Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 11:10

КИЛЕНДӘР АРАҺЫНДА УРЫНДАР НИСЕК БҮЛЕНДЕ?

Килендәр бәйгеһендә кем еңгәнен белдегеҙ. Ә кем беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы алды, ғөмүмән, башҡалар араһында урындар нисек бүленде һуң, тиһегеҙҙер.Әйҙәгеҙ, улайһа, һөҙөмтәләргә күҙ һалайыҡ.

Килендәр бәйгеһендә кем еңгәнен белдегеҙ. Ә кем беренсе, икенсе, өсөнсө урындарҙы алды, ғөмүмән, башҡалар араһында урындар нисек бүленде һуң, тиһегеҙҙер.Әйҙәгеҙ, улайһа, һөҙөмтәләргә күҙ һалайыҡ.
Исламбай килене Резеда Мырҙағолова – “Тапҡыр килен”, Әтек килене Мәүсилә Ямғурсина – “Шаян килен”, Яңы Монасип килене Нурсилә Аллабирҙина – “Һөйөклө килен”, Үрге Нөгөш килене Диана Иҫәнаманова “Батыр килен” тип нарыҡланды. Афарин!
Өсөнсө урында – Ғәҙелгәрәй килене Нурзидә Сәғитова, икенсе – Нәби килене Гөлйемеш Теләүбаева. Беренсе урынды Иҫке Собханғолда йәшәүсе Яңы Собханғол килене Венера Манапова яуланы!
Ә Гран-при – Аҫҡар килене Әҡлимә Әминевала!
Моғайын, кемдең нисек сығыш яһағаны ныҡ ҡыҙыҡһындыралыр. Уныһы... саҡ ҡына һуңыраҡ)))
Читайте нас: