Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2020, 11:00

ХӨРМӘТЛЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР!

Һеҙҙе 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!

Һеҙҙе 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!
Һеҙ барыһына ла өлгөрәһегеҙ: ирҙәр менән бер тигеҙ, хатта ҡайһы саҡ уларҙан яҡшыраҡ та эшләйһегеҙ, өйҙә уңайлы мөхит булдыраһығыҙ, ирҙәрегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы тәрбиәләйһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта үҙегеҙҙең гүзәл зат вәкиле икәнлегегеҙҙе онотмай, матур һәм тормош һөйөүсән, бер ниндәй ауырлыҡтар алдында ла юғалып ҡалмай торған кеше булып ҡала беләһегеҙ.
Һеҙгә сәләмәтлек, мөхәббәт һәм ябай ғына ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем!
Читайте нас: