Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2020, 16:00

ҮКЕНЕРЛЕК ТҮГЕЛ ҮТКӘНДӘР

Кейекбай ауылында йәшәүсе Әмир Ғәлимйән улы менән Зөһрә Ситдыҡ ҡыҙы Сафиндар хаҡында һүҙем. Уларҙың иңгә-иң терәп татыу тормош көтөүҙәренә 50 йыл үтеп тә киткән икән. Ә бит йәшәгән йылдарға әйләнеп ҡараһаң – бөтәһе лә кисә генә кеүек.

Кейекбай ауылында йәшәүсе Әмир Ғәлимйән улы менән Зөһрә Ситдыҡ ҡыҙы Сафиндар хаҡында һүҙем. Уларҙың иңгә-иң терәп татыу тормош көтөүҙәренә 50 йыл үтеп тә киткән икән. Ә бит йәшәгән йылдарға әйләнеп ҡараһаң – бөтәһе лә кисә генә кеүек.
Илле йыл ҡайғы-шатлыҡтарҙы ла, көйөнөс-һөйөнөстәрҙе лә бергә уртаҡлашып йәшәгән парҙар һәр кемдә һоҡланыу тойғоһо уята.
Кейекбай ауылында йәшәүсе Әмир Ғәлимйән улы менән Зөһрә Ситдыҡ ҡыҙы Сафиндар хаҡында һүҙем. Уларҙың иңгә-иң терәп татыу тормош көтөүҙәренә 50 йыл үтеп тә киткән икән. Ә бит йәшәгән йылдарға әйләнеп ҡараһаң – бөтәһе лә кисә генә кеүек.
Ғәҙелгәрәй ауылы егете Әмир Ғәлимйән улы тормош юлын ябай эшсе булып башлай. Етенсе синыфты тамамлаған егетте тиҫтерҙәре менән колхоз малын көтөргә ебәрәләр.
-Ул саҡта ашауға, кейем-һалымға ҡытлыҡ осор. Етмәһә, атайым һуғыштан ҡайтманы. Ләкин әсәйебеҙ беҙҙе – Әхәт, Әхтәм ағайымдарҙы, ел-ямғыр тигеҙмәй кеше итте, - тип иҫкә ала ул.
Артабан Архангель өлкәһендә һалдат хеҙмәтен үткәндән һуң шофер һөнәрен үҙләштерә. Ләкин уҡырға булған ынтылышы уны Йылайыр совхоз-техникумының зоотехния бүлегенә алып бара. Уҡыған сағында спорт менән дә дуҫ була ул. 1967 йылда Сибай ҡалаһында еңел атлетика буйынса ярышта 5 саҡрым араны 14 минут 37 секундта үтеп, ҡала рекорды ҡуя. Әмир Ғәлимйән улының хеҙмәт юлы уҡыу йортон тамамлағас башлана. Башта Ғафури районында, унан Ҡотанда, Салауат исемендәге бүлексәлә зоотехник, аҙаҡ “Марс” бүлексәһендә идарасы булып эшләй. Ошо мәлдәрҙә Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. Артабан Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы директоры, Кейекбай ауыл советы рәйесе вазифаларын башҡара. Кейекбай мәктәбендә уҡытыусы булып эшләгән осоронда йәнә ауыл советы рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр.
Яҙмыш уны Сибай ҡалаһында уҡытыусы һөнәренә уҡып йөрөгән Байғаҙы ҡыҙы Зөһрә Ситдыҡ ҡыҙы менән осраштыра.
1965 йылда ун беренсе синыфты тамамлаған Зөһрәне Исламбай ауылына уҡытыусы итеп ебәрәләр. Артабан Сибай ҡалаһында белем алғас, Зөһрә Ситдыҡ ҡыҙы Иҫке Усман ауылында өс йыл уҡытыусы булып эшләй. Һуңынан Ҡотан, Мәндәғол, Кейекбай, Ғәҙелгәрәй мәктәптәрендә эшен дауам итә. 1989-1992 йылдарҙа Һарғая ауылы балалар баҡсаһы мөдире булып эшләй. Зөһрә Ситдыҡ ҡыҙы мәғариф өлкәһендә 38 йыл хеҙмәт итә.
Әмир менән Зөһрә Сафиндарҙың улы Ғәфүр һәм килендәре, Әбйәлил һылыуы Нәзирә лә уҡытыусы һөнәренә эйәләр. Уларҙың оло ҡыҙы Юлиә БДУ-ла - физика, уртансылары Зилиә Өфөлә сәнғәт буйынса һәм кесе ҡыҙҙары Диниә Иҫке Собханғол мәктәбендә белем алалар. Әйткәндәй, спортҡа һәм йыр-моңға оҫта Сафиндар ғаиләһе – аталы-уллы тальян менән баянда һыҙҙырһалар, ҡәйнә менән килен йырға ғашиҡ, ә ҡыҙҙар бейеүҙә өҙҙөрәләр. Йорт алды, кәртә-ҡура янындағы эш мәшәҡәттәрен бер аҙ рәтләгәс, Зөһрә Ситдыҡ ҡыҙы өс ейәнсәре менән сыр-сыу эсенә күмелгәндә, иртәгәһе атыр таңдарыбыҙҙың тыныс булыуын теләп, Әмир Ғәлимйән улы ҡулына Ҡөрьәнен ала.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Әмир Ғәлимйән улы үҙенең оло ғүмер байрамын - 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Уларға бәхетле ҡартлыҡ насип булһын.

Олатайыма бер генә йәш булғанда атаһы һуғышҡа киткән һәм кире тыуған яғына әйләнеп ҡайтмаған. Ул атаһын күрмәһә лә, атай төшөнсәһен, мәғәнәһен бәләкәйҙән белә, уның өсөн атай - бөйөк кеше. Олатайым бала сағынан уңған, тырыш, ныҡыш, эшсән булып үҫә.
Хәҙерге көндә лә тик ултырмай, һәр кешегә хәленән килгән тиклем ярҙам итә. Ул миңә төрлө доғалар өйрәтә, кәңәштәр бирә. Һәр яҡтан өлгө булған олатайым менән ғорурланам, уға һоҡланам.
Олатайым менән өләсәйем минең мәктәптән ҡайтҡанымды түҙемһеҙлек менән көтәләр. Уларҙың күңел йылыһын тойоп, иркәләнеп, эргәләрендә сәй эсеүҙәре – үҙе бер ғүмер.
Ейәнсәрҙәре Диниә Сафина.
Читайте нас: