Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Март 2020, 14:00

ЫСЫН ТАБИП ШУЛАЙ БУЛА!

...Бер апай килеп инде лә, бер табиптың үҙенә ҡатыраҡ бәрелеүе хаҡында әйтеп, күҙ йәштәренә быуылды...

...Бер апай килеп инде лә, бер табиптың үҙенә ҡатыраҡ бәрелеүе хаҡында әйтеп, күҙ йәштәренә быуылды...
Эйе, берәү ҙә дауаханаға ҡоторғандан йөрөмәй, сараһыҙҙың көнөнән бара. Әлбиттә, табиптарҙың да кәйефһеҙ саҡтары ла булалыр. Ләкин... Әгәр һин кешеләр өсөн иң ҡәҙерле булған һаулыҡ һаҡлау тигән өлкә менән яҙмышыңды бәйләгәнһең икән, сабыр булырға кәрәктер. Сөнки табип дарыуҙан алда, иң беренсе яҡшы мөғәмәләһе, өмөт бирер һүҙҙәре менән дауалай.
Хоҙай ишараһымы, теге апай килеп инер алдынан ғына Лео Бокерия тураһында уҡып, уның әйткән һүҙҙәре хаҡында уйланып ултыра инем:
“Әгәр минең алты ҡулым һәм тәүлегенә 48 сәғәт ваҡытым булһа, мин ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға мөмкин булған кешеләрҙең ғүмере өсөн көрәшер ҙә көрәшер инем”, тигән билдәле кардиохирург...
...Үҙ эштәрен еренә еткереп башҡарыусы, кешеләргә изгелек ҡылыу өсөн ваҡыт менән дә, аҡса менән дә һынашмаған кешеләр һоҡландыра. Билдәле табип-кардиохирург Лео Бокерия шулар иҫәбендә.
Бына шундай Кешеләр хаҡында барыбыҙ ҙа белергә тейешбеҙ. Хәйер, белергә генә түгел...
Читайте нас: