Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 13:45

ХАЛЫҠ МӘНФӘҒӘТТӘРЕ – ТӘҮГЕ УРЫНДА

Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе һәм уның барышында коронавирус таралыуынан зыян күргән граждандарға һәм бизнесҡа яңы яҡлау саралары хаҡында иғлан итте.

Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы субъекттары етәкселәре менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе һәм уның барышында коронавирус таралыуынан зыян күргән граждандарға һәм бизнесҡа яңы яҡлау саралары хаҡында иғлан итте.
Алғы һыҙыҡтағы медиктарға – өҫтәмәләр
Яңы коронавирусҡа ҡаршы көрәштә алғы һыҙыҡта эшләгән Рәсәй табиптары өс ай дауамында федераль түләүҙәр алырға тейеш.
«Коронавирус инфекцияһы раҫланған пациенттар менән туранан-тура эшләгән табиптар өсөн бындай түләү – айына 80 мең һум. Урта медицина персоналына – фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына – 50 мең һум. Кесе медицина персоналына — 25 мең һум. Коронавирус йоҡторғандар менән эшләгән ашығыс ярҙам табиптарына килгәндә, уларға айына 50 мең һум түләнә. Фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм водителдәр өсөн – 25 мең һум», — тине дәүләт башлығы.
Бынан алда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы менән сирләгәндәргә ярҙам күрһәткән табиптарға өҫтәмә түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны. Урта медперсоналына өҫтәмә — 15 мең, кесе медперсоналға — 5 мең һум. Юғары белемле хеҙмәткәрҙәргә — 25 мең.
3 йәшкә тиклемге балаларға – 5-әр
мең һум
Рәсәй Президенты Владимир Путин халыҡҡа телемөрәжәғәтендә әйткән балалы ғаиләләргә өҫтәмә социаль ярҙам саралары тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Указдың тексына ярашлы, апрель-июндә өс йәшкәсә балаһы булған һәм Әсәлек капиталына хоҡуҡтары булған ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге һәр балаға ай һайын бишәр мең һум түләнә.
Аҡса алыу өсөн 2020 йылдың 1 октябренә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бынан тыш, Рәсәй Президенты ата-әсәләр эшһеҙ ҡалған балалы ғаиләләр өсөн яңы яҡлау саралары хаҡында ла телгә алды. Бындай ғаиләләргә, эшһеҙлек буйынса пособиенан һәм башҡа түләүҙәрҙән тыш, яҡындағы өс айҙа өҫтәмә рәүештә ғаиләләге һәр бәлиғ булмаған бала иҫәбенә 3-әр мең һум түләнәсәк.
Эшһеҙ
ҡалғандарға ла
пособие күләме
арта
Яҡлау саралары ағымдағы йылдың 1 мартынан һуң эштәрен юғалтҡандарға ла ҡағыла. Уларға май-июнь айҙарында эшһеҙлек буйынса пособие автоматик рәүештә иң юғары планка буйынса МРОТ күләмендә (12 мең 130 һум) түләнәсәк.
Документтарҙың мөҙҙәте үтһә
Президент Хөкүмәткә паспорттарҙың, водитель танытмаларының, башҡа танытма документтарҙың ғәмәлдә булыу ваҡытын өс айҙан да кәм булмаған срокҡа автоматик рәүештә оҙайтып тороу механизмын эшләргә ҡушты.
Кесе һәм урта бизнесҡа ярҙам
Рәсәйҙә кесе һәм урта бизнес өсөн 30 проценттан 15 процентҡа тиклем кәметелгән социаль иғәнә күләме оҙайлы мөҙҙәтле буласаҡ.
Бынан тыш:
-зыян күргән предприятиеларға экстрен, өҫтәмә ярҙам сифатында уларҙың социаль фондтарға страховка иғәнәләрен 6 айға кисектереп тороу;
-кесе һәм урта бизнесҡа НДС-тан башҡа бөтә һалымдарын шулай уҡ яҡындағы 6 айға кисектереп тороу (был бурысты артабан яйлап түләү юлы менән) һ.б. ҡаралған.
Читайте нас: