Юғиһә, сер түгел, ҡайһы бер буйҙаҡ егеттәргә, ниңә кәләш алмай йөрөйһөң, тиһәң, өйһөҙ-ниһеҙ егеткә кем кейәүгә сыҡһын, тип яуап бирә.
Һөйөнсө! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 3 процентҡа тиклем процент ставкаһы менән льготалы ипотека программаһының башланыуы хаҡында иғлан итте.
Был байтаҡ йәштәргә торлаҡ хәлен яҡшыртыу мөмкинлеге бирер, моғайын. Юғиһә, сер түгел, ҡайһы бер буйҙаҡ егеттәргә, ниңә кәләш алмай йөрөйһөң, тиһәң, өйһөҙ-ниһеҙ егеткә кем кейәүгә сыҡһын, тип яуап бирә. Оҙайлы срокка бирелгән ипотеканың айлыҡ түләү күләме лә артыҡ ҙур булмаясаҡ. Хәйер, әйҙәгеҙ, Радий Фәрит улының сәхифәһендә был турала тәғәйен нимә әйтелгәненә күҙ һалайыҡ.
«Ауыл ерендә торлаҡ һатып алырға теләгәндәр өсөн ипотека буйынса ставканы субсидиялау башлана. Ҡағиҙәләрҙә 3 процентҡаса ставка менән ауылда йорт һатып алыу, уның өсөн 25 йыл дауамында түләү мөмкинлеге ҡаралған. Бындай ипотеканы бөтәһе лә алырға мөмкин — ҡалала йәки ауыл ерендә йәшәүселәрме, мөһим түгел. Ипотека кредитының суммаһы (тәүге взнос 10% булған осраҡта) — 3 миллион һумға тиклем. Был аҡсаға теләһә ниндәй районда һәйбәт йорт һатып алырға була. Ысынында иһә был — оҙаҡ йылдар буйына бүлеп түләү. Белеүебеҙсә, күп кенә илдәрҙә ошондай мөмкинлек бар, кешеләр үҙҙәре йәшәгән торлаҡ өсөн банктар менән минималь ставка буйынса унар йылдар буйына иҫәпләшә. Хәҙер Башҡортостанда йәшәүселәр ҙә шундай мөмкинлеккә эйә», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
«Россельхозбанк» ғаризалар ҡабул итә башлаған да инде. Артабан банктар исемлеге киңәйтелә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, 0,1% ставка буйынса суперльготалы ипотекаға фермерҙар һәм ауыл хужалығы предприятиеларында эшләгән йәки эшләргә йыйынғандар ҙа иҫәп тота ала.