Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Апрель 2020, 15:00

БӨРЙӘН МЕНӘН БЕЛОРЕТ СИГЕНДӘ ИКЕ МЫШЫНЫ АТҠАНДАР

Бөрйән районы менән Белорет районы сигендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ике ата мышы атыу осрағы асыҡланған.

Бөрйән районы менән Белорет районы сигендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан ике ата мышы атыу осрағы асыҡланған.
Ҡулға алынған браконьерҙарҙан һорау алына. Полиция тәфтиш эштәре алып бара. Тәртип боҙоусыларҙың бер мылтығы тартып алынған.
Был осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы белгестәре, хайуандар донъяһына 800 мең һум күләмендә зыян килтерелгән, тип белдерә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – әле һунар миҙгеле ябыҡ.
(Материалдар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының рәсми сайтынан алынды).
Читайте нас: