Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2020, 11:00

ҺӨНӘРЕНӘ ТОҒРО ҠАЛҒАН

Байназар участкаһында ветеринар фельдшер булып хеҙмәт итеүсе Ишдәүләт Ырыҫйән улы Мөхәмәтйәнов ғүмере буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡалған кеше.

Байназар участкаһында ветеринар фельдшер булып хеҙмәт итеүсе Ишдәүләт Ырыҫйән улы Мөхәмәтйәнов ғүмере буйы үҙ һөнәренә тоғро ҡалған кеше.
Ул оҙаҡ йылдар Мәһәҙей ауылынан Байназарға йөрөп эшләй. Армиянан ҡайтҡас, Йылайырҙа ауыл хужалығы техникумын тамамлай. 1982 йылдан алып бөгөнгәсә, инде 40 йыл, ветеринар һөнәренә тоғро.
Заманында колхоз бригадиры, ферма мөдире вазифаларында эшләп ала. Шул ваҡытта ла ветеринар эшмәкәрлеген бергә алып бара Ишдәүләт ағай.
- Беҙҙең ҡарамаҡта һәммәһе 5 ауыл: Яуымбай, Байназар, Мәһәҙей, Ҡурғашлы, Мораҙым. Эшен намыҫ менән башҡарған хеҙмәттәштәрем Фәнил Вәлиев һәм Айбулат Малакаев менән бергә эшләйбеҙ.
Әгәр ҙә эшең оҡшаһа, белеп башҡарһаң, бер эштең дә ауырлығы юҡ ул. Беҙҙең эшебеҙ малдарҙы, хайуандарҙы ҡарауҙан, уларҙың һаулығын ҡайғыртыуҙан ғибарәт. График буйынса әле шәхси хужалыҡтарҙа малдарға - эмкар ауырыуына (төрткө ауырыуы), эт-бесәйҙәргә ҡотороу сиренә ҡаршы вакцинация үткәреп йөрөйбөҙ. Шулай уҡ биркалар ҡуйыу ҙа әүҙем алып барыла. Лейкоз, бруцеллёз сирҙәрен асыҡлау маҡсатында малдарҙан ҡан алабыҙ. Уның араһында фермерҙарҙың да малдарын ҡарайбыҙ. Әле Мораҙым, Ҡурғашлы ауылдарын хеҙмәтләндереп бөттөк.
Әлбиттә, мал янына барыр алдынан иң беренсе уның хужаһы менән килешеү кәрәк, сөнки ҡайһы саҡ ҡаршы төшкән кешеләр ҙә осрай. Шуға күрә кеше менән һөйләшә белеү ҙә, тәүәкәллек тә кәрәк был эштә. Яҙ көнө саҡырыуҙар күп була, - тип эштәрен барлап китте Ишдәүләт Ырыҫйән улы.
Ветеринарҙар хайуандарҙы ғына дауаламай, улар кешелек донъяһының сәләмәтлеге өсөн яуаплылыҡ тоя. Ысынлап та, әгәр сирле малдан алынған продукция һатыуға сыҡһа, ҡулланыусылар өсөн эштең аҙағы күңелһеҙ тамамланырға мөмкин.
Ишдәүләт Мөхәмәтйәнов - өлгөлө ғаилә башлығы ла. Ҡатыны Зәбирә менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улары эйәле-башлы булып, Сибайҙа, Асҡында матур тормош көтәләр.
-Йәй ҡайтып төшһәләр, өй гөрләп тора. Күпләп мал тотабыҙ. Алай ҙа ҡатыным сос. Ул - Берлек ауылы ҡыҙы. Фермала һауынсы булды, аҙаҡ китапханала эшләп хаҡлы ялға сыҡты, - ти.
Читайте нас: