Башҡортостанда 8 апрелдә doroga02.ru тигән портал эшләй башланы. Был сервис ярҙамында республикала йәшәүселәр бөгөнгө үҙизоляция шарттарында үҙҙәренең шәхси транспортында ҡайҙалыр барыуға рөхсәт алыу мөмкинлегенә эйә.
Башта үҙеңдең йәшәгән урыныңды һәм автомобилеңдең номерын күрһәтеп, теркәлергә кәрәк. Шулай уҡ сәфәреңдең маҡсатын да атау шарт. Ҡайҙалыр сәфәр ҡылыу көнөнә бер тапҡыр 90 минутҡа рөхсәт ителә.
Бирелгән рөхсәтте ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә күрһәтеү өсөн принтерҙан сығарып алып йәки электрон форматта һаҡларға кәрәк.
Ситкә сығырға рөхсәт ителгән 11 осраҡ:
-яҡын туғандарыңдың сабыйы донъяға килеүе;
-яҡын туғаныңдың үлеме;
-башҡа урындан үҙеңдең йәшәгән ереңә ҡайтыу;
-яҡын туғандарыңа дарыу, аҙыҡ-түлек йәки беренсел кәрәк-яраҡ тауарҙар алып барыу;
-ауыр сирле йәки ҡарауға мохтаж туғаныңды ҡарау;
-алдан яҙылыу буйынса дауаханаға йәки поликлиникаға барыу;
-МФЦ-ға мөрәжәғәт итеү;
-банкка йәки башҡа финанс учреждениеһына барыу;
-элемтә салонына барыу;
-үҙең етештергән аҙыҡ-түлекте һатыу.
10 апрелдән баҡса участкаларына һәм дачаларға барырға мөмкин.
Сервисты асып, етәкселек халыҡтың аҡыллы һәм тәртипле эш итеренә ышаныс бағлай.