Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2020, 14:00

ӘҮҘЕМЕРӘК БУЛАЙЫҠ

“Бөрйән районы энциклопедияһына” материалдар йыйыу дауам итә. Баҫма өҫтөндә эш районыбыҙҙың 90 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә алып барыла. Проект «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә әҙерләнә.

“Бөрйән районы энциклопедияһына” материалдар йыйыу дауам итә. Баҫма өҫтөндә эш районыбыҙҙың 90 йыллығына һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек сиктәрендә алып барыла. Проект «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә әҙерләнә.
Был изге эшкә тотонор алдынан редакция коллегияһы һәм эшсе төркөм алдына тулы күләмдә мәғлүмәт йыйыу бурысы ҡуйылғайны. Район тарихында әһәмиәткә эйә булған бер генә ваҡиға ла ситтә ҡалырға, предприятиелар һәм ойошмалар, учреждениелар онотолорға тейеш түгел. Баҫмаға муниципалитет һәм республика үҫешенә ҙур өлөш индергән кешеләрҙең исемдәрен индереү күҙалланды. Шулай уҡ башҡа төбәктәрҙә йәшәгән һәм төрлө өлкәләрҙә уңыштарға ирешкән яҡташтар тураһында бәйән итеү планлаштырылды.
Редакция коллегияһы Бөрйән районында йәшәүселәрҙең барыһына ла райондың лайыҡлы кешеләре исемлегенә тәҡдимдәрен һәм өҫтәмәләрен индереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Бөтә инициативалар ҙа редакция коллегияһы һәм эшсе төркөм ултырыштарында ҡараласаҡ.
-Энциклопедия өсөн материалдар йыйыу ағымдағы йылдың апрель урталарына тиклем дауам итәсәк, - ти эш төркөмө етәксеһе, мөхәрририәт-тикшеренеү советы сәркәтибе Р. Ш. Ғүмәрова.
- Халыҡ белә, изге эшкә тотонғаныбыҙҙы аңлай, төрлө яҡтан ярҙам итергә әҙер. Бигерәк тә хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандарын һанап үткем килә: Зәки Хоҙайбирҙин, Рәис Ҡарағолов, Илгиз Мәрәсов, Әлфиә Мәхмүтова, Фәрит Бәшәров - улар энциклопедияға материалдар йыйыу эшендә ҙур ярҙам күрһәтәләр. Шулай уҡ ойошмаларҙан да битараф булмаған хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләп китер инем. Мәҫәлән, Ләлә Сәғитова беҙ булмағанда бүлмәгә килеп дежурҙа ултыра, материалдар ҡабул итә. Китапхана хеҙмәткәре Әлфиә Биргәнова яҡындан тороп ярҙам күрһәтә, өс көн ултырып материалдарҙы эшкәртеү эше менән булышты. Клара Теләүбаеваға ла рәхмәтлемен. Бөрйән юл төҙөү-ремонтлау идаралығының кадрҙар буйынса белгесе Хәфизә Аллабирҙинаға, шулай уҡ етәкселәре Руслан Денисламовҡа, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының тарих уҡытыусыһы Зөһрә Һиҙиәтоваға, етәксеһе Таһир Юлчуринға, уҡытыусылар Дамир Аллабирҙин, Фәнил Мөхәмәтйәнов, Фаяз Ғиззәтуллин, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ҡотлобаевҡа һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына рәхмәт.
Халыҡ киләсәк быуынға күрһәтеү, уларҙы тәрбиәләү өсөн тип орден, миҙалдар килтерә. Һаҡһыҙлыҡтанмы, йә булмаһа башҡа сәбәптәнме, күп шәхестәрҙең юғары наградалары юғалып бөткән. Бына шундай хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн борсолоп, атайҙарыбыҙҙың рухын аяҡ аҫтына һалып, туҙып йөрөрлөк булмаһын, тигән үтенес менән генә ҡалдыралар.
Ойошмалар үҙҙәренең билдәле шәхестәре тураһында мәғлүмәт табып бирә ала. Беҙҙең райондан сыҡҡан математика, химия өлкәһендәге докторҙар бар. Улар онотолоп ҡалмаһын өсөн күп көс һалырға тура килә. Яңынан-яңы исемдәр асыла. Булып та онотолғандарын эҙләйбеҙ, табабыҙ.
Энциклопедияға материалдар йыйыу менән бер рәттән тағы ла “Минең ауылым һәм уның арҙаҡлы шәхестәре” исемле китап та әҙерләнә. Беренсеһенә инмәгән материалдар ошо китапта урын аласаҡ.
Районыбыҙҙың 90 йыллыҡ байрамына энциклопедияны баҫтырып өлгөртәбеҙ тиһәк, апрель урталарына тиклем материалдарҙы йыйыу эшен тамамларға тейешбеҙ. Шуға күрә халыҡты әүҙемерәк булырға, ҡатнашырға, был изге эшкә яуаплыраҡ ҡарарға саҡырам, - ти Р. Ғүмәрова.
Читайте нас: