Был кешеләрҙе ишектән ары үткәрмәҫ булып, ишектең тотҡаһын нығыраҡ итеп ҡыҫып тоттом.
...Дарыуҙарымды ашап бөтөп, пенсияға тиклем оҙаҡ бит әле, тип һыҙланып, төрлө уйҙарға бирелеп диванда ятам. Хоҙайым бер кемгә лә ауырыу бирмәһен инде ул.
Шул мәл “Һаумыһығыҙ!” тип пенсия таратыусы килеп инмәһенме. Аптырап киттем, пенсия ала торған мәл етмәгән бит әле. Яңы ғына, пенсияға тиклем өс көн бар, дарыуһыҙ нисек йәшәрмен, тип уйланып ята инем... Бәй-й...
Әлбиттә, ҡыуанып киттем. Етмәһә, Ләлә апай, бына һеҙгә редакциянан битлек тә биреп ебәрҙеләр, тигәс теге пенсия таратыусы ҡатын, күңелгә тағы ла ҡыуаныс өҫтәлде. Уларҙы күрһәгеҙ, рәхмәт әйтерһегеҙ, тигәйнем, Ләлә апай, телефон аша үҙегеҙ әйтә тороғоҙ, тип йүгереп сығып та китте почта хеҙмәткәре.
Минең битлегем юҡ ине, урамға йомош-фәләнгә сыҡҡанда ауыҙ-моронға йоҡа ғына шарф урап йөрөй инем.
Ваҡытынан алда килгән пенсиямды диванға йәйеп һалып, бирәсәктәремде, йылылыҡ, яҡтылыҡ, газ, һыу, сүп-сар, капиталь ремонт, телефон, телевизор күрһәткән өсөн түләүҙәрҙе барлап, уларҙың һәр ҡайһыһына аҡса тәғәйенләп һалып сыҡтым. Унан дарыуҙарға күстем... Уларҙан ҡалғаны – ашарға...
Шулай исемлек төҙөп, бер диван итеп аҡса туҙҙырып ултырһам, кемдер ныҡ ҡына итеп ишек шаҡыны. Аҡсаларымдың өҫтөнә яулыҡ ябып, өҫтөнә мендәр һалдым да ишеккә барҙым. Асып ебәрһәм, ике ҙур кәүҙәле ир-егет баҫып тора. Матур ғына итеп һаулыҡ һораштылар ҙа: “Бына, Ләлә апай, һеҙгә урамда йөрөмәҫ өсөн бер сумка аҙыҡ-түлек алып килдек”, тигәйнеләр, ҡылт итеп сиғандар иҫкә килеп төштө. Әллә беҙҙең коронавирустан ҡаңғырып йөрөгән сағыбыҙ менән файҙаланып, былар үҙҙәренең тауарын өй беренсә һатып йөрөйҙәр микән, тип уйлайым.
Хәтерҙә, элек бер мәл сырылдашып балалары, ҡатын-ҡыҙҙары, ир-аттары бергә килеп инделәр ҙә, беҙҙең ҡурҡып ҡалыуҙы күрептер инде, кәштәләге сәйҙәребеҙҙе, көлсә икмәк кенәбеҙҙе алып сығып киткәйнеләр. Шул ваҡиға иҫкә килеп төштө.
Был кешеләрҙе ишектән ары үткәрмәҫ булып, ишектең тотҡаһын нығыраҡ итеп ҡыҫып тоттом. Теге егеттәр өр-яңы куртка кейеп алғандар, ялтыр папкалары ла бар. Йөҙҙәрендә битлек. Һис танырлыҡ түгел. Үҙҙәренең ҡулдарында аҙыҡ-түлек тулы елле сумка.
Мин нимә тураһында һүҙ барғанын белмәгәс, шул сумканан үҙемә оҡшағанын һайлап алырға тейешмен икән, тип уйлайым. Баҡтиһәң, олоғара ошо сумка тулы продукция тотошлайы менән миңә икән.
Мин быға ышанып етмәгәс, бына әле генә, иртәрәк булһа ла, пенсиямды килтерҙеләр, тип һүҙ көрәштереп маташам әле ул.
- Ләлә апай, был ауыл хакимиәтенән ҡарауһыҙ һәм яңғыҙ йәшәгән оло кешеләр өсөн, - тигәстәр, тағы ла аптырауға ҡалдым.
- Ошо бер сумка аҙыҡ-түлекте һеҙгә килтерҙек. Урамға сығып йөрөмәйһегеҙ, ошоно ашап, өйөгөҙҙә генә ятаһығыҙмы, ултыраһығыҙмы – уныһы һеҙҙең эш, - тигәстәре йөрәккә бер аҙ йылы инде.
- Улай изге эш менән йөрөгәсегеҙ, әйҙәгеҙ, үтегеҙ, - тип теге егеттәрҙе өйгә әйҙүкләнем.
Икеһе лә битлек кейгәндәр – ҡурҡтым шул. Исемемде ҡайҙан беләләр, тиһең әле.
Өйгә ингәс, әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, тигәйнем, юҡ, рәхмәт, эшебеҙ күп әле, тинеләр. Шунан минең менән фотоға төштөләр. Ҙур ғына исемлеккә ҡултамға ла ҡуйҙырып алдылар.
- Ләлә апай, беҙҙең районда, шөкөр, теге коронавирус тигән ауырыу юҡ. Ҡурҡмағыҙ. Ләкин һаҡланыу кәрәк. Был турала махсус бойороҡ булды. Уны барыбыҙ ҙа үтәргә тейешбеҙ, - тип егеттәр һаубуллашып сығып киттеләр.
Улар сығып киткәс, күстәнәстәрен асып ҡараһам... ҡош һөтөнән башҡа барыһы ла бар.
Ошондай хәстәрлектәре, оло кешеләргә иғтибарлы, ихтирамлы булғандары өсөн етәкселәргә ҙур рәхмәт. Теге егеттәргә лә ныҡ рәхмәтлемен.
Иң беренсе теләгем – илебеҙ тыныс булһын, бындай бәлә-ҡазалар бүтән булмаһын. Барыбыҙға ла һаулыҡ бирһен Хоҙай!
Был изгелек, яҡшылыҡ йөрәгемә һыйып бөтмәне, шуға һеҙҙең менән дә уртаҡлаштым, райондаштарым...
Р. S. Почтальон Ләлә апайға Әлфиә Ғәләүетдинова теккән битлекте тапшырған (редакциянан).