Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 18:00

ГАЗ СЕРТИФИКАТТАРЫ БИРЕЛӘ БАШЛАНЫ

Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан халыҡтың ҡайһы бер категорияларына шәхси йорттарына газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү дүртенсе ай дауам итә.

Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан халыҡтың ҡайһы бер категорияларына шәхси йорттарына газ үткәреү өсөн сертификаттар биреү дүртенсе ай дауам итә.
Ошо ваҡыт эсендә республика буйынса 1984 ғариза тапшырылған, 570 сертификат алынған, 116 торлаҡ «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырылған.
Республика бюджетынан 2019 йылда 64 млн. һум, ә 2020-2022 йылдарға 200 млн. һум аҡса һалынған. Иҫәпләүҙәр буйынса, был 8350 торлаҡты газ менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Төбәк программаһы күптән түгел генә эш башлауына ҡарамаҫтан, Бөрйән районында ла әлеге көнгә тиклем 65 кеше ғариза тапшырған да инде. Уларҙың 49-ы буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителгән, 3-һе кире ҡағылған, 13 ғариза ҡаралыу өҫтөндә. Кире ҡағыуҙарҙың сәбәбе – өй документтарының теүәл булмауы.
Күп функциялы үҙәккә документтарҙы тапшырып, күпмелер ваҡыт үткәс, сертификат бирелә. Артабан шул сертификат нигеҙендә торлаҡҡа газ үткәреү өсөн килешеү төҙөлә. Йәғни торлаҡҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамына хоҡуҡлы ғариза биреүселәр ҡулдарына аҡса тотмай, тик килешеүҙәр менән эш итә.
Әле районда сертификат алыусы ғаиләләр торлаҡтарына зәңгәр яғыулыҡ тоташтырыу менән мәшғүлдәр. Сертификат алыуға Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм хәрби бәрелештәр инвалидтарының, инвалидтарҙың, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙең һәм күп балалы ғаиләләрҙең хоҡуҡтары бар.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары, шулай уҡ хәрби бәрелештәр инвалидтары өсөн сертификаттың хаҡы 100 мең һумға тиң булһа, башҡалар өсөн сертификаттың хаҡы 60 мең һум тәшкил итә.
Ғаризаға ҡушып килемдәр тураһында белешмә һалынһа (әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме йәшәү минимумынан кәмерәк булһа), башҡа категориялылар ҙа 100 мең һумлыҡ сертификат алырға мөмкин.
Күптән түгел үткән кәңәшмәлә республика башлығы торлаҡҡа газ үткәреү буйынса дәүләт ярҙамына хоҡуҡлыларҙың исемлеген киңәйтергә ҡушты.
Читайте нас: