Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Март 2020, 14:00

5 КЕШЕНЕҢ ВОДИТЕЛЬ ТАНЫТМАЛАРЫ ҮҘ КӨСӨН ЮҒАЛТТЫ

Автомобиль менән идара итеүгә водитель танытмаһы булған биш кешенең нарколог табибында “хроник алкоголизм” диагнозы менән иҫәптә тороуҙары асыҡланды.

Автомобиль менән идара итеүгә водитель танытмаһы булған биш кешенең нарколог табибында “хроник алкоголизм” диагнозы менән иҫәптә тороуҙары асыҡланды.
Бөрйән районы прокуратураһы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешенә тикшереү үткәрҙе.
Автомобиль менән идара итеүгә водитель танытмаһы булған биш кешенең нарколог табибында “хроник алкоголизм” диагнозы менән иҫәптә тороуҙары асыҡланды.
Ҡануниәткә ярашлы, был сир транспорт саралары менән идара итеүгә ярамағанлығын күрһәтеүсе билдә булып тора.
Ошоға бәйле, прокурор был граждандарҙың транспорт саралары менән идара итеүгә хоҡуҡтарының үҙ көсөн бөтөрөүе тураһындағы ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте.
Тикшереү ведомствоһының талаптары тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде.
Суд ҡарары законлы көсөнә инде.
Читайте нас: