Хөрмәтле балалар пособиелары алыусылар! Балаға тәғәйен пособиены алыуға ғариза тултырған ваҡытта һеҙ автоматик рәүештә пособиены түләүҙе туҡтатыуға сәбәп булған барлыҡ үҙгәрештәр тураһында хәбәр итеү тураһында йөкләмә алыуығыҙҙы раҫлап ҡул ҡуяһығыҙ. Иғтибарлы булығыҙ! Пособиены туҡтатыуға йоғонто яһарлыҡ үҙгәрештәр тураһында мәлендә хәбәр итегеҙ!
Балалары булған ғаиләләргә пособиелар, уларҙы алыуға хоҡуҡ, алыу тәртибе һәм пособие түләүҙәргә ҡағылышлы башҡа һорауҙар “Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһында” (1995 йылдың 19 майында ҡабул ителгән 81-се Федераль закон) Федераль закон менән көйләнә. Шулай итеп, дәүләт балалыҡты яҡлау һәм ата-әсәлек бурыстарын үтәү һәм матди йәһәттән уларға ярҙам итеү буйынса яуаплылыҡты үҙе өҫтөнә ала.
Түләүҙәрҙе иҫәпләү Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәгенең Белорет районы һәм Белорет ҡалаһы буйынса филиалында (ФГКУ РЦСПН) ғәмәлгә ашырыла.
Балаларға дәүләт пособиелары тәғәйенләүҙе һәм түләүҙе көйләүсе норматив документтарҙа балалар пособиеһын түләүгә йоғонто яһаусы үҙгәрештәр булған хәлдә пособие алыусыларҙың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдарына был турала хәбәр итеү бурысы күҙаллана.
Ләкин пособие алыусыларҙың барыһы ла был тәңгәлдә үҙҙәренең бурысын үтәүгә намыҫ менән ҡарамай.
Әйтәйек, балаға йәш ярым тулғанға тиклем уны ҡараған өсөн ай һайын түләнгән пособиены алыусы бәғзе бер граждандар эшкә урынлашыуҙары йәки мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә тороп, эшһеҙ булараҡ пособие алыуҙары хаҡында үҙ ваҡытында хәбәр итергә кәрәк тип тапмайҙар. Һөҙөмтәлә, пособие алыусының ғәйебе менән артыҡ түләүҙәр килеп сыға. Был пособиены алыуға эшләмәгән, Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тормаған һәм эшһеҙлек буйынса пособие алмаған граждандар ғына хоҡуҡлы.
Балаларға ай һайын түләнә торған пособие түбәндәге осраҡтарҙа туҡтатыла:
-әгәр ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан артып китһә;
-әгәр йәшәү урыны үҙгәрһә;
-әгәр бала тулы дәүләт тәьминәтенә урынлаштырылһа;
-балаға опека билдәләнһә;
-пособие алыусы ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителһә;
-яңғыҙ әсәнең балаһының атаһы билдәләнһә (установление отцовста).
Артыҡ түләү килеп сыҡҡан хәлдә, пособиены алыусы ирекле рәүештә артыҡ түләнгән сумманы кире ҡайтарырға тейеш. Баш тартҡан хәлдә аҡса суд тәртибендә түләтелә. Әйтәйек, әлеге ваҡытта дөйөм суммаһы 85 мең һум булған 4 артыҡ түләүҙе юллап алыу буйынса суд ултырыштары бара. Ҡалған граждандар судҡа мөрәжәғәт иткәнгә тиклем үҙ теләктәре менән артыҡ түләнгән суммаларҙы кире ҡайтаралар.
Хөрмәтле балалар пособиелары алыусылар! Балаға тәғәйен пособиены алыуға ғариза тултырған ваҡытта һеҙ автоматик рәүештә пособиены түләүҙе туҡтатыуға сәбәп булған барлыҡ үҙгәрештәр тураһында хәбәр итеү тураһында йөкләмә алыуығыҙҙы раҫлап ҡул ҡуяһығыҙ. Иғтибарлы булығыҙ! Пособиены туҡтатыуға йоғонто яһарлыҡ үҙгәрештәр тураһында мәлендә хәбәр итегеҙ!
Үрҙә аталған үҙгәрештәрҙең берәйһе булған осраҡта, артыҡ түләүҙәр килеп сыҡмаһын өсөн, кисекмәҫтән үҙегеҙ йәшәгән урын буйынса дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк!