Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2020, 14:30

ӘЛФИӘ БУШЛАЙ БИТЛЕКТӘР ТАРАТА

Кисә “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәмә район үҙәгендә йәшәүсе һәм “Стиль” тигән бөҙрәхана тотоусы Әлфиә Ғәләүетдинованан хәбәр килеп төштө.

#Время_героев
Кисә “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәмә район үҙәгендә йәшәүсе һәм “Стиль” тигән бөҙрәхана тотоусы Әлфиә Ғәләүетдинованан хәбәр килеп төштө.
-Үҙемдең туғандарға тип кенә битлектәр тегә башлағайным, ҡыҙған да киткәнмен. Күп тегеп ташлағанмын. Хәҙер урамда йөрөрөгә ярамай бит инде. Шуны нисек итеп кешеләргә таратырға тип баш ватам. Бушлай, әлбиттә. Йөҙләп битлегем бар.
Гөлсирә ҡайынбикәм һеҙҙең менән һөйләшеп ҡарарға тәҡдим итте.
Өйҙә буш ултырғансы тип тегеп тик ултырам.
Ныҡ матур ҙа түгелдәр. Шулай ҙа кемгәлер ярҙам итһә, тейем инде. Яңы материалдан тектем, үтекләнгәндәр, - тип яҙған Әлфиә.
Күҙгә йәш килеп тығылды хатта...
Бына бөгөн Әлфиә шылтыратып та ебәрҙе. Бер пакет битлектәр тотоп килеп еткән. Бөтә һаҡланыу сараларын һаҡлап, ишек төбөндә генә пакетын тапшырҙы ла, йәһәтләп машинаһына ултырып китеп тә барҙы. Ҡайҙа ул, фотоға төшөргә ризалашманы.
Рәхмәт, Әлфиә, Хоҙайҙың мең рәхмәте төшһөн!
Эйе, кешенең кемлеге, ысынлап та, ауыр ваҡыттарҙа күберәк һынала икән ул...
Был сирҙең таралыуы тиҙерәк туҡтаһын инде. Барыбыҙға ла сабырлыҡ, именлек, сәләмәтлек насип булһын!
Әлфиә һымаҡ изге күңелле, шәфҡәтле кешеләр күберәк булһын! Изгелек “сире” генә йоғошло булһын...
(Әлфиә, ғәфү ит, “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәңдән бер фотоңды урланым шулай ҙа. Халыҡ үҙенең геройҙарын белергә тейеш!)
P.S. Ә битлектәрҙе мохтаждарға таратасаҡбыҙ. Шулай уҡ редакцияға мөрәжәғәт итеүселәр ҙә битлекле буласаҡ.
Читайте нас: