Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 16:45

УРАМДАРҒА ВЕТЕРАНДАРҘЫҢ ИСЕМЕ БИРЕЛЕРМЕ?

Яңы Собханғолда бер урамға ла үҙебеҙҙең һуғыш ветерандарының исеме ҡушылмаған. Ә бит беҙҙең дә һуғышта илебеҙҙе дошман ҡулынан азат итеүгә ҙур өлөш индерген лайыҡлы ир-егеттәребеҙ булған. Мәҫәлән, Ғәлимйән Хоҙайбирҙин, Әбделғәни Ҡулбирҙин, Мырҙағәле Айытбаев һ.б.Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ошо юҫыҡта изге эш эшләнһә бик һәйбәт булыр ине.Шулай уҡ обелискыны ла яңыртыу кәрәк. Сөнки һуғыштан имен әйләнеп ҡайттып, ауылда йәшәп вафат булғандар ундағы исемлеккә индерелмәгән.

Яңы Собханғолда бер урамға ла үҙебеҙҙең һуғыш ветерандарының исеме ҡушылмаған. Ә бит беҙҙең дә һуғышта илебеҙҙе дошман ҡулынан азат итеүгә ҙур өлөш индерген лайыҡлы ир-егеттәребеҙ булған. Мәҫәлән, Ғәлимйән Хоҙайбирҙин, Әбделғәни Ҡулбирҙин, Мырҙағәле Айытбаев һ.б.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ошо юҫыҡта изге эш эшләнһә бик һәйбәт булыр ине.
Шулай уҡ обелискыны ла яңыртыу кәрәк. Сөнки һуғыштан имен әйләнеп ҡайттып, ауылда йәшәп вафат булғандар ундағы исемлеккә индерелмәгән.
Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте башлығы Шахниязов Раян Рамаҙан улы яуап бирә:
-Урамдарға исем ҡушыу ауыл хакимиәте депуттары сессияһында ҡарала. Беҙ әле Шәһит Иҫәнғужин тигән исемде бер урамға ҡуштыҡ. Был беҙҙең Яңы Собханғол ауылы ветераны. Һәр урамға бөтә ветерандарҙың исемен ҡуша башлаһаҡ, был әҙерәк дөрөҫ булмаҫ. Башҡа исемдәр ҙә булырға тейеш, мәҫәлән, ер-һыу атамалары. Урамдарға исем ҡушҡанда мөмкин тиклем ҡыҫҡа исем ҡушырға тырышабыҙ, сөнки юридик яҡтан ҡағыҙҙар менән эш иткәндә күпкә еңелерәккә лә тура килә.
Быйылғы йылда элекке мәктәп биләмәһендә торған обелиск яңыртыласаҡ. Бер кем дә, бер нәмә лә онотолманы. Ветерандарыбыҙҙың исем-фамилиялары тулһынса яңыртылып яҙыласаҡ, яңылары исемлеккә индереләсәк һәм, киләсәктә ниндәйҙер өҫтәүҙәр була ҡалһа, тигән ниәттә урын да ҡалдырыласаҡ.
Иҫке ҡоймаларҙы алып ташлап, яңыларын буяп ҡуйыу ҙа күҙ уңында тотабыҙ.
Читайте нас в