Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 14:00

ЮЛДАРҘА РЕМОНТ ЭШТӘРЕ

Ҡарҙар иреп бөтөү менән юлдарҙа соҡор-саҡырҙар күбәйә, юл ыҙаһы башлана. Быйылғы йылда Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Ғәҙелгәрәй юлдары ремонтланасаҡ.

Ҡарҙар иреп бөтөү менән юлдарҙа соҡор-саҡырҙар күбәйә, юл ыҙаһы башлана. Быйылғы йылда Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Ғәҙелгәрәй юлдары ремонтланасаҡ.
Әле Иҫке Собханғол – Ғәлиәкбәр йүнәлешендә 10 саҡрымға яҡын ремонт эштәре башҡарылған. Соҡорҙарға таш түгелеп, тигеҙләнгән.
Аҫҡар юлдарында ла ремонт эштәре башланған, ләкин ҡар иреп, юлдар йомшара башлағанға күрә, эштәр ваҡытлыса туҡтатылған. Яҡын арала, юлдар кипһә, ремонт эштәре дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығынан.
- Бөрйән – Темәс йүнәлешендәге юлдарҙың да торошо тикшерелеп, ҡарап торола. Үтә иҙгеләнеп, боҙолған урындары, таш түгелеп, ремонтланасаҡ.
Ғәҙелгәрәй яғында юлдарҙың соҡорҙары тигеҙләнде. 15 апрелдән Бөрйән-Мораҡ юлдарына ремонт эштәре башланасаҡ. Ныҡ соҡорло урындарына таш түгеләсәк. Был юлдар айырыуса һаҡланған ерҙәрҙә булғанға күрә, яҡын-тирәнән юлды тигеҙләүгә материал алып булмай, район үҙәгенән ташырға тура килә. Шул сәбәпле бүленгән аҡсаның күп өлөшө ремонт өсөн материал ташыуға сарыф ителә. Аҡса, нигеҙҙә, ремонт өсөн түгел, ә юлды тәртиптә тотоу өсөн бүленә.
Быйылғы планда юлдарға асфальт түшәү ҙә бар. Әлеге мәлдә Бөрйән асфальт-бетон заводы ремонтта, апрель айының аҙаҡтарына эшләй башлаясаҡ. Әммә ул ваҡытҡа тиклем Белорет ҡалаһынан асфальт ташыу ҡаралған. Бөрйән-Ырғыҙлы юлдарына асфальт һалыуға экспертиза үткәрелгән. Яҡын арала Кейекбай тауына асфальт һалып бөтөп, аҡса етерлек кимәлдә бүленһә, артабан да дауам итергә иҫәп.
Юл, ремонт эштәре иртә яҙҙан башланһа ла ҡара көҙгә тиклем дауам итә. Башҡа ауылдарға юлдарҙың да хәл-торошон ҡарап торабыҙ, – тине Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлауидаралығы етәксеһе Руслан Денисламов.
Читайте нас: