Ана шундай ҡулдарынан гөл тамған ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе тураһында һөйләп китмәксемен.
Ул – Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Яманғолова Дилә Бәшир ҡыҙы.
1975 йылдың 2 сентябрендә бормаланып-бормаланып аҡҡан Ағиҙел йылғаһын Мысыр пирамидаларындай тау-ҡаялар уратып алған хозур тәбиғәтле Мораҙым ауылында 9 балалы ишле ғаиләлә 8-се бала булып донъяға килгән ул.
Ҙур ғаиләләге балалар, ғәҙәттә, бәләкәйҙән эштә бешегеп, ата-әсәне хөрмәт итеп, бер-береһен аяп-ҡурсып, ихтирам итеүсән булып үҫәләр.
Тыуған ауылында башланғыс класты бөткәс, Байназар урта мәктәбендә уҡыуын дауам итә ҡыҙ. Балаларҙы яратыуы, ҡыҙыҡһыныусанлығы уны Белорет педагогия училищеһына алып бара. Ҡулына диплом алған белгес тәүҙә – Килдеғолда, унан тыуған ауылындағы мәктәптә башланғыс синыфтарҙа уҡыта.
1997 йылда яҙмышын класташы, Ҡурғашлы ауылы егете Яманғолов Рәзиф Ғәле улы менән бәйләй. Мәктәп йылдарында уҡ дуҫлашып йөрөгән булалар, аҙаҡ ошо хистәре оло мөхәббәткә әүерелә.
2011-2015 йылдарҙа Ҡурғашлылағы социаль приютта өлкән тәрбиәсе булып эшләй Дилә. Донъяһын көтөү менән бер рәттән ситтән тороп юғары белем алырға ла өлгөрә. Етәксеһе Әлиә Ғазина Дилә Бәшир ҡыҙы хаҡында бик ыңғай фекерҙә: “Эштә талапсан, кеселәргә – кеселекле, ололарға – ололоҡло, балаларҙы ысын йөрәктән ярата, эшенә мөкиббән бирелә”, - ти.
Рәзиф менән бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләйҙәр улар. Улдары Инсаф, Ҡазанда юғары хәрби училище тамамлап, Байкал аръяғында хеҙмәт итә, лейтенант. Гөлнәзирә мәктәптә тик “бишле” билдәләренә генә уҡый.
Уңған килен Дилә ҡәйнәһе менән аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, 21 йыл бергә дуҫ-татыу йәшәнеләр. Ҡәйнәһе гүр эйәһе булғас, матур итеп тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттылар.
Ишле мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, хан һарайындай өйҙәрен - нурға, баҡсаларын гөл-сәскәгә күмеп йәшәй ауыл уңғандары. Йәй башынан ҡара көҙгәсә Диләнең баҡсаһы шау сәскәгә күмелеп, күҙҙе иркәләһә, ҡыштың-ҡыш буйы тәҙрә төптәрен төрлө-төрлө гөлдәре биҙәй.
Бынан тыш, ҡул эштәренә лә күңел биргән Дилә – бәйләгән әйберҙәре бихисап һәм күҙҙең яуын алырлыҡ.
Ир тапҡанды ҡатын тота, ҡотайта, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Ҡурғашлының дан килене Дилә – ана шундайҙарҙан. Нәҡ уның кеүектәр башҡаларға өлгө лә инде.