Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Март 2020, 11:55

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫНДА ГТО БИЛДӘҺЕ ӨСӨН ӨҪТӘМӘ БАЛЛ БИРЕЛӘ

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттар уҡырға ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Быйыл «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының билдәһе менән уҡырға инеүселәргә 1-ҙән алып 10-ға тиклем балл өҫтәлә. Төрлө уҡыу йорттарында төрлөсә


Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында абитуриенттар уҡырға ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Быйыл «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер» Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының билдәһе менән уҡырға инеүселәргә 1-ҙән алып 10-ға тиклем балл өҫтәлә. Төрлө уҡыу йорттарында төрлөсә:
Өфө дәүләт авиация техник университеты — 1 балл;
Өфө дәүләт нефть техник университеты — 5 балл;
Башҡорт дәүләт университеты — 3 балл;
Башҡорт дәүләт аграр университеты — 5 балл;
Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты — 2 балл;
Башҡорт дәүләт педагогия университеты — 2 балл;
Башҡорт дәүләт медицина университеты — 1 балл;
Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты — 3 балл;
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы— 5 балл;
Башҡортостан физик культура институты — 5 балл;
Өфө бәйләнеш юлдары институты — 2 балл.
21 мартта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы майҙанында (Өфө, Комаров урамы, 9/3) иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-сө яртыға тиклем ҡыҫҡа һәм оҙон араға йүгереү буйынса норматив тапшырырға мөмкин. Үҙең менән медицина белешмәһе, паспорт һәм УИН (индивидуаль номер gto.ru сайтында теркәлгәндән һуң бирелә) алып килергә кәрәк.