Радий Хәбиров ололарҙы өйҙә ултырырға һәм тағы ике аҙна түҙергә саҡырҙы. Режимды боҙған өсөн штраф ҡаралған, уны элеккегә ҡарағанда әүҙемерәк яҙырға вәғәҙә бирҙеләр.
«Беҙ 65 йәштән өлкәндәрҙең, уларҙың ниндәй хәл-шарттары булыуына ҡарамаҫтан, тышта йөрөү ваҡытын сикләйбеҙ. Урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 6-нан иртәнге 10-ға тиклем 65 йәштән өлкәндәрҙең йәмәғәт урындарына бармауын талап итәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш, балалар өсөн комендант сәғәте индерелде – уларға киске сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарына барыу тыйыла. Мәҫәлән, балаларҙың ата-әсәһенең йомошо буйынса магазинға барып килеү өсөн биш сәғәте бар. Режимды боҙған өсөн штрафты ата-әсәләр түләй.
«Балаларға ҡарата ла үҙизоляция тәртибенең йомшарыуын теркәйбеҙ. Балалар өйҙә ултырырға тейеш. Бынан тыш, уларҙың дәрестәре бара. Шуға күрә беҙ балалар ҙа урындағы ваҡыт буйынса сәғәт 6-нан көндөҙгө 1-гә ҡәҙәр йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш тигән ҡарар ҡабул иттек», — тип белдерҙе Башҡортостан башлығы һәм биләмәләрҙе тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты.