Был аҙнала уҡыусыларҙың яҙғы каникулдан һуң яңынан уҡыуҙары башланды. Әммә был беҙ бығаса күреп өйрәнгән ғәҙәти уҡыу түгел. Донъяла һәм илдә коронавирусҡа бәйле киҫкен хәл килеп тыуыу сәбәпле, белем алыу дистанцион ойошторолдо.
Уҡыусылар сиректе үҙҙәренең класс бүлмәләрендә, мәктәптәрҙә түгел, ә өйҙәрендә, дистанцион уҡыу рәүешендә башларға мәжбүр булдылар.
Ырғыҙлы мәктәбенән хәбәр итеүҙәренсә, уҡытыусылар электрон кейс аша уҡыталар. Ватсапп, «Бәйләнештә» селтәрҙәре аша уҡыусыларға төрлө эштәр ебәрелә. «Ҡағыҙ кейс аша уҡытыуға ғаризалар булманы, була ҡалһа, уға ла әҙербеҙ. Техникаларыбыҙ бар. Мәҡсүт ауылыныҡылар ҙа ватсапп аша уҡыйҙар. «Мегафон», «Билайн» бәйләнешенең тиҙлеге бик яй», тиҙәр ырғыҙлылар.
Брәтәк ауылында 73 балаға дистанцион уҡыуҙың электрон кейс уҡыу ысулы ҡаралған. Ватсапп, «Бәйләнештә» селтәрҙәрендә уҡытыусылар сәхифәләр төҙөгәндәр. Һәр уҡытыусы үҙ сәхифәһенә яуаплы. «Ҡағыҙ кейсына ла ғариза булды, был ысул менән дә уҡытасаҡбыҙ. Һәйет ауылында йәшәгән уҡыусыларҙы ҡағыҙ кейсы менән уҡытырбыҙ, тип уйлағайныҡ, уларҙан ғариза булмағас, электрон ысул менән бәйләнеш тотабыҙ. Көндөҙ интернет селтәрҙәренә ҙур баҫым булғас, күп кенә материалдарҙы, видео яҙмаларҙы ебәрә алмайбыҙ. Студенттар ҙа, уҡыусылар ҙа бер үк мәлдә ултыралар. Интернет селтәрҙәренә баҫым төнгә ҡарай ғына кәмей, шул рәүешле уҡытыусылар материалдарҙы төнөн әҙерләргә мәжбүр», тинеләр.
Ҡотан, Ғәлиәкбәр, Ҡолғана мәктәптәрендә лә ошо уҡ хәл, тип әйтеп үттеләр. Интернет тиҙлеге иртәнге сәғәт 8-ҙән төнгө 2-гә тиклем бик яй, сәғәт 3-тә шәбәйә. Ошо арауыҡта материалдарҙы эҙләп, әҙерләп ҡалырға тырышабыҙ, тине уҡытыусылар. Интернет тиҙлеге яй булыу сәбәпле, икенсе аҙна инде уҡыу платформаһына «Дневник.ru», «АИС» системаларын компьютерға, ноутбукҡа ҡуя алмауҙарын хәбәр иттеләр.
Иҫке Собханғол мәктәбендә лә электрон һәм ҡағыҙ кейсы ысулы менән уҡытыу ойошторолған. Онлайн-дәрестәр үткәреүгә интернет селтәрҙәренең көсө етерлек кимәлдә түгел. Дежур кластарға ата-әсәләрҙән ғаризалар булмаған, әммә был ысулға мәктәп тулыһынса әҙер.
- Дистанцион белем алыуҙа, һис шикһеҙ, уҡыусыларға баһа ҡуйыласаҡ, әммә уҡыуҙың тәүге аҙнаһында беҙ «икеле» һәм «өслө» билдәләре ҡуймаҫҡа тырышасаҡбыҙ, - тине уҡытыусылар.