«Мин – бәхетле», тип йылмая Яңы Собханғолда йәшәүсе йәш әсә Әлиә Салауат ҡыҙы.
“Һинең өсөн бәхет нимә ул?” - тигән һорауға ла уның яуабы тел осонда:
- Ғаиләмдең – имен, балаларымдың иҫән-һау булыуы!
Миллиондарса әсәйҙәр өсөн бәхет төҫө ошондайҙыр – быныһына иманым камил.
Эйе, үҙе Яңы Собханғолдоң бер йәме булған ике ҡатлы ҙур өйҙә хәләле Ғәйсәр менән әүәләгән Әлиә бәхетен. Аҫҡы ҡаты шлакоблоктан, 8х12 ҙурлыҡта, икенсе ҡаты 8х6 ҙурлыҡта һәм ағастан бәхет һарайының.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы филиалында мастер булып эшләүсе йорт хужаһы Ғәйсәр Әхмәтзәки улы ғаиләһенә ауыл ерендә лә ҡаласа йәшәү шарттары булдырған. Бынау сама оло-ғара йортто төҙөүгә лә байтаҡ көс, бихисап ваҡыт кәрәк булғандыр. Өйгә өйһәң генә өйөлөүсән. Ана бит: ”Ҡайны-ҡәйнәм, атайым-әсәйемдәрҙең ярҙамы ҙур булды”, - тип алғышлана Кейекбай ҡыҙы Әлиә. Рәхмәтле була белеү - үҙе бәрәкәт сығанағы.
Әлиә менән Ғәйсәрҙең һөйөү емеше булып бер-бер артлы өс ҡыҙ бала тыуған. Илзидәләре – 6-сы, Линара - 2-се класта уҡыһа, кескәй Рәлиәгә бер йәш кенә.
“Мәсем” үҫмерҙәр һәм йәштәр клубында социаль педагог булып эшләп декрет ялына сыҡҡан Әлиә хан һарайындай өйөн тәртиптә һәм таҙалыҡта тотоуҙан тыш, малын да ҡарап өлгөрә, өй тулаһы гөлдәр үҫтерә, ҡыҙҙарын бәләкәстән үҙенең төп ярҙамсыһы итеп тәрбиәләүгә көс һала. “Ҡыҙҙар алмашлап дежур итә, өйҙәге эштәрҙе атҡарыу – уларҙың бурысы”, - ти талапсан әсә.
Өйгә газ үтһә лә, икмәк бешерергә, тип мейес тә сығартҡан уңған ҡатын. Хәҙер күбебеҙ өй икмәген ашауҙы теге быуатҡа ҡалдырып барғанда, был да маҡтауға лайыҡ. Өй тултырып яңы бешкән икмәк еҫе аңҡыуы – үҙе бер байрам, аңлатҡыһыҙ ләззәт, бала саҡты хәтерләтеүсе, өй йылыһын тойҙороусы бер мәл бит ул!
“Ҡайҙа ғына барһам да, иң беренсе күҙем кешенең гөлдәренә төшә, гөл тип йән атам, шуға күпләп сәскә-гөл үҫтерәм”, - ти Әлиә, ҡунаҡ бүлмәһенең мөйөшөн алған гөлдәренә яратып ҡарап.
Эйе, ҡатын-ҡыҙға бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй. Ятып инер өйөң, үҙеңде яратҡан, аяп-ҡурсыр ирең, имен-һау балаларың булһа, үҙе еткән. Бәхет, ни генә тиһәң дә, бөтөнлөктө, тулылыҡты ярата һәм ошоға тартыла шул.