Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2020, 11:00

УЛ ЯРАТЫП БАҒА ДОНЪЯҒА!

33 йәшендә генә тол ҡалған көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул Миңзәлә Баймырҙина.

33 йәшендә генә тол ҡалған көслө ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе ул Миңзәлә Баймырҙина.
Тормош иптәше, йәшләй һөйгән йәре, Яңы Собханғол ауылы бөркөтө Рәсүл был яҡты донъяларҙы 38 йәшендә генә ҡалдырып китә. Мәкерле сир - йөрәк ауырыуы балаларҙы атайһыҙ итә. Береһенән-береһе бәләкәй ете балаһы менән тал сыбыҡтай нескә, йәш Миңзәлә йөрәк түрендәге һигеҙенсе балаһын ҡосоп яңғыҙ ҡала. Ире августа вафат була, ә киләһе йылдың ғинуарында ҡыҙы Таңсулпан донъяға ауаз һала.
Ишле ғаиләне аҫрар өсөн күпләп мал көтә, һыйыр һауа, мәктәптә, почтала эшләй. Анау сама баланы ашатыр, ҡарар кәрәк бит. Таңдан тороп, билен биштән быуып, бәләкәй генә иңдәрендә ҙур яуаплылыҡ тойоп, әллә күпме көс һалып, балаларын кеше итә. Барыһына ла туйҙар үткәреп, оло тормош юлдарына сығара. Ҡайһы бер йылдарҙа йылына икешәр туй үткәрергә тура килә уға.
-Хәҙер уйлайым да, нисек түҙгәнмен, тием. Эсемдә ут булһа ла, тышҡа сығарманым, кешегә күрһәтеп иламаным, - ти Миңзәлә Сабир ҡыҙы.
Оло ҡыҙы Рәзилә Салауат районында, Гөлназ менән Таңһылыу – Яңы Усманда, Айгөлө менән Рим улы – Яңы Мөсәттә, Аҡсәскәһе – Хәйбуллала, Айбулат улы эргәһендә, бер ишек алдында, Таңсулпан - Өфөлә, Айһылыу Иҫке Монасип ауылында гөрләтеп донъя көтәләр.
Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 6 март һанынан уҡығыҙ.
Читайте нас: