Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Март 2020, 14:00

АЛИНА ҮҘЕН ПРИНЦЕССА ИТЕП ТОЙҘО!

Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Кескәй принцессалар балы” үтте.

Өфөлә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында “Кескәй принцессалар балы” үтте.
Унда мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты - республиканан дөйөм 500 самаһы кеше йыйылды.
Театрҙың фойеһында ишектән ингән һәр ҡыҙға тылсымлы әкиәт персонаждары таж һәм беләҙек бүләк иткән. Сараның программаһы бик мауыҡтырғыс итеп әҙерләнгән: тылсымлы шоу, бейеү театры сығышы, цирк тамашаһы, интерактив спектаклдә ҡатнашыу һәм, әлбиттә, байрам балы.
Бынан тыш, сара майҙанында дауалау һәм реабилитациялау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ата-әсәләр өсөн психологик тренингтар, белгестәрҙең консультациялары ойошторолған.Республика Башлығы Радий Хәбиров, Каринэ Хәбирова балда ҡатнашыусыларға Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ҡотлауҙарын еткергән.Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 2019 йылда барлыҡҡа килгән “Аксаков шыршыһы” һәм “Кескәй принцессалар балы” кеүек саралар рәтен быйыл “Бәләкәй рыцарҙәр турниры”ла тулыландырасаҡ.
7 мартта үткән “Кескәй принцессалар балы”нда беҙҙең райондың Яңы Усман ауылынан әсәһе Гөлгөнә менән Бикбулатова Алина Алексей ҡыҙы ҡатнашты.
- Был ҙур саранан ҡыҙым бик дәртләнеп ҡайтты. Айырыуса кавалерҙар менән вальсҡа төшөү, цирк тамашаһы оҡшаны уға. Әкиәт персонаждары кейемендәге ойоштороусылар ҙа балаларҙың күңеле булһын өсөн бик тырышты. Улар менән, республика Башлығы Радий Фәрит улы менән ҡыҙым фотоға ла төштө.
Алина 4-се класта уҡый. Ҡул эштәре, һүрәт төшөрөү оҡшай уға. Үҙенсә бейергә, йырларға өйрәнеп маташа.Яҡшы ял итеп, матур байрам күреп ҡыуанып ҡайтты балам, - ти Гөлгөнә Рәил ҡыҙы.
Эйе, мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн яңынан-яңы мөмкинлектәр асыла, улар үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһын өсөн төрлө саралар ойошторола. Иң мөһиме, мөмкинлектәре сикләнмәгәндәр яғынан ошо иғтибар һәм хәстәрлек тә сикләнмәһен.
Читайте нас: