Ярты быуаттан ашыу ғүмерен кеше һаулығына бағышлаған Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы Сәфәрғәлина 1940 йылдың 15 апрелендә Иҫке Мөсәт ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Зәйнетдин олатайымдың ике аты, ике һыйыры, 10-лап һарығы, ҡорто, солоғо була.
1947 йылда Иҫке Мөсәт башланғыс мәктәбенә уҡырға инә. 1951 йылда уны уңышлы тамамлай. Уның беренсе уҡытыусыһы Йортбағышев Ҡорбанғәле Ишҡыуат улы була. Тәүге уҡытыусыһын хөрмәтләп һәм уның ҡулында уҡыған саҡтарын һағынып иҫкә ала Ләлә апай. Әле лә уның менән аралашып, хәлен белешеп тора. Артабан Яңы Собханғол ете йыллыҡ һәм Иҫке Собханғол урта мәктәптәрендә белем ала. Үҙенең математика уҡытыусыһы Рәхимйән Вәлиев, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм класс етәксеһе Евгений Соболев, математика уҡытыусыһы Мазһар Ғәлиуллин, Зәки Сәғитов хаҡында күңелендә матур хәтирәләр һаҡлай. Ауырыу кешене нисек тә шәбәйтеү, уны һауыҡтырыуға ынтылыу хыялы унда медицинаға ҡыҙыҡһыныу уята. Бала сағынан тәнгә ҡаҙалған сүпте сығарыу, күҙгә төшкән дегәнәкте алыу, шешектәрҙе дауалау, кеше табанының ҡатыуын алыу кеүек һ. б. дауалауҙар менән булыша.
Һәләттәрен артабан үҫтереү маҡсатында, 1957 йылда имтихандарын яҡшы билдәләргә генә тапшырып, Өфөнөң 1-се һанлы медицина училищеһына уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлап, тыуған районына эшкә ҡайта. Шул уҡ йылда Яңы Собханғол фельдшерлыҡ пунктына фельдшер булып эшкә урынлаша. Яратҡан эшенә ихлас тотоноп, бар көсөн, һәләтен һала. “Яңы юл” колхозы фермаларында ҡуна ятып эшләй. Медицина ярҙамы күрһәтә, лекциялар уҡый, кәрәк булһа, һауынсыларҙы алыштырып, ял иттерә, эшселәрҙе халыҡ-ара хәлдәр менән дә таныштырып өлгөрә. Колхоздың йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, бер нисә саҡырылышта ауыл советы депутаты итеп тә һайлана.
Ауылда төрлө өмәләр, йәштәрҙең ырҙынға йөрөүен ойоштора, үҙе лә эштән һуң ырҙын табағына эшкә йөрөй. Ауыл клубында үҙенә генә хас моңло тауышы менән йырҙар башҡара, пьесаларҙа ҡатнаша, ҡыҫҡаһы, бер концерт та унһыҙ үтмәй.
Ләлә Зәйнетдин ҡыҙы сирлеләрҙе тағы ла сифатлыраҡ итеп дауалау маҡсатында, Зәйнетдин олатайым менән кәңәш иткәндән һуң, 1969 йылда Өфө медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә.
Материалдың тулы вариантын "ТАҢ" гәзитенең 3 апрель һанында уҡығыҙ.