Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Март 2020, 15:00

АҢҒАРЫП - КАМЕРАЛАР ҠУЙЫЛДЫ

Камералар алдан килгән һәм үтеп киткән машинаны ла төшөрә аласаҡ. Төнгө мәлдә лә, автомобилдәрҙең номерҙары бысраҡ булғанда ла улар һәйбәт төшөрә, сөнки хәҙерге автомобиль номерҙары, видео камералар уҡый алһын өсөн, тимергә һуғып яҙылған, рәсми телдә улар «рифленные номера» тип атала.

Камералар алдан килгән һәм үтеп киткән машинаны ла төшөрә аласаҡ. Төнгө мәлдә лә, автомобилдәрҙең номерҙары бысраҡ булғанда ла улар һәйбәт төшөрә, сөнки хәҙерге автомобиль номерҙары, видео камералар уҡый алһын өсөн, тимергә һуғып яҙылған, рәсми телдә улар «рифленные номера» тип атала.
Һорау:
-Районда урынлаштырылған видеокамералар эшләйме? Улар әле ҡайһы ерҙәргә ҡуйылған һәм өҫтәлеп ҡуйыласаҡмы?
Бөрйән районының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы инспекторы Ғәҙелшин Азат Ришат улы яуап бирә:
- Әлегә был камералар тест рәүешендә эшләп торалар. Эшләй башлаһалар, 200 метрҙан төшөрә башлаясаҡтар. Өҫтәлмә камералар ҡуйыу буйынса ла хаттар яҙҙыҡ. Мәҫәлән, Иҫке Мөсәт ауылы туҡталышы тапҡырына ҡуйыу кәрәк.
Камералар алдан килгән һәм үтеп киткән машинаны ла төшөрә аласаҡ. Төнгө мәлдә лә, автомобилдәрҙең номерҙары бысраҡ булғанда ла улар һәйбәт төшөрә, сөнки хәҙерге автомобиль номерҙары, видео камералар уҡый алһын өсөн, тимергә һуғып яҙылған, рәсми телдә улар «рифленные номера» тип атала. Кемдер, бәлки, номерҙы баштүбән ҡуйып була, тип әйтер, ләкин был осраҡта административ хоҡуҡ боҙоу нигеҙендә 5 мең һумға тиклем штраф ҡаралған, йә булмаһа бер айҙан өс айға тиклем машина менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү ихтималы бар.
16 марттан 22 мартҡа тиклем беҙҙең «Иғтибар: балалар!», «Бурыслы» операциялары бара. Был мәлдә кемдеңдер штрафтан башҡа ниндәйҙер һалымдары түләнмәгән икән, шуларға ла иғтибар итәсәкбеҙ.
Бөрйән районы элемтә бүлеге етәксеһе Кинйәбаев Тәлғәт Талха улы яуап бирә:
- Был эштәр Милли проект нигеҙендә башҡарыла. Әлеге мәлдә дүрт камера ҡуйылды. Камераларҙың подрядчигы - «Ростелеком». Бер камера - Байназар ауылының Ағиҙел һәм Салауат Юлаев урамдары киҫелешендә, йәғни туҡталыш тапҡырында. Ул фото режимында килгән, үтеп киткән техниканы төшөрөп торасаҡ. Шулай уҡ район үҙәгенең Совхоз урамында - ветстанция тапҡырында ҡуйылған. Ленин урамында ла тора. Баҙал биҫтәһенең Ҡарат урамының осонда, йәғни Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы контораһы тирәһендә лә урынлаштырылды. Ул аэропорт яғынан килгән, Иҫке Собханғолдан сыҡҡан техникаларҙың тиҙлекте арттырыу-арттырмауын төшөрөп торасаҡ. Киләсәктә камераларҙы һәм тиҙлекте иҫкәртеүсе тамғалар ҙа ҡуйыласаҡ.
Монтаж, тест, корректировка эштәре март аҙаҡтарына тиклем барасаҡ. Һамар өлкәһенән белгестәр килеп, видеокамераларға тикшереү эштәрен эшләргә тейештәр: камералар дөрөҫ йүнәлештә торалармы, кәрәкле бейеклеккә ҡуйылғанмы һ.б. Шулай камераларҙың тәртипкә тап килеү-килмәүе билдәләнгәс, улар төшөрә башлаясаҡ. Апрель айының баштарында тиҙлек режимын һаҡларға яратмаған водителдәргә «бәхет хаттары» килә башлауы ла ихтимал.
Киләсәктә видео рәүешендә төшөргән камералар ҙа ҡуйыу ҡаралған: йәйәүлеләр юл аша сыҡҡан, күмәк кеше йыйылған урындарҙа, йәғни полиция ҡаршыһында, «Хазина» магазины эргәһендә, мәғлүмәт-консультация тапҡырында. Былар ҙа «Милли проект» нигеҙендә башҡарыласаҡ, тик ҡасан булырын әйтеүе ҡыйын.
P.S. Был камераларҙы ҡуйыуҙың төп маҡсаты кемгәлер штраф һалыу түгел, ә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе талап итеү. Ә был ҡағиҙәләр барыбыҙҙың да именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.
Читайте нас: