Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 18:00

МӨҺИМ САРАҒА ӘҘЕРБЕҘМЕ?

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы етеп килә. Халыҡ иҫәбен алыу буйынса әле ниндәй эштәр атҡарылыуы, борсоған мәсьәләләр хаҡында халыҡ иҫәбен алыу буйынса вәкил Р. Ҡолдәүләтова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы етеп килә. Халыҡ иҫәбен алыу буйынса әле ниндәй эштәр атҡарылыуы, борсоған мәсьәләләр хаҡында халыҡ иҫәбен алыу буйынса вәкил Р. Ҡолдәүләтова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Һеҙҙең иҫәп алыу буйынса тәжрибәгеҙ бар. Быйылғы сара алдағы иҫәп алыу кампанияларынан нимәһе менән айырыласаҡ?- Билдәләүенсә, сараның үҙенсәлеге – яңы технологиялар ҡулланыуҙа. Иҫәп алыусыларҙың ҡағыҙ бланкалар урынына планшеттар ҡулланыуы заман талабы һәм ул иҫәп алыусының эшен күпкә еңеләйтер, тиҙләтер, тип күҙаллана.
Иҫәп алыу беренсе тапҡыр берҙәм дәүләт теркәүе порталы аша ойошторола. Был “респондент ысулы” тип атала. Аныҡлап әйткәндә, иҫәп алыуҙың ике ысулы бар – респондент һәм корреспондент. Респондент мәғлүмәттәрҙе үҙе тултыра, ә корреспондентҡа мәғлүмәтте халыҡ бирә. Быйыл ике ысул да ҡулланыласаҡ.
Шулай уҡ кемдәрҙер уңайһыҙланып, үҙенең йортона кешене индерергә ҡыйынһынһа, улар мәғлүмәттәрҙе стационар участкаға килеп бирә ала. Ойоштороу планына ярашлы, районда 33 иҫәпләү, 6 иҫәп алыу участкалары төҙөлдө һәм Башҡортостан статистика идаралығына раҫлауға әҙерләнә.
6 иҫәп алыу участкаһының бишәүһе Иҫке Собханғолда, берәүһе Байназарҙа эшләргә тейеш. Был участкаларҙа стационар иҫәп алыусылар тәғәйенләнә.
Күп ауылдарҙа халыҡ һаны 500-ҙән аҙыраҡ булғас, иҫәпләү участкалары бер йәки бер нисә ауылды берләштереп төҙөлдө. 2010 йылда иҫәп алыусыға 400 кешене яҙыу норма тип алынған булһа, 2020 йылда ул һан уртаса 550.
- Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең 1-се этабы тамамланды. Унда ниндәй бурыстарҙы атҡарыуға өлгәштегеҙ? - Иҫәп алыуға 7 айҙан әҙерәк ваҡыт ҡалды. Әҙерлек сиктәрендә ауылдарҙа һәр урамдың исеме, һәр йорттоң номеры булыуы мөһим. Ауыл биләмәләрендә был эштәр башҡарыла, әммә, әйтергә кәрәк, бик әкрен бара. Әле яңы төҙөлгән йорттарҙың номерҙары күп ерҙә юҡ. Бигерәк тә Иҫке Собханғолдоң Баҙал биҫтәһендә ҡуйылып бөтөлмәгән. Быйылғы йылдың Зауыҡлы биләмәләр йылы булыуын иҫәпкә алһаҡ, һәр кеше ихатаһында өйөнөң, фатирының номерҙары булыуын ҡайғыртырға тейеш.
Әлеге көндә халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлектең сираттағы этабы бара: ул - иҫәп алыуҙы үткәреүҙең ойоштороу планын төҙөү һәм ауылдарҙың карталарын һанлы форматҡа күсереү. Райондағы 34 ауылдың да карталарын өйҙәре, урамдары менән һанлы форматҡа күсереү тамамланды.
Иҫәпселәрҙе туплау эше башланды, исемлек төҙөлә. Шулай итеп, иҫәп алыу ваҡытында районда 50-гә яҡын кешене ваҡытлыса эш менән тәьмин итергә мөмкин буласаҡ. Иҫәп алыусы булып эшләргә теләүселәр ауыл хакимиәттәренә мөрәжәғәт итә алалар. Әлеге мәлгә 25 иҫәп алыусы етмәй. Иҫәп алыусы булып 18 йәштән өлкән, асыҡ дикциялы, планшет менән эшләй белгән, халыҡ менән ихлас аралаша алырлыҡ, яуаплы кешеләр эшләй ала. Элекке иҫәп алыу кампанияларында ҡатнашҡан кешеләргә өҫтөнлөк бирелә. Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ.
-Иҫәп алыуҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса ниндәй саралар күрелә?- Хоҡуҡ тәртибен һаҡлау органдары менән дә хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ. Имен булмаған урындарға иҫәп алыусы участка полиция хеҙмәткәре йә контролерҙар менән бергә сығасаҡ. Өй беренсә йөрөгән кешенең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡа хеҙмәттәрҙең яуаплы ҡарауы талап ителә.
Читайте нас: