Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Март 2020, 14:00

“ҠАЙҘА ҮЛЕМ МЕНӘН САУҘА ИТЕҮҘӘРЕН, ХӘБӘР ИТ!”

Республикала “Ҡайҙа үлем менән сауҙа итеүҙәрен хәбәр ит!” тигән акцияның беренсе этабы старт алды. Иҫкәртеү сараһы 2020 йылдың 27 мартына тиклем дауам итә. Акция сиктәрендә республика министрлыҡтарында һәм ведомстволарында “ҡыҙыу линия” эшләй.

Наркотиктар етештереү, һаҡлау, притондар тотоу урындарын белгән һәр кем тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында йәшерен хәбәр итә ала. Теләүселәр наркологик ярҙам күрһәтеүсе һәм наркотикка бәйле кешеләргә реабилитация үткәреүсе ойошмалар хаҡында тулы мәғлүмәт ала алалар.
Акцияны ойоштороусылар граждандарҙың социаль әүҙемлегенә ышана. Акцияның төп асылы – һәр шылтыратыу һәм хәбәр мөһим. Шылтыратыуҙар полиция бүлектәрендә ҡабул ителә. Бынан тыш, Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында тәүлек әйләнәһенә (8(347) 279-32-92) һәм Башҡортостан Прокуратураһының (8(347) 272-71-42) ышаныс телефондары эшләй. Ошо телефон һандарына шылтыратып, тыйылған матдәләрҙе ҡулланыу, таратыу осраҡтарын һөйләй һәм белгестәргә һорауҙар бирә алаһығыҙ. Әлбиттә, килгән бөтә мәғлүмәт тикшерелә, бер шылтыратыу ҙа ситтә ҡалмаясаҡ. Конфиденциаллек гарантиялана.
Читайте нас: