Эй, ҡатын-ҡыҙ! Көсһөҙ генә көслө зат бит ул. Кәрәк икән, ғаиләһенә ҡәлғә була, кәрәк икән, ирҙәр ыңғайына ил һаҡларға яу саба.
Һуғыш йылдарында ирҙәр урынына бүрәнә ҡырҡҡандар ҙа, иген иккәндәр ҙә, ат еккәндәр ҙә, трактор йөрөткәндәр ҙә, ауыр эш көнөнән һуң ғаиләһен, балаларын ҡарап, төндәрен фронтовиктар өсөн ойоҡ-бейәләй бәйләүселәр ҙә шулар булған.
Нәби ауылында тыуып, яҙмыш ҡушыуы буйынса бөгөнгө көндә Белорет районының Аҙнағол ауылында йәшәүсе Маһитап Фәхретдинованы (Һатыбалова) ла был тәҡдир урап үтмәй. 1928 йылдың 1 сентябрендә тыуған ҡыҙға һуғыш башланғанда 13 йәш тә тулып өлгөрмәгән була. Улар, бер төркөм ҡыҙҙар: Хәҙисә Һатыбалова (Теләүбаева), Ғәйниә Рәхмәтуллина, Гөльямал, Разыя, Кәбирә Теләүбаевалар Ҡыҙылъяр тигән ерҙә иген утайҙар. Сәнскеле билсәндәр ҡулдарын ҡанға туҙҙырһа ла түҙә йәш ҡыҙҙар – илдең көсө игендә бит. Дошман менән алышыусы һалдаттарға икмәк кәрәк.
Ҡыҙҙар менән бергә игеҙәк Хәсән һәм Хөсәйен Һатыбаловтар ҙа эшләй. Улар ауылға ҡайтып ашарға алып килә. Ҡыҙҙар, эш ыраһын, тип ҡайтып йөрөмәйҙәр. Бер мәл Хәҙисә апайға әсәһе ашарға ебәрмәй. Ҡыҙ аптырап ҡала һәм ағайҙарҙан бының сәбәбен һораша.
-Әсәй нишләп миңә ашарға һалманы икән? – тип һорай.
-Атайың, Сафуан ағай, һуғышҡа китә, - тип яуаплай егеттәр.
-Атай кем менән һуғыша һуң? – тип аптырай ҡыҙыҡай.
-Германия беҙгә һуғыш башлаған. Атайың бер үҙе генә китмәй, ауылдан күптәр китәләр, - тигән яуапты ишеткәс, Хәҙисә илай-илай ҡайтып китә.
Маһитап 4-сене лә бөтмәй ҡала һуғыш башланғанда.
-Ир-аттар бурыс үтәргә китте. Бөтә донъя ауырлығы ҡарт-ҡороға һәм беҙҙең кеүек быуыны ла ҡатмаған бала-сағаға ҡалды. Үгеҙ егеп ер һөрәбеҙ, тырматабыҙ. Үгеҙҙәр тыңламай. Уларҙы ыңғайға йөрөтөргә беҙҙең көс етмәй.
Әхмәтулла ағай Хисмәтуллин ҡараңғынан уята. Иртәрәк тороп эшләп ҡалмаһаң, булмай. Һалҡынсала үгеҙҙәрҙе тыңлатып була, көн эҫеһә – бөттө. Ахыры, ебәрәбеҙ тегеләрҙе. Бигерәк түҙмәйҙәр инде эҫегә.
Яҡшы аттарҙы һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Ауылда тай-тулаҡ, сирле аттар ғына ҡалды. Уларын беҙҙең кәртәгә алып килеп тултырҙылар. Аттар килеп тороп ҡорсаңғы менән ауырый. Керәлин иҙеп һылайбыҙ, йыуғыс менән йыуабыҙ. Яландан уларға бәләкәй саналар менән бесән ташыйбыҙ.
Сәсеү өсөн игенде әлеге лә баяғы үгеҙгә тейәп яланға алып сығабыҙ. Унан теге игенде биҙрәләргә тултырып, ҡул менән һибеп сәсәбеҙ. Көҙ етһә, уңышты ҡул ураҡтары менән урабыҙ. Шунан уларҙан көлтәләр бәйләйбеҙ. Игенен һуғып алыу өсөн көлтәләрҙе теге үгеҙҙәр менән лапаҫҡа ташыйбыҙ ҙа тәпәс менән һуғабыҙ. Артабан елгәреп, таҙартып, келәткә ташыйбыҙ. Уй, күрмәгәнде күрелде инде ул...
Бер мәл колхоз рәйесе Зариф ағай саҡырып алды ла: “Һеҙҙе тракторсылар курсына ебәрәбеҙ”, - тине.
Ғәйфулла Ибәтуллин, Вәзир Исмәғилев, мин 4-се класты ла бөтмәй ҡалдыҡ, Учалы районының Вознесенск ауылына ҡыҫҡа ваҡытлы трактористар курсына уҡырға ебәрҙеләр, - тип хәтерләй Маһитап Юныс ҡыҙы.
Курсты яҡшы ғына тамамлап, трактор йөрөтөргә хоҡуҡ алып ҡайта үҫмерҙәр. Шул курстарҙа буласаҡ тормош юлдашы Шәмсетдин Фәхретдинов менән танышалар. Улар Белорет районынан 3 малай уҡырға барған булалар. Шулай Маһитап Аҙнағол ауылына килен булып төшә.
Бәләкәй генә өйҙә күмәкләп йәшәйҙәр. Йәштәр үҙҙәренә айырым өй тураһында уйлана башлайҙар. Өйлөк ағасты ла быуындары ла нығынмаған йәштәр – тал сыбығындай нескә кәләш менән кейәү үҙҙәре ҡырҡалар. Маһитап Юныс ҡыҙы бүрәнәләрҙе ауылға ат менән үҙе ташый. Был ваҡытта ире трактор менән ер һөрә. Шулай яйлап бурап, күтәрәләр өйҙәрен. Эш баш ябыуына барып терәлгәс, ғаилә башлығы йәнә аптырап ҡала – нимә менән ябырға?
Ул бала саҡтан етем үҫкән, эшкә өйрәтеүсеһе булмаған. Шуға ағас эшенең рәтен белеп етмәй. Кәләше менән урманға барып, төҙ генә ҡарағайҙарҙы йығалар ҙа, ирен ағасты шына һуғып ярырға өйрәтә йәш кәләш. Үҙе уны атаһынан күргән була.
- Мин ир-ат эшен белеп үҫтем. Шул ҡарағайҙарҙы ярып, өй башына етерлек тыранса ярҙыҡ. Аҙаҡ мин уны ат менән ташып алдым. Бабай әлеге лә баяғы бушаманы. Ул һәр ваҡыт яланда булды: тракторы менән һөрҙө, сәсте, тырматты, урҙы.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6 март һанынан уҡығыҙ.