бик аптыранған һәм күңелһеҙ йөҙ менән ҡаршы алды.
-Ниңә улай бик кәйефһеҙһең? – тигән һорауыма ул Бөрйән районында ерҙәрҙе корчевкалау күләмдәре буйынса проект документацияһына һәм башҡа документтарға бәйле мәсьәләне хәл итә алмай йөрөүе хаҡында белдерҙе.
Мин һөйләшеү темаһын киҫкен генә үҙгәртеп:
-Ни өсөн һин Бөрйән районында колхоздарҙың үҙәк ауылдары менән район үҙәге Иҫке Собханғол араһында юлдар төҙөмәйһең? - тип һорай ҡуйҙым.
Ул быны уға бер ҡасан да бер кем дә тәҡдим итмәгәнлеген белдерҙе. Шулай уҡ Учалы районында бындай автомобиль юлдары тиҫтә йылдар самаһы элек үк төҙөлгәнлеге хаҡында ла әйтеп ҡуйҙы.
Мин уға шунда уҡ бындай автомобиль юлдарын Бөрйәндә лә төҙөү кәрәклеген белдереп, был эште 23 саҡырымлыҡ Аралбай – Исламбай юлынан башларға кәрәк икәнлеген аңғарттым. Туранан һәм урман тайгаһы аша.
Х. Хәбиров, уйлап та тормай, 3 көн дауамында был эште башларға килеште. 5-6 яңы тағылма скреперлы Т-170 тракторын бында күсереп, экскаваторҙар һәм үҙбушатҡыс техника йәлеп итмәйенсә, яңы технология буйынса юл төҙөй башлау, ағастарҙы төпләү уның өсөн өйрәнелгән эш икәнен дә өҫтәп ҡуйҙы.
Ваҡиғалар былай тиҙ үҫеш алғас, беҙ уның менән УАЗ машинаһына ултырып төҙөлөш эштәрен деталләп тикшереү өсөн Ағиҙел йылғаһы буйына, “комбинат” тапҡырына киттек. Һөйләшеү барышында асыҡланыуынса, беҙҙең район өлөшөндә – трасса ҡырҡыу, проект-смета документтарын әҙерләү, юлдың йүнәлешен билдәләү, ҡырҡылған ағастарҙы йыйып алып, ситкә сығарыу. Ҡалған бөтә эштәрҙе ПМК-5 башҡарасаҡ.
Был көндө кискә тиклем беҙ эштең бөтә деталдәрен һөйләшеп, пландар ҡорҙоҡ һәм киләһе көндә иртәнге 8.00 сәғәттә РАПО рәйесе Ғ. Сәфәрғәлиндың кабинетында осрашырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Сөнки был көндә ул райондан ситкә командировкаға сыҡҡан ине.
Иртәнсәк мин Ғилман Зәйнәғәле улының кабинетына индем дә шунда уҡ: “Әгәр һеҙ ҡаршы килмәһәгеҙ һәм беҙгә ярҙам итһәгеҙ, бөгөн Аралбай – Исламбай автомобиль юлын төҙөй башлайбыҙ”, -тип ярып һалдым.
Ул бик оҙаҡ миңә аптыраулы һәм шатлыҡлы күҙҙәре менән ҡарап ултырҙы. Ә кабинетта тынлыҡ һәм пауза! Унан һорай ҡуйҙы: “Кем төҙөйәсәк?”, “Ҡайҙа һәм ниндәй техника?”, “Ҡайҙа проект, смета һәм башҡалар?”.
-Һеҙҙең был планға ризалыҡты, хуплауҙы һәм ярҙамды коридорҙа Учалының ПМК-5 предприятиеһы начальнигы Х. Х. Хәбиров көтә, - тинем.
Подрядсыны кабинетына саҡырып индереп, иғтибар менән тыңлағас, Ғилман Зәйнәғәле улы беҙҙең был объектты төҙөү планының реаллегенә ышанды һәм уртаҡ эшмәкәрлекте килешеү өсөн КПСС-тың Бөрйән район комитетының ул саҡтағы беренсе секретары Яҡшыбаев Вәхит Шәрифйән улына шылтыратты.
Аралбай – Исламбай юлын төҙөү кәрәкме-юҡмы икәнлеге тураһында бер кем дә бер һүҙ ҙә әйтмәне, сөнки барыһы ла тиҫтә йылдар буйы туранан 20 саҡырым урынына Белорет районы биләмәһе һәм Әүжән аша 120 саҡырымға урап йөрөүҙең нимә икәнлеген яҡшы аңлай ине.
Беҙ Х. Хәбиров менән Ғ. Сәфәрғәлиндың КПСС-тың район комитетынан урап ҡайтыуын ауыл хужалығы идаралығы алдындағы күтәрмәлә көтөп ҡалдыҡ. Ул 45 минуттан әйләнеп ҡайтты.
Шул мәлдәге бәхетле, ғорур һәм шатлыҡлы Ғилман Зәйнәғәле улы һаман күҙ алдымда. Ике ҡулын да күтәреп: “Марат Отеллович беҙгә Исламбайға туранан юл һалырға тәҡдим итте”, - тип ҡыуанып әйткәйне...
“В. Ш. Яҡшыбаев төҙөлөштө шунда уҡ хупланы һәм беҙҙең подрядсыға теймәһендәр һәм уның иғтибарын, ваҡытын алмаһындар, БАССР Ауыл хужалығы министрлығы аша объектты финанслау буйынса тотҡарлыҡтар булмаһын өсөн, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты бүлеге менән тейешле килешеүҙәр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды”, тине.
Ул мәлдә КПСС-тың район комитетының йоғонтоһо Бөрйән районы һәм КПСС Өлкә комитеты өсөн, БАССР өсөн бик юғары ине. Бындай тиҙ мөҙҙәтле һәм тормош өсөн әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар булманы.
КПСС-тың район комитетының ул ваҡыттағы беренсе секретары В. Яҡшыбаев менән һуңғараҡ бер осрашҡанда, ул миңә КПСС-тың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары булып эшләгәнендә бындай юлдарҙы ун йыллап самаһы элек үк үҙҙәренең “Башводмелиорация” ПМК-һы көсө менән төҙөп бөтөүҙәре хаҡында һөйләне. Ни өсөн Бөрйән районында район эсендәге юлдар элегерәк шул уҡ көстәр менән төҙөлмәгән – был уға аңлашылмай ине.
Автомобиль юлын төҙөү шунда уҡ башланды. Ул ваҡытта ауыл хужалығы идаралығында был йүнәлештә районда берҙән-бер юғары белемле кеше булған Солтанбаев Хәкимйән Шәрифйән улы етәкселегендә проект-смета төркөмө эшләне. Бөтә әҙерлек процесы һәм төҙөлөш бер ваҡытта һәм параллель рәүештә тормошҡа ашырылды. Шунда уҡ Х. Солтанбаев тарафынан трассаның йүнәлеше һайланды, трассаның киңлеге буйлап урмансылар менән бергә ағастарҙы ҡырҡыу өсөн ағасты юнып билдәләр ҡуйылды.
Икенсе көнөнә тиерлек үк ағастарҙы ҡырҡыу һәм утын итеү өсөн ситкә сығарыу буйынса тәүге сираттағы өмәләр ойошторолдо. Параллель рәүештә ПМК-5-текеләр ағас төпһәләрен тамыры менән аҡтарып сығарыу һәм юл полотнаһын булдырыу өсөн яңы тракторҙарын һәм башҡа техникаһын шул яҡҡа күсерә башланы. Бер үк ваҡытта төҙөлөштөң титул исемлеге, төҙөлөш өсөн килешеүҙәр һәм проект-смета документтары төҙөлдө.
Төҙөлөш район халҡы өсөн шул тиклем тиҙ һәм көтмәгәндә старт алды, Ҡурғашлы урмансылығындағы шул юҫыҡтағы бер һөйләшеүгә ошо юл трассаһындағы ағастарҙы ҡырҡыу өсөн ағас билеты алырға барғанда үҙемә шәхсән шаһит булырға тура килде. Мәҫәлән, ошолайыраҡ имеш-мимештәр тарала ине: “Бына, райондың урман байлығын Яҡшыбаев менән Сәфәрғәлин ниндәйҙер серле маҡсаттар менән йөрөгән хәрбиҙәргә биргәндәр...”.
Миңә уларҙы тынысландырырға һәм район өсөн бик тә кәрәкле автомобиль юлы төҙөләсәге тураһында, Аҫҡар яғына барыу өсөн инде күпме Әүжән аша йөрөргә мөмкин, тип төҙөлөш хаҡында аңлатырға тура килде.
Төҙөлөш барышында бер ниндәй ҙә бюрократик ығы-зығыға юл ҡуйылманы, теләһә ниндәй ҡаршылыҡтар шунда уҡ хәл ителеп барҙы.
Төҙөлөштә ҡатнашыусы-ларҙың барыһының оператив һәм ойошҡан рәүештә эшләүе 1989 йылдың башына 7 саҡырымлыҡ тәүге өлөштө Аралбайҙың ҙур яланы менән тоташтырырға мөмкинлек бирҙе. Эргәлә ятҡан Ҡурғашлы, Монасип, Нәби, Тимер һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр юлдың был өлөшөнән бесән һәм утын алып ҡайтыуға мөмкинлек асылыуға бик шат булдылар.
Ошо урында ул ваҡиғаларҙан бер аҙ ситләшеп, ике ай самаһы элекке ваҡиғаларҙы миҫалға килтереп киткем килә. Бөйөк Британияның сит ил эштәр министры Австрияның сит эштәр министрына уның иленең Гитлерҙең хәрби эшмәкәрлегендә туранан-тура ҡатнашыуына һәм уның ғәмәлдәрен хуплауына дәғүә белдерҙе. Быға яуап итеп Австрия министры “Коронавирус” хәүефе көслө булған бөгөнгө көн менән йәшәргә тәҡдим итте һәм булған ваҡиғаны һүҙмә-һүҙ килтереп: “Бына Ҡытай 7 көндә был эпидемия менән сирлеләр өсөн 1000 урынлыҡ дауахана төҙөнө. Ә беҙ һеҙҙең менән 1000 урынлыҡ ошондай дауахана төҙөү кәрәклеге хаҡындағы мәсьәлә тураһында кәңәшләшеүгә 70 көн сарыф итер инек әле”, - тине.
Был хужалыҡ итеүҙең социалистик (коммунистик) ҡоролошонда райондың, республиканың йәки илдең кисектергеһеҙ һәм тәү сиратта үтәлергә тейешле бурыстарын хәл итеү өсөн ресурстарҙы мобилизациялауҙың асыҡ миҫалы.
Был автомобиль юлын төҙөгәндә Бөрйән районының хужалыҡсан етәкселәре һәм белгестәре тарафынан ҙур эштәр атҡарылды. Әйтәйек, “Урман һунарсылыҡ хужалығы” (З. Хоҙайғолов), ДРСУ (Х. Ҡотломөхәмәтов), ер төҙөлөшө буйынса инженер С. Әхмәтов һ.б. Төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың барыһы менән дә КПСС-тың район комитетының ул ваҡыттағы икенсе секретары Р. Яхин етәкселек итте.
Миңә, инженер булараҡ, был проблеманың техник яҡтан хәл ителеше, йәғни Аҫҡар ауылының район үҙәге Иҫке Собханғол менән бәйләнеүе ҡыҙыҡ ине. Сөнки 1977 йылдан алып, Бөрйән “Сельхозэнерго”һын ойошторған ваҡытта, Фрунзе исемендәге колхозға колеялы юлдар аша һәм Белорет районы биләмәһе аша барырға тура килә ине. Ә автомобилебеҙ “пирожковоз” булды. Йәғни – “Москвич-2275”. Кәрәк булғанда уның һөйрәүсе тәгәрмәстәренә сылбыр ҡуйып ала инек.
Аралбай – Исламбай юлын уңышлы төҙөп бөтөү факты буйынса ҡыуаныс айырыуса минең тәҡдимемде шунда уҡ хуплап, мөмкинлек кенә биреп ҡалмай, был мәсьәләне хәл итеүгә һәр яҡтан ярҙам һәм булышлыҡ иткән район етәкселәре В. Ш. Яҡшыбаев менән Ғ. З. Сәфәрғәлиндарҙың йөҙөндә асыҡ сағыла ине.
Шуға күрә мин ҙур ҡәнәғәтләнеү һәм ғорурлыҡ менән был автомобиль юлын КПСС-тың район комитетының ул ваҡыттағы беренсе секретары Вәхит Шәрифйән улы Яҡшыбаевтың һәм Бөрйән РАПО-һы рәйесе, һуңынан Бөрйән районы хакимиәтенең тәүге башлығы Ғилман Зәйнәғәле улы Сәфәрғәлиндарҙың матур иҫтәлеге тип һанайым!
Улар үҙҙәренең ролен район халҡына хеҙмәт итеүҙә тип аңланы. Халыҡ ихтирамын хужалыҡ итеүҙә һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлектә яуланылар! Ҡағы – Иҫке Собханғол юлы (60 саҡырым), газ үткәргес (Кесе Брәтәк – Иҫке Собханғол юғары баҫымлы отводы, 49,3 саҡырым) һәм башҡа масштаблы төҙөлөштәрҙе беҙ бергәләп ғәмәлгә ашыра башланыҡ.
Бөгөн Бөрйән һәм Белорет райондарында элек ағастары төпләнгән яландарҙы ағас баҫа. Райондарҙың етәкселәре перспективалар һәм халыҡтың көнүҙәк мәсьәләләре хаҡында нығыраҡ уйларға тейештәр.