Ойошма-учреждениелар хеҙмәткәрҙәре берҙәм генә сығып, үҙҙәре эшләгән биналар тирәһен тәртипкә килтерҙе. Әлегә, ҡар күп булғас, нигеҙҙә, ҡыш буйы йыйылған ҡар өйөмдәрен таратыу менән мәшғүл булдылар. Бигерәк тә мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәтте.