Радий Хәбиров вирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн 18 марттан республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.
Башҡортостанда коронавирус буйынса юғары әҙерлек режимы индерелде: уҡыусыларҙың каникулы оҙайтылды, күп кеше ҡатнашҡан саралар күсерелде.
250-нән ашыу кеше йәки сит ил вәкилдәре ҡатнашҡан барлыҡ саралар уҙғарылмай. Мәктәп каникулдары 6 апрелгә тиклем оҙайтыла, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары дистанцион уҡыуға күсерелә.
Штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй, тирә-яҡ мөхит контролдә тотола, республикаға килгән кешеләр тоталь тикшерелә. Башҡортостанда йәшәүселәргә сит илгә һәм илдең башҡа төбәктәренә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.
Бөгөнгә Башҡортостанда коронавирус менән сирләүселәр юҡ. Республика стационарҙарында - 48 кеше, шул иҫәптән 8 бала. Барыһының да хәле тотороҡло.
Башҡортостанда коронавирус буйынса ҡыҙыу бәйләнеш: 8 (347) 279-91-20 и 8 (347) 286-58-27.