Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Апрель 2020, 20:00

УРМАНДАРҒА КЕРҺӘҢ, ЗАКОНДЫ БЕЛ...

Үҙ мәнфәғәттәре өсөн ҡолаған, ҡороған ағастарҙы әҙерләү һәм йыйыу менән булышҡан граждандарға иҫкәрмә.

Үҙ мәнфәғәттәре өсөн ҡолаған, ҡороған ағастарҙы әҙерләү һәм йыйыу менән булышҡан граждандарға иҫкәрмә.
2018 йылдың 18 апрелендәге «Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһындағы» Федераль законына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы Урман кодексының 32-се статьяһының 2-се өлөшөнә (артабан – Урман кодексы) үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, ҡолап ятҡан (валежный) ағастар “ағас булмаған” (недревесный) урман ресурстары булып һанала.
Уларҙы әҙерләү һәм йыйыу Урман кодексының положениеһына, йәғни 32-се статьяһына (“Ағас булмаған” урман ресурстарын әҙерләү һәм йыйыу”) һәм 33-сө статьяһына («Граждандар тарафынан үҙ ихтыяждары өсөн “ағас булмаған” урман ресурстарын әҙерләү һәм йыйыу») ярашлы тормошҡа ашырыла.
Граждандарҙың “ағас булмаған” урман ресурстарын үҙ мәнфәғәттәре өсөн йыйыу һәм әҙерләү тәртибе Урман кодексының 11-се статьяһында билдәләнгән. Граждандар урманда ирекле һәм бушлай йөрөүгә, үҙ ихтыяжы өсөн “ағас булмаған” урман ресурстарын әҙерләү һәм йыйыу хоҡуғына эйә. Ләкин бында яңы йыл байрамдары өсөн шыршы һәм башҡа ылыҫлы тоҡом ағастары алыу тураһында һүҙ бармай.
Юғарыла әйтелгән эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыусы граждандар урманда янғын хәүефһеҙлеген, урмандың санитар хәүефһеҙлеген, урман тәрбиәләү ҡағиҙәләрен үтәргә бурыслы.
Урман кодексының 33-сө статьяһының 4-се өлөшөнә ярашлы, граждандарҙың шәхси мәнфәғәттәре өсөн “ағас булмаған” урман ресурстарын әҙерләү һәм йыйыу тәртибе Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡануниәте тарафынан билдәләнә.
Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: ҡороған (сухостой) ағастар, урман ултыртыу һәм ағас киҫелеп бөтмәгән урындарҙағы тапсыҡ ҡалдыҡтары һымаҡ уҡ, ятҡан (валежный) ағас булып һаналмай.
Ҡороған, ләкин тамырында торған ағастар ятҡан (валежный) түгел, ә ҡороған (сухостой) ағастар икәнлеген дә аңлау мөһим.
Мәҫәлән, үҙ тамырында торған ҡоро ағастар “үлек” тип һанала, әммә ул ергә ҡоламай, ә һаман тороуын дауам итә, шуға ла ошондай ағастар ятҡан (валежный) ағастар иҫәбенә инмәй.
Бынан тыш, ағас ерҙә ятып та, уның тәбиғи “үлек” билдәләре булмаҫҡа мөмкин (йәшел ылыҫы йәки япраҡтары булһа), бындай ағастарҙы «үле» тип билдәләргә ярамай.
Тамыры менән ҡолап ятҡан ағастар “үле” ағас булып һаналмай. Улар ерҙә ятһа ла, йәшәүен дауам итә ала, һәм хатта нәҫел бирергә лә мөмкин.
Ел-дауыл тарафынан ҡолаған ағастар “үле” тип һаналһа ла, уларҙың кипкәнлек билдәләре барлыҡҡа килһен өсөн күпмелер ваҡыт талап ителә.
Ятҡан ағасты йыйыуға уның олонон тамырынан айырыуға килтергән бысыуҙы, ҡырҡыуҙы, балта менән сабыуҙы талап итмәгән эштәрҙе тиңләргә кәрәк.
Урман эшкәртеү участогында ятып ҡалған бүрәнә, иҫке штабелдәр урман участкаһы ҡуртымсыларының шәхси милеге булып тора, шуға күрә бындай ағастарҙы ла алырға ярамай.
Шулай итеп, теге йәки был ағасты (йәки уның өлөшөн) ятҡан (валежный) ағасҡа тиңләү өсөн түбәндәге критерийҙарҙы берләштерергә кәрәк:
1)ағас йәки уның ниндәйҙер өлөшө ер өҫтөндә ята;
2)ағастың тәбиғи “үлек” билдәләре бар (үлгән ағас);
3) ағастар йәки уларҙың айырым өлөштәре урман эшкәртеү урындарында ята, уларҙа бысыу, ҡырҡып алыу йәки сабып алыу билдәләре юҡ.
Ағастарҙың ылыҫтары һәм япраҡтары, һуты булмаһа, ҡабығы олононан тулыһынса йәки өлөшләтә ҡубып төшкән, ағастың төҫө үҙгәргән (һоро, ҡоңғорт - көрән төҫ ала башлаған), уны бәшмәк, мүк, ҡоротҡос бөжәктәр баҫҡан булһа, был ағастарҙы тәбиғи “үлгән”, йәғни, кипкән, серегән ағастарға тиңләргә ярай.
Иң мөһиме, шуны оноторға ярамай: ятҡан (валежный) ағастың төшөнсәһен аңлап етмәү, уны йыйыу ҡағиҙәләрен белмәү административ, хатта енәйәт яуаплылығына ла килтереүе мөмкин.
Хәҙер халыҡ ҡороған ботаҡтарҙы, тәбиғи рәүештә ҡолап серегән ағастарҙы бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ һәм бушлай йыл дауамында йыя һәм әҙерләй ала. Бының өсөн эш ҡоралдары – ҡул бысҡыһы, балта, яғыулыҡ менән эшләгән бысҡы ҡулланырға ярай, ә махсус техника рөхсәт ителмәй.
Иң мөһиме – тупраҡ ҡатламына, ҡиммәтле тоҡомло йәш үҫентеләргә, йәш ағастарға зыян килтермәү.
Янғын хәүефе булған айырым осорҙа ғына урманға инеү ваҡытлыса тыйыласаҡ.
Граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн урманда ятҡан (валежный) ағастарҙы әҙерләү һәм йыйып алыу эшмәкәрлегенә Урман кодексының 27-се статьяһына ярашлы сикләүҙәр ҡуйылыуы мөмкин.
Читайте нас: