Әбделмәмбәт мәктәбе базаһында райондың информатика уҡытыусылары өсөн өйрәтеүсе семинар үтеп, унда ошо мәктәптең информатика уҡытыусылары И. Үтәбаев менән А. Сәйфетдиновтар лазер менән гравировкалау һәм районда үтәсәк беренсе робофестивалгә (“СУМО” роботтар ярышы) әҙерлек буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.
Аҙаҡ мәктәп директоры И. Үтәбаев информатика кабинеттары, робототехника, лазер менән гравировкалау лабораторияһына экскурсия үткәреп, эште нимәнән башлауҙары, ярыштарға нисек әҙерләнеүҙәре һәм “Тимербатыр” лагеры, был лагерҙың балаларға һәм уҡытыусыларға нимә биреүе тураһында һөйләне.
Информатика уҡытыусыларының район методик ойошмаһы етәксеһе Р. Вәлиуллин informatics. mccme ru. сайты менән таныштырҙы – унда видеодәрестәр ҡарарға һәм тәҡдим ителгән мәсьәләләрҙе сисергә (яуаптар автоматик рәүештә тикшерелә) мөмкин. Ул шулай уҡ алда күҙалланған уҡыусыларҙы дистанциялы уҡытыу, уҡыусыларҙы робот техникаһы ярыштарына ныҡлы әҙерләү кәрәклеге хаҡында бәйән итте.
МЦЦО (мәғарифты цифрлаштырыуҙың муниципаль үҙәге) директоры З. Туленкова тиҙ арала уҡыусы һәм уҡытыусыларҙың компьютерҙарына мониторинг үткәреү, “АИС МӘҒАРИФ”ҡа теркәлеү, “КРИТ- 2020” конкурсы, 2020 йылдың 6 апреленән уҡыусыларҙы дистанциялы уҡытыуға күсереү тураһында һөйләне.
Шулай уҡ БДИ-2020-гә әҙерлек һәм уны үткәреү мәсьәләләре лә тикшерелде.
Семинарҙа робот техникаһы буйынса район фестивален йылына ике тапҡыр үткәрергә һәм робот техникаһы буйынса түңәрәк етәкселәренең ойошмаһын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.