Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Апрель 2020, 18:45

“ЮЛДАШ” ЮЛДАШЛЫ ИТКӘН

Һәр кемдең яҙмыш китабы үҙенсә яҙыла шул. Урамдан үтеп-сүткән йөҙ кешенең ғәмәл дәфтәре үҙенә башҡа – бер-береһенә оҡшаш түгел.

Һәр кемдең яҙмыш китабы үҙенсә яҙыла шул. Урамдан үтеп-сүткән йөҙ кешенең ғәмәл дәфтәре үҙенә башҡа – бер-береһенә оҡшаш түгел.
Егәрле ҡырмыҫҡа-ларҙай донъя көткән бынау күршеләргә, тырыша, юҡтан бар яһарға маташа бит кешеләр, тип тәҙрә үтә генә һоҡланып та, аптырап та ҡарап торғаным бар.
Күршеләрем Ләйсән менән Рәил хаҡында тәүге уйым “ҡалай ҡупырыштар” булды. Сөнки көйәнтәләп һыу ташыған Ләйсәндең биҙрә ҡылысына Рәиле бер ҡулы менән тотонған да, икенсе буш ҡулына һыулы биҙрә тотоп ҡушарлап һыу ташыйҙар.
“Ниңә улайтып йөрөйҙәр икән, кеше ҡыланмағанды”, - тип уйлауым ғына ла гонаһ булған – ҡоторғандан йөрөмәгән күршеләрем – донъя көтәм тип эшкә барған ерендә туҡмалып, күҙһеҙ ҡалған икән типһә тимер өҙөрлөк Рәил.
Танышып китеүҙәре лә ҡәҙимге түгел күршеләремдең – тағы бер тарих...
- Баймаҡ районының Йәрмөхәмәт ауылынанмын. Минең тормошом да яйлап ҡына үҙ йырҙаһынан ағып бара ине. Ауылда башланғыс класты бөттөм, Ярат ауылында урта белем алдым, Мәскәү эргәһендә әрме хеҙмәтен үтәнем, өйләндем, атай булдым. Тик... Ана шул бер көн минең тормошомдо баштүбән әйләндерҙе. Бөрйәндә район мәҙәниәт һарайы төҙөлөп ятҡан мәлдәр ине. Төҙөүсе булып эшкә килдем. Бер төндә булған хәл, аяныс ваҡиға битемде генә түгел, тотош яҙмышымды селпәрәмә килтерҙе. Үҙемдең яҡташым йоҡлап ятҡан ерҙә битемә тимер менән тондорған. Йоҡо үлем менән бер, тип белмәй әйтмәгәндәрҙер. Йоҡлаған кеше нисек һаҡланһын, ҡаршылыҡ күрһәтһен инде.
24 йәшлек сағымда минең өсөн ҡояш һүнде. Шулай ҙа рухым һынманы, өмөтөм өҙөлмәне... Әсәйем дауаханалар буйлап алып йөрөп ҡараны ла ул, килеп сыҡманы. Бит иҙелгән, күҙҙең нервылары үлгән булып сыҡты. Инвалид ир менән ҡатыным бер йыл йәшәп ҡараны ла айырылып китте. Инә ҡоштай асырғанып, балам, тип өҙгөләнеп янымда әсәйем ҡалды. Апайым Баймаҡтан бер бүлмә юллап алып бирҙе. Шунда үҙемдең төҫһөҙ генә тормошом менән йәшәп ятам, радио тыңлайым. Бер мәл “Юлдаш”ҡа шылтыраттым, пар эҙләйем, тигән теләгемде белдерҙем. Ошо тапшырыуҙы Ләйсән дә тыңлаған, ул миңә шылтыратып ебәрҙе. Танышып киттек, аҙаҡ яҙмыш тарафынан рәнйетелгән ике яңғыҙ тормош йөгөн бергә тартып, бер-беребеҙгә терәк булырға һүҙ ҡуйыштыҡ. Шулай мин үҙем эшләп киткән Бөрйәнгә кире килдем.
Әйткәндәй, суд мине күҙ сырағымдан яҙҙырған яҡташыма ҡарата, 250 мең һум мораль зыян ҡаплатырға, тип ҡарар сығарһа ла, шуны ла түләп бөтмәй, эҙһеҙ-йөйһөҙ юҡ булды ул кеше. Шөкөр, яҙмыш мине оло бәләм менән яңғыҙ ҡалдырманы – Ләйсән менән ике балаға (Айгүзәл менән Динисламға) атай һәм әсәй булдыҡ. Бер-беребеҙҙе аңлап йәшәйбеҙ, - ти Баймаҡ уҙаманы Рәил.
Алағуян буйында урынлашҡан был сыйырсыҡ ояһындай ғына матур йортҡа Ләйсән нисәнселер йылда Ишембай Ҡолғонаһынан ире, ике балаһы менән күсеп килгәйне. Әсәлек капиталына алынған йортон бар хәленсә тәрбиәләп, балаларын атайлы итеп йәшәтергә тырышып ҡараһа ла, бәхет ҡояшы ауаламаны уның - «йәшел йылан» менән дуҫлығы нығына барған ире киләле-ҡайталы йәшәп, баҡыйлыҡҡа күсеп китте.
Ике баланы уҡытыр, кеше итер кәрәк бит. Пекарняға төнгө сменаға эшкә сыға йәш ҡатын. Көндөҙгө эшкә сығыр ине – балалары ҡарауһыҙ. Күршеһенә, балаларыма күҙ-ҡолаҡ булып тор инде, тип әйтеп китә. Төнгө эштә эшләгәс, исмаһам, көндөҙ балалары янында була...
Шул мәлдә “Юлдаш” каналындағы тапшырыу Рәил менән уларҙың яҙмыш йырҙаһын бер итә – танышып, шылтыратышып һөйләшеп китәләр.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 14 апрель һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: