Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2020, 16:00

ҺОРАУ-ЯУАП

Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов бөтә донъяны шаулатҡан коронавирус хаҡындағы һорауға нимә тип яуап бирҙе?

Районыбыҙҙың имам-мөхтәсибе Рәсүл хәҙрәт Мөхәмәдйәнов бөтә донъяны шаулатҡан коронавирус хаҡындағы һорауға нимә тип яуап бирҙе?
-Ҡөрьән –Кәримдә Аллаһы Тәғәлә: “ Һәр өммәттең (бында халыҡтың, кешенең) үҙенә тигән әжәле бар. Әжәл бер миҙгел һуңламаҫ, бер миҙгелгә алдан да килмәҫ”, -тиелә. (“Әл –Әғрәф” (“Кәртәләр “)сүрәһе, 34-се аят). Һәр кешенең ҡасан тыуыры, үлере, ниндәй һынауҙар аша үтере, күпме ризыҡ ейере (ашары) – һәммәһе лә тәҡдирендә яҙылған һәм улар мотлаҡ буласаҡ нәмәләр.
Бөгөн тотош донъяла коронавирус йөрөй икән, тимәк, тәҡдир ҡушыуы, Аллаһ бойороғо буйынса. Был – Аллаһтан беҙгә ебәрелгән һынау. Шуға уны тыныс, паникаға бирелмәй генә үткәреп ебәрер кәрәк. Әлбиттә, кемде Аллаһ һаҡлай – шул һаҡлаулы. Медиктар нимә әйтә, белгестәр ниндәй кәңәш бирә, шуларға ҡолаҡ һалып тыңлар кәрәк, барыбер. Бер-беребеҙ өсөн доға ҡылайыҡ, мосолмандар бер-береһенә һәм ошо вирус йоғоу сәбәпле ауырығандарҙы Аллаһы Тәғәлә шифа биреп һауыҡтырһын, ошо һынауҙарҙы беҙгә еңел үтергә яҙһын, тип доға ҡылайыҡ. Күберәк “ Фәләҡ”, “Нәс” сүрәләрен уҡыйыҡ.
Паникаға бирелеп, Ҡиәмәт етә, тип ҡурҡып (Ҡиәмәттең ҡасан етерен бер Аллаһ ҡына белә), кеше өркөтөп, тирә-йүнгә шом, ғауға таратыу, күпләп аҙыҡ-түлек ташыу һис кенә лә ярамай. Аллаһ биргән һынауҙарҙы фәҡәт Аллаһтың ярҙамы менән үтербеҙ, иншАллаһ. Көнөң бөтһә, ризығыңа яҙмаһа, келәт-келәт аҙыҡ-түлегең ятып ҡалырға мөмкин, ғүмерең бар икән, Аллаһы Тәғәлә һиңә һин уйламаған ерҙән, көтмәгән урындан ризыҡ бирергә мөмкин.
Бөгөнгө вирусты бәғзеләр элекке дәүерҙәрҙәге чума менән сағыштыра. Ул ваҡыттағы чума менән был коронавирусты бер рәткә ҡуйып булмай – ул бик хәтәр булған, кешеләр меңәрләп-меңәрләп ҡырылған. Пәйғәмбәр саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм:” Берәй ерҙә чума сыҡһа, ул урынға бармағыҙ, әгәр үҙегеҙ йәшәгән ерҙә чума таралһа, шул ерҙә ҡалығыҙ”, -тигән. Был - башҡаларҙы зарарламау өсөн. Чуманан да имен ҡалғандар булған. Бөгөн вирус йоҡмайынса ла кешеләр үлә. Көнө бөткәс, Аллаһ насип иткән ғүмере тамам булғас. Беҙҙең тәҡдиргә яҙылған бөтә нәмә беҙҙе урап үтмәйәсәк, беҙгә яҙылмаған нәмә, уны бик-бик теләһәк тә, беҙгә ҡағылмаясаҡ. Шуға бөгөн паникаға бирелеү ярамаған эш.Әле бик изге ай – харам ай (рәжәп айы) бара. Ошо изге көндәрҙә изге ғәмәл-ғибәҙәттәрҙе арттырайыҡ, изге эштәр эшләүҙә ярышайыҡ. Намаҙҙар уҡыйыҡ, зекерҙә, доғала булайыҡ, саҙаҡалар бирәйек. Аллаһтан ғәфү, ярлыҡау, заман афәттәренән беҙҙе һаҡлауын һорайыҡ. Мосолман өсөн доға – ҡалҡан. Барыбыҙға ла Аллаһы Тәғәлә иман байлығы, һаулыҡ-сәләмәтлек, бәрәкәтен һәм рәхмәтен насип итһен . Әмин!
Читайте нас: