Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Апрель 2020, 12:00

ЭШЛӘГӘНГӘ ЛӘ, ЙӘШӘЙЕМ, -ТИ АСИЯ ХӘКИМЙӘН ҠЫҘЫ МАНАПОВА

1936 йылғы, 84 йәшлек Асия инәй өйҙәге барлыҡ эштәрен үҙе башҡарып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.

1936 йылғы, 84 йәшлек Асия инәй өйҙәге барлыҡ эштәрен үҙе башҡарып, бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Байназар ауылынан Хәкимйән һәм Сәмиға Йәғәфәровтарҙың ҡыҙы Асия Яңы Собханғол ауылына 1954 йылда килен булып төшә. Тормош иптәше Салауат Мөхәмәтхан улы Манапов менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Дүрт ҡыҙы, өс улының барыһы ла уҡып, эшсе һөнәрҙәренә эйә булып, иҫән-һау төрлө тарафтарҙа ғүмер кисерәләр.
Тик Асия инәйҙең тормош иптәше Салауат Мөхәмәтхан улына ғына балаларының киләсәген күрергә яҙмай. Ул йәшләй донъя ҡуя: 45 йәшендә генә аварияға эләгеп, вафат булып ҡала. Асия инәй 38 йәшендә генә ете балаһы менән тол ҡала. Асия инәйҙең хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре 90-дан артып китә.
Тормош һынауҙарына бирешмәй, яҙмышына күнеп, ете балаһын тәрбиәләй, кеше итергә тырыша ул. 17 йыл мәктәптә иҙән йыуа, донъяһын, малын көтә, урындағы хужалыҡҡа бесән әҙерләүҙәрҙән дә ситтә ҡалмай, төрлө эштәрҙә бил бөгә.
- Аллаға шөкөр, балаларым килеп ярҙам итеп тора, үҙҙәре лә ҡунаҡҡа саҡыра. Балаларымдың: “Өләсәйҙең сәйе тәмле була, әйҙә, өләсәйгә барайыҡ”, тип әйтеүҙәрен ишетеү күңелемә майҙай яғыла, - ти инәй, балаларынан риза булып.
Беҙ барғанда инәй бүләсәренең балалар баҡсаһында үтәсәк байрамына барырға йөрөй ине. Иң бәләкәй бүләре өләсәйен ҡартый тип йөрөтә икән, үҙенсә ҡарт өләсәй тийеүе инде.
Асия инәй үҙен иң бәхетле өләсәй тип һанай.
- Бала саҡта күргән-кисергән ыҙаларҙы, михнәттәрҙе яҙһаң, бик күп инде, китап яҙырлыҡ улар. Атайым һуғышҡа киткәндә миңә - 5, һеңлем Зәйтүнәгә 3 йәш ине, ә иң бәләкәйебеҙ Сәрүәр сәңгелдәктә генә ятып ҡалды. Ул сығып киткәс, беҙ тәҙрә туҡмап илап тороп ҡалдыҡ, - ти инәй, күҙҙәренә йәш алып.
Бәләкәй генә булһаҡ та эшкә ҡуштылар, иң тәүҙә көлтә бәйләнек. 12 йәштән әсәйгә ярҙам итә башланыҡ.
Ураҡ урҙыҡ, ҙурайғас, саба белмәһәк тә, бесәнгә йөрөнөк. Әсәйем, аяғы ауыртһа ла, беҙҙе ташламаны, ас-яланғас, етем итмәне. Үҙебеҙ ҙә сос булдыҡ. Картуф, тары, арпа сәстек. Хөкүмәттән ярҙам булманы, үҙебеҙҙең көс менән йәшәнек. Бөтөн эште эшләнек. Эшләмәгән эш ҡалмағандыр. Шул эш эшләгәнгә лә йәшәйемдер әле, - ти ул.
Эш барышында кескәй генә ҡулдары билсәнгә сәнселеп, улары төндәрен һыҙлап, сеңләп илауҙары иҫендә ҡалған. Уйнар ғына саҡтарында иңдәренә шундай көс төшә, аңлап та, аңламай ҙа ололар эшен башҡаралар. Бала бала инде, шул хәтлем эш араһында ла уйнарға ваҡыт таба.
- Ағас ботағына йәбешеп әүһәләй эйә торғайныҡ. Ә бер хәл ныҡ хәтерҙә ҡалған. Байназарҙа Ҡурыуҙы тауы башынан трактор төшөп килә. Тракторҙың төтөнө ҡап-ҡара булып сыға. Элек бит тракторҙы утын яғып йөрөткәндәр. Ә беҙ, бала-саға, уны белмәгәс, һуғыш килә, тип ҡурҡып, өй башына менеп китәбеҙ. Кире төшәбеҙ, кире менәбеҙ... Ахыр сиктә әсәйҙең бешерергә тип ултыртҡан тары көлтәләрен туҙҙырып, ҡойоп бөткәнбеҙ. Шулайтып үтте инде, беҙҙең бала саҡтар. Ике һеңлем дә ошо ауылда йәшәгәс, килеп торалар, яңы ғына элекке ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөп, оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ, - ти Асия инәй.
Инәй гөлдәр үҫтерә, үҙе икмәк бешерә, керен дә йыуа, һыу индерә, иҙәнен дә йыуа, утынын да әҙләп үҙе индерә. Кеше һуғым һуйһа, эсәк йыуырға ла йөрөй икән хатта. Ҡыҙы Миңлегөл әйтеүенсә, туғандары һуғым һуйып та өндәшмәһә, үпкәләргә мөмкин.
Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, йөрәге менән йәш ҡалған, шаяртыуға ла оҫта инәй, бала сағы ауыр михнәттәр күреп үтһә лә, хәҙер үҙен иң бәхетле өләсәй тип һанай, барлығына шөкөр итә.
Читайте нас: