Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2020, 16:15

ЗАМАНДЫ БИЗМӘНГӘ ҺАЛЫП...

Бизмән, тиһәң, минең күҙ алдына бала саҡтың бер ваҡиғаһы килеп баҫа. Беҙ, 1-се кластар, теүәл 12-беҙ. Мәктәп баҡсаһында йыуан бер ҡоро бүрәнә ятып, беҙ шуға бер оҙон ҡалын таҡтаны һалып, ҡалҡанбаш эйә инек.

Бизмән, тиһәң, минең күҙ алдына бала саҡтың бер ваҡиғаһы килеп баҫа. Беҙ, 1-се кластар, теүәл 12-беҙ. Мәктәп баҡсаһында йыуан бер ҡоро бүрәнә ятып, беҙ шуға бер оҙон ҡалын таҡтаны һалып, ҡалҡанбаш эйә инек.
Ике яҡҡа 6-шар бала ултырғас, ауырлыҡ тигеҙ, рәхәтләнеп эйәбеҙ генә. Бер яҡта иң алда мин ултырам. Бер мәл ҡаршы яҡтағы берәү (иң арттағы кеше) шаяртып һикерҙе лә төштө. Тигеҙлек юғалғас, мин тағы ла алға ышырылып барып, таҡтаға йәбешкән уң ҡулымдың һуҡ бармағы бүрәнә аҫтына инде лә китте. Тегеләр һикереп төшкәндән көлә, мин аҡырып илайым. Күмәк тауышҡа ишетмәйҙәр – 11 кеше бармағымды иҙә генә. Балалығыма барып, йән көсөмә бармаҡты тартып алдым. Һөйәге сыҡты, ите тороп ҡалды. Ауылды яңғыратып аҡырам. Минең хәлде күреп, класташтар аптырауға ҡалды. Йүгереп мәктәпкә инәм, Маһира апайыма ҡанлы бармаҡты күрһәтәм. Ул, шундағыбер гәзит ситен йыртып алып, минең бармаҡты ураны ла, ауыл фельдшеры Мәрзиә апайға ебәрҙе. Оҙаҡ уңалмай йөрөнө бармаҡ. Байназарға ебәрҙеләр . Унда атай матас менән алып барҙы. Врач ҡараны ла: ”Перелом”, - тип әйтте. Атай әйтә: “Чепуха (был уның яратҡан һүҙе) бер нәмә лә булмаған, бөтә ул”, - тип мине йыуата. Мин илайым: “Мин русса беләм, перелом – һынған була...” - тип.
Беҙҙең быуынды алғанда ла, беҙгә лә һәптеюҡ нәмә күрергә насип булған икән. Социализм сәскә атып, коммунизмға саҡ-саҡ етмәй торған мәлдә тыуғанбыҙ беҙ 1968-селәр.
Октябрят булып, уртаһында кескәй Володя (В.И.Лениндың бала сағы) торған биш саталы йондоҙҙо ла түшкә ҡаҙап йөрөлдө, пионер булып ҡыҙыл галстук та тағылды, комсомол булып комсомол значогын тағыу бәхете лә тейҙе. “Ленин һөйөклө атабыҙ – ул һәр саҡ беҙҙең менән!” – тип йырлап та йөрөлдө. Әйткәндәй, моңом булмаһа ла, Ленин, комсомол тураһында һәптеюҡ йыр беләм.
Өсөнсө класта пионерға алдылар. 19 май көнө иртән аръяҡта йәшәгән өлсәйем килде. Атайымдың әсәһе. Ул совет заманында ла шаршау артында йәшенеп намаҙ уҡыған, ураҙа тотҡан диндар кеше. Уның ҡыҙы, атайымдың бер туған һеңлеһе Маһира апайым– беҙҙең уҡытыусы.
“Балам, пионерға инәһең. Алла юҡ, тиһәләр ҙә, шулай әйтергә ҡушһалар ҙа, телең юҡ тип торһа ла, эстән, күңелең менән бар тип тор”, - тине. Мин, ул саҡтағы социализм тәрбиәһе нигеҙҙәрендә тәрбиәләнеүсе булараҡ, өләсәйҙең был һүҙҙәрен ҡолаҡҡа ла элмәнем. Нисек инде: уҡытыусы Алла юҡ, тип тора,китаптар Алланы инҡар итә, өйҙәгеләр шуны тыҡый, класташтар ҙа. Бер өләсәй генә алйып йөрөй”, - тип уйланым.
Мәктәпте комсомолдар булып тамамланыҡ. 1988 йылда студент булып киттек. Ул осор магазиндарҙа әйбер-фәлән юҡ ине. Өфөләге аҙыҡ-түлек магазиндарында ҡара мышар ҡайнатмаһы , икмәк-булка изделиелары ғына бар ине, тиһәң дә хата булмаҫ. Шәкәр, вермишель, ярмалар грамға ҡалып китте. 200-әр грамлап бирҙеләр, ахыры. Ҡара мышар ҡайнатмаһын ашап, тешебеҙ ҡап-ҡара булып ултырғаныбыҙ хәтерҙә.
1988 йылда Мәскәүгә барҙым. Студент билеты менән поезға бер яҡҡа 9 һум (!) түләп. Унан банан сумкаға (шундай сумкалар модаға инеп китте) ҡутара күҙ һабыны тейәп ҡайттым. Ҡыҙҙарға бүләккә, сөнки һабын-фәлән магазинда юҡ ине. Спорт шапкалары дефицит ине беҙҙә, фотоальбомдар алып ҡайттым.
1990 йылдарҙа ла шул уҡ хәл. Кейәүгә сыҡҡас, Ҡолғанала мин ауыл хакимиәтендә иҫәптә түгел, шуға теге 200-шәр грамм вермишель дә тәтемәне. Промтауар, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары ла списоклап бирелә. Кешеләр магазиндағы ябай колготки, носкиҙарҙы теҙмә буйынса ала. Беҙ кәзә матасы менән Мәһәҙейҙән барып йыйынтыҡлы әсәйемдән тоҡсай-тоҡсай ярма, һалма-курйер алып ҡайта инек. Мәктәптә эшләй башлағанда аҡса арыу һымаҡ, тик магазиндарҙа нәмә юҡ ине. Әле булһа шул мәлдәге 25 һумлыҡ аҡсалар китаптар араһынан килеп сыға. Аҡса булды, уға һатып алырға нәмәһе булманы.
Шунан бер мәл эш хаҡын РНО(унң нимә аңлатҡанын да белмәйем хәҙер) итеп бирә башланылар – тәғәйен магазиндан ғына шул РНО-ға әйбер, аҙыҡ-түлек алаһың.
Шунан тормош яйлап яҡшыра барҙы, яҡшыра барҙы . Магазиндар әйбер, аҙыҡ-түлеккә күмелде - аҡсаң ғына булһын! Халыҡ һуңғы йылдарҙа, әсәм әйтмешләй, бырамы һәйбәт йәшәй башланы. Ауылдарға командировкаларға барғанда күрә йөрөйбөҙ: күбеһе ауылда ҡаланыҡындай шәп шарттарҙа йәшәй – һыуы өйҙә, газы бар, душ, унитаз һ.б. Ҡапҡа һайын трактор, машина. Өйҙәр хан һарайындай. Интернет, текә телефон тураһында әйтеп тораһы ла түгел – уларҙа хәҙер 60-70 йәшлек инәй-бабайҙар ултыра. Сағыштырыу өсөн: Ҡолғанала һайлау комиссияһында сәркәтип саҡта стационар телефон да юҡ, рация бәйләнеше генә ине!
Ҡыҫҡаса әйткәндә, Аллаға шөкөр. Тик бынау ҡороғор вирусы килеп сыҡты. Ярай, уныһы ғына бүстәк ул. Рәсәй халҡы бер быуат эсендә генә унан ғәйреһен дә күргән. Мәҫәлән, әсәйем һуғыш осоронда дүрт йыл эсендә икмәкте тешебеҙгә лә элмәнек, таяҡҡа эшләнек, ти. Шөкөр, туҡһанына тәгәрәп ултыра әле ул. “Халыҡ дошманы” балаһы мөһөрө лә алған, өс класты бөтһә лә, ғүмерҙә магазинда отолманы – ҡара шут менән калькуляторҙан шәп шутланы, олатай НКВД тройкаһы менән 10 йылға хөкөм ителеп төрмәгә киткәс, өйһөҙ ҙә ҡалалар. 1938-1951 йылдарҙа Әүжәндә йәшәп эшләргә мәжбүр була. Аслыҡтан Әүжән ҡотҡарҙы , ти. Ҡыуғынын да ҡыуған, лоцман булдым, передовойҙа йөрөнөм, тип ҡупая. Ҡупайырға хаҡлылыр ҙа. Аслыҡ күргәс, ғүмере буйы запас менән йәшәне: атай мәрхүм эшләгән ҙур ларҙың бер бүлеменә 6 тоҡ бойҙай, икенсеһенә алты тоҡ он һыяр ине. Шул бер иле кәмеһә, әсәй : “Он , иген бөтөп бара”, -тип яңыһын ала ине. Ҡайнатмаһы ашалған һәр өс литрлыҡ банка бутмылға (Мәһәҙейҙәр, Ҡағы яҡын булғас, баҙҙы бутмыл (подполдан башҡортлаштырылған) ти.) шәкәр тултырып төшөрөлдө. Ғүмер буйы. Шырпы, тоҙ , сәй сетка-сетка аҫылынып торҙо. 200 литрлыҡ бер мискәлә – тоҙло кәбеҫтә, икенсеһендә бәшмәк булды. Кәбеҫтәне генә мең баш ултыртты (беҙ шуға аҫҡы, өҫкө ҡотоҡтан көнөнә егермешәр көйәнтә һыу ташып ҡоя инек).
Әсәйҙең ошо йыйынтыҡ холҡо беҙгә күсмәгән, ниңәлер. Магазинда бар, тигәнгә һылтанып өйрәнгәнбеҙ. Бөгөнгө көн менән генә йәшәйбеҙ. Ярап ҡалыр ине әле ошо мәлдә. Юҡ шул.
Шөкөр, тейем. Бөгөнгө замандың меңәрләгән минустарын ҡапларлыҡ елле, ҙур плюсы бар – иманға ҡайттыҡ, дин күтәрелде. Указлы мулла балаһы булһа ла, әсәйем Ҡөрьән уҡый белмәй,намаҙ уҡымай, мин, шөкөр, тырышып-тырышып ғәрәпсә уҡырға өйрәндем, биш намаҙҙы, ураҙаны ҡалдырған юҡ, әлхәмдүлилләһ. Иң ҙур байлыҡ – иман байлығы. Уға эйә булһаҡ, беҙ Аллаһ ебәргән ниндәй һынауҙар алдында ла бирешмәҫбеҙ, һынмаҫбыҙ. Бәхет нисә тоҡ кәртүгең, оноң булыуы менән үлсәнмәй бит. Бәхет – Аллаһ ризалығына ирешеүҙә. Уның һайлаған, яатҡан ҡолдарынан булыуҙа...
Һәр замандың ыңғай һәм кире яҡтары ихисап. Беҙҙең замандың ыңғай яҡтары иҫ киткес күп. Уларҙы баһалай, шөкөр итә генә белер кәрәк. Үҙем йәшәгән заманды бизмәнгә һалып, ошондай фекергә килдем әле: нимә булғанда ла тигеҙлек һаҡлайыҡ, аҡыл һәм миһырбаныбыҙ, иманыбыҙҙы асыу, ризаһыҙлыҡ, нәфрәт еңеп китмәһен. Бармаҡ ҡына зыян күрмәҫ ул сағында...
Читайте нас: