Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2020, 19:00

МУТЛАШЫУСЫЛАРҘАН АЛДАНМАҒЫҘ!

Ошоға бәйле, район халҡын уяу булырға һәм ошоға оҡшаш ҡотҡоларға бирелмәҫкә, таныш булмаған номерҙарға аҡса күсермәҫкә, таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәләрен үтәмәҫкә саҡырабыҙ.

Ошоға бәйле, район халҡын уяу булырға һәм ошоға оҡшаш ҡотҡоларға бирелмәҫкә, таныш булмаған номерҙарға аҡса күсермәҫкә, таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәләрен үтәмәҫкә саҡырабыҙ.
Бөрйән районы халҡы араһында үткәрелгән иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, район биләмәһендә телекоммуникация саралары ярҙамында алдау һәм ышанысты файҙаланыу юлдары менән граждандарҙың аҡсаларын урлау осраҡтары һаман да күҙәтелә килә.
Быйылғы йылдың февраль айында мутлашыусылар гражданин К-ға килем сығарыу маҡсаты менән финанс ойошмаһына һалған аҡсаһын кире ҡайтарыуҙа ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләп шылтыраталар.
Бының өсөн әйтелгән телефон номеры буйынса 40 000 һум күләмендә аҡса күсерергә күндерәләр. Һөҙөмтәлә, гражданин К. аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаға, абонент менән бәйләнеш тә өҙөлә. Гражданин К.-ның ғаризаһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Ошоға бәйле, район халҡын уяу булырға һәм ошоға оҡшаш ҡотҡоларға бирелмәҫкә, таныш булмаған номерҙарға аҡса күсермәҫкә, таныш булмаған кешеләрҙең күрһәтмәләрен үтәмәҫкә саҡырабыҙ.
Әгәр ҙә шундай хәл килеп тыуһа, ашыҡмаҫҡа, уйлап алыу һәм килтерелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөнә инаныу өсөн пауза алырға кәңәш итәбеҙ.
Читайте нас: