Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2020, 11:00

ДОНЪЯЛАРЫ - АУЫЛ ҠОТО

Рәхмәтлегә, ниғмәттең оло-кесеһенә шөкөр итә белгәненә Аллаһы Тәғәлә арттырып бирә.Быға миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел, бына Мораҙым ауылындағы Әминевтарҙың матур ғаиләһен, ҡотло донъяһын ғына алайыҡ – ғаиләләрендә тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бер-береңә ихтирам хөкөм һөрә, донъяларында ҡот уйнап, бәрәкәт артып тора.

Рәхмәтлегә, ниғмәттең оло-кесеһенә шөкөр итә белгәненә Аллаһы Тәғәлә арттырып бирә.
Быға миҫал эҙләп алыҫ китәһе түгел, бына Мораҙым ауылындағы Әминевтарҙың матур ғаиләһен, ҡотло донъяһын ғына алайыҡ – ғаиләләрендә тыныслыҡ, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ, бер-береңә ихтирам хөкөм һөрә, донъяларында ҡот уйнап, бәрәкәт артып тора.
Ғаян Әкрәм улы менән Таңһылыу Мирза ҡыҙының ике яҡ туғандарының ярҙамы, үҙҙәренең көсө менән ҡорған донъяһы урамға ғына түгел, ауылға ҡот биреп тора.
Үҙенә кәләш эҙләп әллә ни йыраҡ йөрөмәгән Ғаян – йән йәрен ауылдан ғына күҙләгән. 2009 йылда өйләнеп, ошо уҡ йылда хан һарайындай өйөн һалып инеүгә ирешкән. Йоматауҙа техникум тамамлаған Таңһылыу 2006 йылдан алып Байназарҙың Ҡурыуҙы тауы башында асылған автозаправкала эшләй. “Эшемде яратам, 2 көн эшләп, 2 көн ял итәм. Ара байтаҡ ҡына булғас, үҙем машинала йөрөйөм, руль артына ултырғаныма ла 11 йыл булып киткән.
Ғаян - һөнәре буйынса уҡытыусы, тик ҡыҫҡартыуға эләкте. Римабыҙ Өфөлә энергетика колледжында белем ала, Айтуған – 4-се класта.
Һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ. Ҡайны-ҡәйнәмә, атай-әсәйемә рәхмәт – улар ауылда булғас, ҡайҙа ғына булһаҡ та, донъя, балалар ҡараулы, өй төҙөшөргә лә ныҡ ярҙам иттеләр – һау ғына булһындар, уларға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Иң уңайлыһы – ҡайны-ҡәйнәмдәр менән бер ҡапҡа эсендә торабыҙ. Балаларға ла, донъябыҙға ла күҙ-ҡолаҡ улар. Малдарыбыҙ ҙа уртаҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа – эргәбеҙҙә оло тормош тәжрибәһе туплаған, һәр саҡ дөрөҫ юл-юҫыҡ күрһәткән, аҡыллы кәңәштәре менән тормош юлдарын ыңғай үтергә ярҙам иткән оло кешеләр булғас, уйһыҙ донъя көтәбеҙ”, - тип алғышлана Таңһылыу.
Эйе, рәхмәт әйтә белгән кеше генә рәхмәт ишетер, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ололарҙың хәйер-фатихаһында йәшәү, уларҙың һүҙен тотоу – үҙе бәхеткә юл.
Мораҙымдың шәп ғаиләһе – Әминевтар нәҡ шулай итә лә инде.
Читайте нас: