Элек-электән ҡатын-ҡыҙ образы беҙҙең халыҡта әхлаҡи идеал булған. Юҡҡа ғына гүзәллек һәм аҡыл, түҙемлек һәм сабырлыҡ, наҙ һәм һөйөү кеүек мөһим төшөнсәләрҙе ҡатын-ҡыҙ образына бәйләмәйҙәр. Тап ҡатын-ҡыҙ тормошобоҙҙо йәмләй, йорт йылыһын, ғаилә усағын һаҡлау менән бер рәттән, районыбыҙҙың төрлө өлкәләрендә тырышып хеҙмәт итә улар.
Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар! Ошо матур байрам көнөндә беҙ, ир-егеттәр, барлыҡ гүзәл зат вәкилдәренә сикһеҙ ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Изгелекле, сабыр һәм оло йөрәкле булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, бәхет-шатлыҡҡа төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйем!