Шулай тип ҡысҡырғы килде үткән йомала районда 11-се тапҡыр үткән “Йыл уҡыусыһы” конкурсын ҡарағас. Быйыл әбйәлилдәр ҙә ҡатнашып, муниципаль-ара конкурс статусын алған был сара ысын мәғәнәһендә аң-белем, рух байрамы төҫөн алды.
Конкурсты үҙ күҙҙәре менән тамаша ҡылмағандар ҙур нәмәнән мәхрүм ҡалды, тип кенә әйтә алам: 13 уҡыусы ла еңеүсе титулы өсөн ныҡлы әҙерлек, бай һәм тулы белем багажы, һынмаҫ-бирешмәҫ характер һыҙаты, ныҡышмаллыҡ, маҡсатҡа ынтылыш, сәм һәм дәрт менән килгән.
Конкурстың алыштырғыһыҙ алып барыусылары – Байназар урта мәктәбе уҡытыусылары Ғәзим Ғәлиуллин менән Нәсимә Салауатова сараны матур итеп асып ебәргәс, сәхнәгә конкурсанттар теҙелеп баҫты. Район мәғариф бүлеге начальнигы И. Хисмәтуллин, Байназар урта мәктәбе директоры Й. Ҡотлобаев, балаларға фатиха һүҙҙәрен еткереп, сәмле конкурсҡа старт бирҙе.
Конкурсанттарҙың ижади презентацияһы һәр кемдең нимәгә һәләтле икәненә ым-ишара булды. Күпселек үҙе хаҡында шиғри юлдарҙа бәйән итһә лә, оригиналлеге менән алдырған сығыштар ҙа булды. Мәҫәлән, Ғәҙелгәрәйҙән Яҙгөл Сәғитова бейене лә, ҡумыҙ ҙа сиртте, ҡобайыр ҙа әйтте. Тимерҙән Таңһылыу Үлмәҫбаева “Урал батыр” эпосына мөрәжәғәт итеп, пәрей ҡыҙы икәнлегенә баҫым яһаны, дуҫтары менән усаҡтағы ҡаҙанға яҡшылыҡ рецебының “ингредиент”тарын төшөрҙө. Ғәлиәкбәрҙән Айнур Ғәбитов, һуғыш темаһына мөрәжәғәт итеп, кавалерист олатаһының яу юлын, яҡты яҙмышын да иҫкә төшөрҙө, шәжәрәһен бәйән итеп, ҡурайҙа һыҙҙырҙы. Иҫке Собханғолдан Лилиә Хәкимова хис-тойғоһон лирик бейеүгә һалһа, Ҡолғананан Тимур Шәғәлин ауылдашы, билдәле опера йырсыһы Гөлнара Вәлиева апайына оҡшап, билдәлелеккә ынтылыу өсөн ҙур ғилемгә, тырышлыҡҡа эйә булыу шарт, тигәнде тәҡрарланы. Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбенән Айһылыу Сәитбаталова халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың үлемһеҙ шиғырҙары аша үҙен асҡан. Килдеғолдан Сыңғыҙ Билалов арҡаҙаштары – Урал батыр, Салауат Юлаев, Бөйөк Ватан һуғышының үлемһеҙ яугире образына мөрәжәғәт итеп, кескенә сәхнә әҫәре ижад иткән.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 17 март һанынан уҡығыҙ.