Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2020, 18:00

ҺАҠЛАНҒАНДЫ АЛЛАҺ ҺАҠЛАР

Һаҡланғанды Аллаһ һаҡлар, тигән әйтем беҙҙең халыҡ күңелендә буштан ғына нығынмаған. Илебеҙгә генә түгел, бөтөн донъяға заман афәте, Аллаһ һынауы булып килгән коронавирус пандемияһына бәйле илебеҙҙең, Башҡортостандың руханиҙары халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Һаҡланғанды Аллаһ һаҡлар, тигән әйтем беҙҙең халыҡ күңелендә буштан ғына нығынмаған. Илебеҙгә генә түгел, бөтөн донъяға заман афәте, Аллаһ һынауы булып килгән коронавирус пандемияһына бәйле илебеҙҙең, Башҡортостандың руханиҙары халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Тәлғәт Тажетдин,
Рәсәй мосолмандары-ның үҙәк диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө:
- Хөрмәтле ватандаштар, дин ҡәрҙәштәр! Тотош донъяға, беҙҙең илгә Аллаһы Тәғәләнең ҙур һынауы – коронавирус пандемияһы таралды. Был афәт, бәләнән беҙ, табиптар, властар ҡушҡан талаптарҙы үтәп, берҙәм булып ҡына ҡотола аласаҡбыҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм: ”Мосолман үҙенә лә һәм башҡаларға ла зыян килтерергә тейеш түгел”, - тигән.
Президентыбыҙҙың алдағы указдарына 6 апрелдәге өҫтәмәләр ҡушылды – илебеҙҙәге мәсет, сиркәү, синагогаларҙа күмәк халыҡты йәлеп итеп, дини саралар, ғибәҙәттәр үткәрергә ярамай. Был мәсеттәр, сиркәүҙәр ябыла, тигән һүҙ түгел – ваҡытлыса ҡабул ителгән ҡарар.
Һеҙгә мөрәжәғәт итәм – үҙизоляция мәлендә мәсеттәргә йөрөмәгеҙ, йомаларҙы онлайн рәүештә үткәрегеҙ. Был саралар беҙҙең ЦДУМ сайтында барасаҡ.
Илебеҙ властары, табиптар ошо яман сир ныҡлап таралмаһын өсөн бөтә көсөн һала икән – уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыу зарур.
Айнур Бирғәлин,
Башҡортостан мосол-мандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй:
- Кем ошо вирусты йоҡторған йә ошо сир таралған ерҙә икән – ул ошо ерҙе ташлап китергә тейеш түгел; әгәр ошо ерҙе ташлап китһә, ул яу яланын ташлап ҡасҡан яугир ише буласаҡ һәм был оло гонаһтарҙан һанала – пәйғәмбәребеҙ саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм был хаҡта хәҙистәрендә әйтеп ҡалдырған.
Мәсеттәргә ныҡышып барыу, унда ғибәҙәт ҡылырға тырышыу ҙа илгә ошондай ҡурҡыныс афәт янаған мәлдәрҙә иман ныҡлығына һәм Аллаһтан ҡурҡыуға дәлил түгел. Киреһенсә, был – гонаһлы эш, сөнки был ғәмәл - үҙеңде һәм башҡаларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу.
Читайте нас: