Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 16:00

ЯҘҒЫ БОҘҒА ЯҪТЫҠТАЙ БУЛҺА ЛА ЫШАНМА

Яҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарында боҙҙар ирей башлай. Боҙ йоҡара, уның ныҡлығы кәмей һәм ғүмер өсөн ул хәүеф менән янай.

Яҙ етеү менән һыу ятҡылыҡтарында боҙҙар ирей башлай. Боҙ йоҡара, уның ныҡлығы кәмей һәм ғүмер өсөн ул хәүеф менән янай.
Яҙғы ҡояш боҙҙо етеҙ иретә. Яҙғыһын йылғаларҙа ағым көсәйеүе лә боҙҙарға емергес тәьҫир итә. Боҙҙо улар аҫтан ашап, йоҡарта. Һөҙөмтәлә, боҙ көндән-көн йоҡара, мөсһөҙләнә һәм “серей” бара. Әлбиттә, бындай боҙ өҫтөнән хәрәкәт итеү бик хәүефле.
Яҙғыһын йылға буйлап катамарандарҙа һәм байдаркаларҙа ағыусы тәғәйен әҙерлеге һәм тәжрибәһе булмаған туристар өсөн тау йылғалары айырыуса ҡурҡыныс сығанағы булып тора.
Балыҡ тоторға яратыусыларға бәләкәй кәмәләрҙе файҙаланғанда ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим.
Яҙғы боҙҙоң ҡышҡы һәм көҙгө боҙҙан ҡырҡа айырылып тора икәнен оноторға ярамай. Әгәр көҙгө һәм ҡышҡы боҙҙар, хәүеф тураһында иҫкәртеп, башта кешенең ауырлығынан шытырҙаһа, яҙғы боҙ шунда уҡ уйылып, боҙло бутҡаға әйләнә.
Был осорҙа ололарға балаларҙы күҙҙән ысҡындырмауҙы айырыуса көсәйтергә кәңәш ителә. Уларға аңлатыу эштәре алып барырға, боҙҙа уйнау ваҡыты үткәнен, йылға йәки башҡа һыу ятҡылығы тирәһендә йөрөү ныҡ хәүефле икәнен аңлатырға кәрәк. Бәлә-ҡазаларҙы булдырмау маҡсатында, ололар балаларҙы һыу ятҡылыҡтары эргәһенә ҡарауһыҙ ебәрмәү буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләргә бурыслы.
Етеҙ ирегән ҡар һәм боҙ һыуынан йылғалар һәм башҡа һыу ятҡылыҡтары тулып, ташып, ярҙарынан сыға. Һыу ҙур биләмәләрҙе баҫа. Һөҙөмтәлә, кешеләр йәрәхәт ала, хатта һәләк була. Мал-тыуар ҡазалана. Торлаҡ йорттар, сәнәғәт биналары һәм ҡоролмалары, коммуналь хужалыҡ объекттары, юлдар, электр тапшырыу һәм элемтә линиялары емерелә йәки зыян күрә.
Ҙур емерелеүҙәргә һәм бәләләргә юл ҡуймау маҡсатында ташҡынға йәки һыу баҫыуға алдан уҡ әҙер булыу шарт. Плотиналарҙың һәм дамбаларҙың торошон даими күҙәтеп тороу, талап ителгән инженерлыҡ эштәрен ваҡытында башҡарыу, һауа торошо хаҡында даими хәбәрҙар булыу, мәғлүмәттәрҙе тыңлап барыу, йөҙөү һәм ҡотҡарыу средстволарын әҙерләп ҡуйыу шарт.
Бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу һәм теүәл үтәү мөһим: ташҡын ваҡытында боҙҙа йөрөү, боҙ киткәндә боҙ киҫәге өҫтөндә йөҙөү тыйыла!
Боҙло һыуҙа хатта оло кеше лә уртаса 20 минуттан артыҡ сыҙай алмай. Шунан оҙағыраҡ булһа, ныҡ өшөүҙән һәләк була. Бынан тыш, еүешләнгән кейемдәр аҫҡа тарта һәм кешенең һәләк булыуын тиҙәйтә.
Әгәр һеҙ шунда ла боҙ өҫтөнән йөрөп, һеҙҙең аяҡ аҫтындағы боҙ уйылып китә һәм эргә-тирәлә ярҙамға саҡырырлыҡ кеше юҡ икән, паникаға бирелмәгеҙ, тиҙ һәм тыныс хәрәкәт итергә тырышығыҙ. Башығыҙ менән һыуға сумыуҙы булдырмау мөһим. Бының өсөн, боҙҙоң ватылыуына юл ҡуймаҫҡа тырышып, ҡулығыҙҙы уйылмаған боҙ яғына һуҙығыҙ.Һаҡ ҡына, артыҡ киҫкен хәрәкәттәрһеҙ генә боҙ өҫтөнә сығырға маташығыҙ. Бының өсөн уның ситенә күкрәгегеҙ менән шыуып менергә һәм аяҡтарығыҙҙы берәмләп боҙ өҫтөнә һалырға тырышығыҙ. Тотош кәүҙәгеҙҙе терәк итеп файҙаланыу шарт. Боҙ өҫтөнә сыҡҡас, аяғығыҙға баҫырға ашыҡмағыҙ, хатта тубыҡланмағыҙ ҙа. Йүгереү тураһында һүҙ ҙә юҡ. Яйлап ҡына, һаҡ ҡына үҙегеҙ атлап килгән яҡҡа ярға ҡарай шыуышығыҙ, шыуығыҙ.
Әгәр һеҙҙең күҙ алдығыҙҙа боҙ уйылып, унда кеше төшөп китә икән, “112” йәки “01” һандарын йыйып, тиҙ арала был турала ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ. Бәлә-ҡаза барыбыҙҙы ла урап үтһен!
Читайте нас: