Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2020, 16:00

ШИҒЫРЛЫ ЯҘ ШАҒИРҘАРҺЫҘ ИТТЕ...

21 март- халыҡ-ара шиғриәт көнө. Тамсыларҙың йыры,ярмаланған ҡарҙың иреүе, иртәле-кисле туң күтәртеп туңаҙытыуы, бөрөләрҙең саҡ ҡына ипкенгә лә һырт ҡабартыуы, күләүектәрҙең даръяға ашыуы, тауыҡтарҙың танһыҡ йыры, малдарҙың көн битенә тартылып ятыуы – барыһы –барыһы ла ҡәләм осонан ергә моң булып төшә, нур булып ағыла, йыр булып күңелгә яғыла торған илаһи миҙгел. Тиккә генә шиғриәт көнө түгелдер ҙә.

21 март- халыҡ-ара шиғриәт көнө. Тамсыларҙың йыры,ярмаланған ҡарҙың иреүе, иртәле-кисле туң күтәртеп туңаҙытыуы, бөрөләрҙең саҡ ҡына ипкенгә лә һырт ҡабартыуы, күләүектәрҙең даръяға ашыуы, тауыҡтарҙың танһыҡ йыры, малдарҙың көн битенә тартылып ятыуы – барыһы –барыһы ла ҡәләм осонан ергә моң булып төшә, нур булып ағыла, йыр булып күңелгә яғыла торған илаһи миҙгел. Тиккә генә шиғриәт көнө түгелдер ҙә.
Тик, ошо көндә, нәҡ 21 мартта Бөрйәнемдең ике олуғ шағиры, ике таланты, ерем-телем тип йән атҡан ил ағалары беҙгә матур шиғырҙарын, йөрәк аһын, салт аҡылын ҡалдырып фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскән. Самат ағай Ғәбиҙулин менән Инсур ағай Йәһүҙин (Инсур Артур). Ғүмерҙәрен халҡына инселәгән, теленә бағышлаған ике шәхес. Бөрйән иленең ике таланты.
Халыҡ-ара шиғриәт көнөндә баҡыйлыҡҡа күсеүҙәрендә лә Аллаһтың бер хикмәте, беҙгә, әҙәм балаларына аңғартыр хикмәте барҙыр.
Үҙҙәре тере саҡта нәҡ ошо шиғриәт көнөндә, икебеҙ бер көндә яҡты донъя менән хушлашырбыҙ, тигән уйҙы ике ятып бер баштарына ла индермәгәндер ағайҙар.
Бөрйәненең ике алтын бағанаһын алған, халҡым тарихында исеме алтын хәрефтәр менән уйылыр тағы бер Ил ағаһын – шағир, ғалим, публицист,йәмәғәт эшмәкәре, халҡы өсөн эшләгән эштәрен үҙе йәшәгән быуат ҡына баһалап-һыйҙырып бөтмәҫтәй тағы бер шәхесен – Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновты биргән март айы.
Эйе, март бураны, марттың ялт-олт көндәре күңелгә моңһоу хәтирәләре менән бер рәттән матурҙарын да бирҙе. Ғүмер юлымда осрап хәйер-фатихалары менән әҙәбиәт тигән оло донъяға сығарған, һәр яҡтан остаз һәм ҡалҡан булған ағайҙарҙың өсөһөнөң яҙмыштарындағы иң мөһим даталар ошо март менән бәйле икән. Икеһен Раббыбыҙ шиғриәтле, тамсы-һүлле, аҡман-тоҡманлы, бөрөлө-нурлы мартта ергә һалған, береһе ошо айҙа ергә килгән... Тиккә түгелдер. Беҙең маңлай күҙебеҙ күрмәгән, йөрәк ҡылыбыҙ тотмаған бер ғиллә барҙыр бында. Хакимдар эше. Тәҡдир ҡушыуы.
Тар ҡәберҙәре киң, ятҡан ерҙәре нурлы, барыр ерҙәре Йәннәт кенә булһын инде уларҙың. Шиғырлы мартта доғаларыбыҙ рухтарын шат ҡылһын!
Эй, аҫыл да Бөрйән уландары –Исемегеҙ - халыҡ күң(е)лендә.Тас бөрйәнсә ябай,асыҡ-ярыҡ –Халҡы ғәмдәренә күмелгән.Март бураны һеҙҙе тартып алды, Март бураны ергә килтерҙе...Күпме изге эштәр атҡарҙығыҙҺиҙгән кеүек иртә китерҙе...Самат ағай, һинең һүҙең етмәй –Телде яҡлап ҡаты әйтелгән.Инсурынан яҙғас, Бөрйәненең Моң кәсәһе инде кителгән...Әхмәт ағай! Имән бағанаһы Тотош илдең, тотош милләттең.Үҙе китте, тик ҡалдырҙы илгәСалт аҡылын, том-том хеҙмәтен...Ошо ағайҙарһыҙ килә яҙҙар, Ағайҙарһыҙ аҡман-тоҡманы.Килһә ине ергә һеҙҙең ишеТелде, илде, рухты тотҡаны...
Читайте нас: