Бөгөн, сер түгел, коронавирус тип ятып китәбеҙ, коронавирус, тип килеп торабыҙ. Тәүбә! Ошо мәлдә башта мең уй ҡайнай – ни булыр, ни менән бөтөр был ғиллә?
Уйлай китһәң, томошта бер нәмә лә осраҡлы түгел. Яманы ла, яҡшыһы ла – Аллаһтан, тип өйрәтә динебеҙ ҙә.
Беҙҙең һәр кемебеҙгә ултырып, яйлап тороп уйланырға, үткән тормошобоҙға анализ бирергә, һығымталар яһарға, үҙгәрергә форсат бирҙе түгелме?
Шундай тиҙ, ҡабалан, күп ҡырлы, уңайлы тормошта йәшәйбеҙ. Ауыл кешеһен, үҙебеҙҙе генә алайыҡ: күбебеҙ хәҙер салғыны, көйәнтәне, ат егеп утын, бесән ташыуҙы, балта менән тумырып ағас ҡырҡыуҙы, әрҙәнә-әрҙәнә утын әҙерләүҙе, ҡыш мәке уйып, көйәнтәләп һыу ташыуҙы онотто. Шулай бит. Хәҙер кнопкаға баҫып, телефон һыйпап, тел болғап ҡына йәшәйбеҙ. Күбебеҙ.
Ә ошо байлыҡты, ниғмәтте кем биргән һуң? Һе, кәнишне үҙебеҙ, буласаҡ йөҙҙөң туҡһанының яуабы. Ә төпкәрәк төшөп уйлағанда... Аллаһы Тәғәлә беҙгә рәхмәте менән ошо тыныс ғүмерҙе, илде, аяҙ күкте, беҙҙең йәшәйешебеҙҙе хәстәрләүсе хөкүмәтте, етәкселәрҙе, ныҡлы тылыбыҙ булған ғаиләбеҙҙе, эшебеҙҙе, һаулығыбыҙҙы бирмәһә... Ошоларҙың береһе генә булыр инеме? Юҡ!
Тик ошо Биреүсегә, Рәхмәт һәм Шәфҡәт эйәһенә беҙ рәхмәтлеме, шөкөрлөмө, ризамы? Күп осраҡта юҡ шул: беҙгә тегеһе етмәй, быныһын табыр, өсөнсөһөн алыр, дүртенсеһен хәстәрләр кәрәк. Юҡһа, күрше үтеп китә, иптәш алға сыға, фәлән һинән яҡшыраҡ йәшәй.
Үҙебеҙгә үҙебеҙ мең проблема тыуҙырғанбыҙ ҙа, шуларҙы йырып сыҡмаҡ булып, ҡуласалағы меҫкен тейен ише ҡыланабыҙ. Йә, кемегеҙ һуңғы тапҡыр һәм ҡасан таң менән тороп ҡоштар моңон иҫе китеп тыңланы? Кемегеҙ ағын һыуға ҡарап уйға батты, күктәге төрлө һындарға әүерелеп аҡҡан болоттарға ҡарап хыял диңгеҙенә сумды, күктән яуған ҡар бөртөктәренең һәр береһенең айырым биҙәкле икәнлегенә иҫе китеп торҙо?
Беҙ үҙебеҙ проблемалы иткән ошо оло донъяның сираттағы бер проблемаһына әйләнеп алғанбыҙ ҙа, әйҙә сабабыҙ, әйҙә сабабыҙ...Ғаилә ағзаларыбыҙ менән сәй табыны артында бөтә проблемаларҙы уртаға һалышып һөйләшеп ултырырға ла, әсәй йә атай тип мөлдөрәп килгән балабыҙға йылы һүҙ ҡушып, уларҙың эске донъяһына инергә тырышып ҡарарға ла уйлаған юҡ. Беҙ өлгөрмәйбеҙ. Ваҡыт юҡ. Һәм бөттө.
Туҡта, тине. Тороп тор, өйөңдә генә ултырып, бер аҙ уйлан , тине Раббыбыҙ. Уйланырға, үҙгәрергә, нәфсене тышарға, доға ҡылырға форсат бирҙе. Шунан файҙаланайыҡ. Башҡа бындай форсат булмауы ла ихтимал. Бөгөнгө өйгә “бикләнеүебеҙ” ҙән хөкүмәттән, башҡаларҙан, донъяны шаңҡытҡан вирустан сүп эҙләмәйек. Ни сәстек – шуны урабыҙ. Ни яҙған – шуны күрәбеҙ. Тотош донъяны үҙгәреш көтә. Ошо үҙгәреш ыңғай яҡҡа булһын, тиһәк, бөгөн тәртипле, күндәм, аҡыллы булып, бергә булыуҙың форсатын биргәнгә Аллаһҡа рәхмәттәр әйтеп, доға ҡылып шым ғына ултырып торайыҡ. Өйҙә.
Бәлки берәүҙәргә фәһем булыр тип, Әйүп пәйғәмбәр менән булған тарихты иҫләтеп китмәксемен. Билдәле пәйғәмбәрҙәр – гонаһһыҙ зат, Аллаһтың һөйөклө, һайлаған ҡолдары.
Тарихтан билдәле: Әйүп пәйғәмбәргә Аллаһ оҙон ғүмер, күп-күп байлыҡ-ниғмәт, матур ғаилә, иманлы ҡатын, күп балалар бирә. Малдары көтөү-көтөү булып ерҙе ябып йөрөй, яландары мул уңыш бирә. Ул үҙе лә кешеләргә һәйбәт мөғәмәләлә була, яҙрҙам итә, туған йәнле була.
Һәм һәр саҡ Аллаһҡа рәхмәт әйтә, шөкөр итеп кенә тора.
Бер мәл уға бер-бер артлы һынауҙар ебәрелә башлай: сәскәне уңмай, көтөүҙәре кәмей, бер-бер артлы балалары үлә. Аллаһтың Әйүп пәйғәмбәргә ләғнәте төшөтө, ахыры, тип, кешеләр, хатта туғандары унан ситләшә. Әйүп пәйғәмбәр һаман Аллаһҡа рәхмәт әйтә, намаҙ уҡый, доға ҡыла.
Ҡасандыр шат балалар тауышына күмелгән өйөндә тынлыҡ урынлаша. Аллаһ ебәргән һынауҙарға риза булып, күнә, рәхмәт әйтә пәйғәмбәр.
Бер мәл Аллаһ уға тағы ҙур һынау ебәрә – Әйүп пәйғәмбәр яман сиргә тарый – тәне боҙола. Уның йөрәге менән теле генә имен ҡала – ул ошо ағзалары менән Аллаһты зекер итә, рәхмәт әйтә. Ҡатыны:” Һин бит Аллаһтың пәйғәмбәре, доға ҡылып шифа һора”, -ти. “ Һуң, Аллаһ миңә оҙон, бәрәкәтле ғүмер бирҙе, ныҡлы һаулыҡ, байлыҡ, мал-тыуар, балалар, иманлы ҡатын. Ошолар менән сағыштырғанда, минең был ауырыуым сүп кенә бит. Мин Аллаһҡа рәхмәтлемен, ризамын”, -ти.
Бер туғаны : “ Әйүп Аллаһ ғәфү итмәҫлек гонаһ ҡылғандыр, нисәмә йылдар ошолай һынағас”, -тигәс кенә ул ҡулын күтәреп доға ҡыла. Аллаһы Тәғәлә уға ергә тибергә ҡуша – унан һыу атылып сыға ла, Әйүп пәйғәмбәр, шуның менән йыуынғас, йәп-йәш, көслө, һау-сәләмәт ир-атҡа әйләнә. Ҡатыны ла йәшәрә. Уларға Аллаһ тағы күп байлыҡ-ниғмәт, балалар бирә. Бай, һау сағында ла, ярлы, меҫкен, ҡаты сирле сағында ла ул бер Аллаһҡа һыйына, ғибәҙәтен, доғаһын, рәхмәтен ташламай. Рәхмәтле була белә.
Пәйғәмбәрҙәр – иң күп, ҙур һынау кисергән кешеләр. Улар беҙгә – үрнәк.
Әйүп ғәләйһис-сәләмдең тормош тарихы ла – беҙгә ҙур ғибрәт, өлгө. Ризалашығыҙ: ғүмеребеҙҙең күп өлөшөн беҙ ҙә, Әйүп пәйғәмбәр ише, рәхәтлектә, һаулыҡ-байманлыҡта үткәрәбеҙ. Бөгөнгөләй һынауҙарҙы Аллаһ һирәк ебәрә. Беҙ рәхмәтле булырға өйрәнһен, ғәфләт йоҡоһонан арынһын , иманға ҡайтһын өсөн. Рәхмәт әйтәйек. Ошо Ер шарыбыҙға беҙҙе тыуҙырған, ошо донъябыҙҙы, ғаиләбеҙҙе, балаларҙы, эште, тыуған ерҙе, тыныс күкте биргән өсөн. Иман байлығы, аҡыл, миһырбан менән бүләкләгән өсөн.
Донъяла ниндәй мәхшәр ҡупһа ла – Аллаһтан һынау. Уға риза булмай сарабыҙ, юлыбыҙ юҡ. Рәхмәтле булайыҡ, Аллаһ рәхмәтенә ирешергә тырышайыҡ. Беҙ быны булдыра алабыҙ!