Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2020, 11:10

БӘХЕТКЕНӘҺЕ БУЛМАНЫ БАХЫР ГРЕЧКАНЫҢ

...Бәхеткенәһе булманы ошо гречканың. Саҡ ҡына берәй ғәҙәттән тышыраҡ хәл килеп тыуҙымы йәки имеш-мимеш ишетелдеме, шул бахырҙан үс ала башлайҙар – кибет кәштәләрендә ҡарабойҙай шыпырт ҡына юҡҡа сыға ла ҡуя.

...Бәхеткенәһе булманы ошо гречканың. Саҡ ҡына берәй ғәҙәттән тышыраҡ хәл килеп тыуҙымы йәки имеш-мимеш ишетелдеме, шул бахырҙан үс ала башлайҙар – кибет кәштәләрендә ҡарабойҙай шыпырт ҡына юҡҡа сыға ла ҡуя.
Аптырайым, әллә кеше уны ныҡ ярата һәм унһыҙ йәшәй алмайымы? Әллә төрлө стрестар ваҡытында иң һәйбәт ризыҡ шулмы?
Коронавирус тураһында хәбәр ҙә таралды, магазин кәштәләрендә ҡарабойҙай менән дөгө лә йә юҡҡа сыҡты, йә хаҡтары ике тапҡырға артты. Әллә берәйһе Интернетта, ҡарабойҙай коронавирустан дауа, тигән хәбәр тараттымы икән?..
Макарон изделиеларына ла хаҡ гөлт итеп ҡалды. Шәкәр ҙә был ғауғаға эләкте – мәҫәлән, район үҙәгендәге “Хәләл” магазинында үткән аҙнала килоһы 25 һум ине, бөгөн 35 һум булып киткән. Башҡа магазиндарҙа ла шул уҡ хәл.
2012 йылда “донъя бөткән” мәлдә бер ҡаңғырып, ҡутара ҡарабойҙай йыйып ҡалғайны халыҡ.
Һорау тыуа. Ни өсөн ошондайыраҡ ғәҙәттән тышыраҡ хәл килеп тыуғанда ауырлыҡ ябай халыҡ елкәһенә төшә һуң ул? Ни өсөн кемдәрҙер болғансыҡ һыуҙа балыҡ тотоп ҡалырға ашыға? Эш хаҡы артмай, ә аҙыҡ-түлеккә хаҡтар арта ла китә.
-Кемдер апокалиптик күҙаллауҙар яһай, кемдер ҡарабойҙай һатып ала, кемдер дарыуханаларҙан алған битлектәрҙе һатып, кеҫә ҡалынайта. Ә был кешеләр шым ғына һәм ышаныслы рәүештә үҙҙәренең эшен башшҡара. Ә бит тап улар – алғы һыҙыҡта. Табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар... Уларҙың әҙерлеге юғары...
Табиптар алдында тыныс һәм ышаныслы эштәре өсөн баш эйәм. Баш ҡына эйеп ҡалмайым. Бөгөн был хәүеф йөҙөнә тәүгеләрҙән булып баҡҡан республика табиптарына өҫтәп түләү тураһында ҡарар ҡабул иттем, - тип яҙған үҙенең “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә Радий Хәбиров.
Эйе, кемдер был хәүеф менән көрәшә, кемдер кеҫә ҡалынайта. Ысынлап та, ҡиммәттәр алышынған, буталсығыраҡ заманда йәшәйбеҙ...
“Коронавирус инфекцияһының таралыуын булдырмау буйынса брифингта Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алексей Гусев үрҙә әйтеп үтелгән продукттарға хаҡ артмаҫҡа тейешлеген билдәләне.
«Алдан хәүефләнергә кәрәкмәй, — тип тынысландырҙы Гусев. – Бөгөн беҙҙә еләк-емешкә һәм йәшелсәгә бер аҙ хаҡ артҡан (был миҙгелгә бәйле), ләкин бакалея төркөмө ҡиммәтләнмәгән. Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы аҙнала хаҡ артыу теркәлмәгән».
Белгестәр ҡарабойҙай, макарон, дөгө һәм башҡа ярмалар һатып алырға ашыҡмаҫҡа кәңәш бирә. Республикала бындай продукттар запасы бар”, - тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы ла.
Читайте нас: